Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 5 - 7 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
22.02.2017
ИР-ЕГЕТ—ИЛ КӨҘГӨҺӨ
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Ир-егет—ил көҙгөһө, тиҙәр. Ватаныбыҙҙың көслө, ныҡлы икәнен раҫлаған тәүәккәл, батыр, рухлы, илһөйәр ир-азаматтарыбыҙ бик күп. Уларға бынамын тигән алмашсыларҙың үҫеп килеүе лә илебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын һөйләй.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында танышып ғаилә ҡорған Fәббәсовтар булдыҡлы өс ул үҫтерә. Иңдәрендә погон йөрөткән атай һәм әсәй ҡулында тәрбиәләнеүсе егеттәрҙең киләсәктә илебеҙгә терәк-таяныс булырҙарына шик юҡ.

Fаилә башлығы Азат Булат улы тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы. Бер аҙ мәктәптә эшләгәндән һуң, юридик белем ала һәм Аҡъяр милиция бүлегендә тәүтикшереүсе булып эш башлай. Тиҙҙән тырыш, эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙе бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Рәсәй эске эштәр министрлығы идаралығы академияһында белемен камиллаштыра. Әлеге көндә ул Өфө ҡалаһы райондарының береһендә Полиция бүлеге начальнигы булып эшләй.

 

Ҡатыны Алһыу Фәрит ҡыҙы БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлағас, Аҡъяр милиция бүлегенә эшкә килгән. Уны миграция хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул да ситтән тороп юридик белем ала. Әлеге көндә майор званиеһында ошо уҡ хеҙмәттә эшләп йөрөй.

ГРАЖДАНДАР ИМЕНЛЕГЕН ХӘСТӘРЛӘП
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, 2017 йылға бурыстар билдәләне.

 

Сара башында ҡаланың Үҙәк майҙанында предприятиеларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы булдырылған ҡотҡарыу бригадалары ҡатнашлығында смотр-күргәҙмә ойошторолдо. Унда ҡуйылған махсус техника, ҡорамалдар ҡалалаштарҙың иғтибарын йәлеп итте. Fәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, ликвидациялау һәм граждандар оборонаһының етәксе составы өсөн уҙғарылған уҡыу-методика йыйынында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары С.А.Капитоненко, ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы З.И.Фәтҡуллина, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, белгестәр ҡатнашты. Улар смотрға теҙелгән составтарҙың әҙерлек кимәлен тикшереп, баһаланылар. Бай күргәҙмәне ҡарағандан һуң, барыһы ла «Урал аръяғы» күп функциялы комплексының кәңәшмәләр залына йыйылды. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, ҡаланың граждандар оборонаһы етәксеһе Х.Х.Сөләймәнов сараны асып, ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, киләсәккә билдәләнгән бурыстар тураһында һөйләне. Хәлит Хәмзә улы 2016 йылда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өҫтөндә уңышлы эшләүсе ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Кешеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеү, яҙғы ташҡындарға һәм янғындарға бәйле профилактика һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороуға етди иғтибар бирергә кәрәклеген әйтте.

22.02.2017
ҺАУАЛАРҒА УҠ СОЙОРҒОТТОМ...
Untitled document

Сибай ҡалаһының «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса I асыҡ турнир үтте. Уны былтыр Fафури районында уҙған «Мәргән уҡсы» фестиваленең еңеүсеһе, Сибай гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Х.З.Таһиров ойошторҙо.

 

—«Мәргән уҡсы» фестивале спорттың был төрөн киң йәйелдереү маҡсатын күҙ уңында тота һәм ул республикабыҙҙа   беренсе тапҡыр уҙғарылды,—тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Хөрмәт Зөбәйер улы. —Уҡ-һаҙаҡтан атып, еңеп ҡайтҡандан һуң, Урал аръяғында ошондай сара ойоштороу теләге тыуҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан хыялым тормошҡа ашты. Башланғысымды хуплаған ҡала хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәт. Турнирҙың йәш быуын күңелендә милләтебеҙгә, тыуған еребеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, милли спорт төрөн тергеҙеү йәһәтенән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

22.02.2017
ЯРЫШ БЕРЛӘШТЕРҘЕ, РУХЛАНДЫРҘЫ
Untitled document

Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә «Ватанға хеҙмәт итеү—изге эш!» девизы аҫтында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы үтә. Киләсәк быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү мәктәптәр эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлеше һанала.

Айлыҡ барышында барлыҡ мәғариф учреждениеларында тематик дәрестәр, кисәләр, осрашыуҙар, ярыштар һәм класс сәғәттәре ойошторолған. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында «Һалдат йырҙары» конкурсы уҙғарылған.

Бөйөк Ватан һуғышына арналған фильмдарҙы ҡарау балалар һәм үҫмерҙәр йөрәгендә илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын үҫтерергә булышлыҡ иткәндер тип ышанғы килә.

 

17 февралдә 14-се мәктәптең спорт залында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» тип аталған ҡала конкурсы булып үтте. Сарала барлығы 14 мәктәптән 9-11 класс уҡыусыларынан торған командалар үҙ-ара көс һынашты. Егеттәр автоматты һүтеү һәм йыйыу, пневматик винтовканан атыу, гир күтәреү, кәүҙәне күтәреү, арҡан тартыу буйынса ярышты. «Яугир» хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Р.Р.Сәфиуллин, хәрби комиссариат вәкиле Р.Ҡаҙнабаев һәм мәғариф бүлеге методисы Т.В.Увырь ҡатнашлығындағы жюри иң көслө командаларҙы һәм шәхсән сығыштарҙы билдәләне.

22.02.2017
ЙӨҘҘӘР АЛ БУЛДЫ, ЯҠШЫ ЯЛ БУЛДЫ
Untitled document

Сибай ҡалаһының М.Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Рәсәй саңғы юлы—2017» спорт ярышы үтте. Бында сибайҙар ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан да саңғыла йөрөргә яратыусылар йыйылған ине.

 

Ярышҡа килеүселәр 8 төркөмгә бүленде. Тәүгеләрҙән булып стартҡа VIP төркөмө баҫты, йәғни етәксе вазифа биләүселәр етеҙлектә үҙҙәрен һынап ҡараны. Артабан 12 йәшкә тиклемге балалар, унан 13-15, 16-18, 19-35, 36-49 йәшлектәр, 50 һәм унан өлкәндәр уҙышты. Шулай итеп үҙ төркөмдәрендә Владимир Рысин (7-се мәктәп), Әлфирә Үтәбаева (Сибай сәнғәт коледжы), Илхан Вәлиев (Баймаҡ), Екатерина Бабенко (12-се мәктәп), Альфред Хураншин (Аҡьяр), Рәмилә Фәйзуллина (Баймаҡ), Руслан Ибраһимов (Сибай педагогия коледжы), Гөлсара Дәүләтбаева (Баймаҡ), Айгиз Бикҡолов (Сибай педагогия коледжы), Лидия Шаһиәхмәтова (Сибай педагогия коледжы), Әғләм Мортазин (Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлеге), Лиза Яҡупова (8-се мәктәп), Фәттәх Иҫәндәүләтов (Баймаҡ), Ольга Миронова (Сибай ҡалаһының спорт ветераны) беренселекте яуланы. Призлы урын алыусыларҙың барыһы ла грамоталар, миҙалдар һәм ярыштың махсус бүләге менән бүләкләнде.

22.02.2017
СИБАЙ БОҘОНДА—РӘСӘЙ ЙОНДОҘҘАРЫ
Untitled document

Сибай ҡалаһының «Ирәндек» боҙ һарайында ҙур спорт байрамы уҙғарылды. Унда Рәсәйҙең билдәле артистары, эстрада һәм кино йондоҙҙарынан торған «КомАР», Рәсәй журналистарын берләштергән «Российская пресса», «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең йыйылма командалары һәм Сибай ҡалаһының «Горняк» хоккей клубы араһында иптәштәрсә осрашыу үтте.

 

Рәсәй журналистары командаһы составына Донъя чемпионы, Олимпия уйындарының призеры Андрей Николишин, Беренсе канал алып барыусыһы Антон Верницкий, спорт коментаторы Денис Казанский, Матч-ТВ, КХЛ-ТВ һәм башҡа каналдар репортерҙары, төрлө тапшырыуҙарҙың мөхәррирҙәре тупланған ине.

22.02.2017
ҺАЙ, ШӘП ТӘ ҺУҢ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЕГЕТТӘР!
Untitled document

«Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр» тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Башҡорттарҙың генофондында уҡ атҡа һөйөү һалынғандыр, сөнки «ат ене ҡағылған» үтә йәш спортсыларҙы күреп ғәжәпләнмәү мөмкин түгел. Һүҙем Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусылары, яҡын туғандар Динар һәм Айсар Юнысбаевтар хаҡында. Улар икеһе лә сығышы менән Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан.

 

Тәү ҡарамаҡҡа егеттәр башҡа уҡыусыларҙан үтә айырылып та тормайҙар кеүек: әҙәплеләр, мөләйемдәр, ихластар, тырыштар, бер аҙ йомоҡтар ҙа. Шулай ҙа, яҡындан аралаша килә, уларҙың тәбиғәтен нығыраҡ аңлайһың, фекерләү даирәһен, тормош принциптарын белеп, һоҡланып ҡуяһың. Был ныҡышмал егеттәр менән һеҙҙе лә яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн әңгәмә тәҡдим итәм.

22.02.2017
КӨСЛӨ—КӨСӨН, ҺӨНӘРЛЕ ЭШЕН КҮРҺӘТЕР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры 85-се ижад миҙгелен асҡанда мәҙәниәт усағының автотранспорт цехы начальнигы Радик Рәүеф улы Fәбитов (һүрәттә) ғүмеренең һикһәненсе үрен аша атланы. Түңәрәк дата уңайынан театр һулышы хаҡында мәҡәләләр әҙерләгәндә, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе: «Ана, Радик ағай тураһында яҙығыҙ. Йәше театрҙыҡынан 5 йылға ғына ҡалышһа ла, эшендә уға тиңдәр юҡ»,—тине.

Начальникты автобус, автомобилдәрҙең торошон ентекле тикшереп йөрөгән мәлендә тап иттек. Ысынлап та, ҡойоп ҡуйған етәксе икән: ыҫпай кейенгән, кәүҙәһен тура ғына тота, ҡул аҫтындағылар менән йылмайып, матур итеп мөғәләмә итә. Редакциянан икәнемде, фото төшөрәсәгемде әйткәс: «Егеттәр, тараҡ, көҙгө килтерегеҙ әле!»—тип бойорҙо.  Улары кеҫәләрен ҡапшап ҡаранылар ҙа, баштарын һелкте. «Үҙемдекен сығарырға тура килә инде»,—тине лә Радик ағай, башҡа машиналар араһында ялтлап ултырған үҙ «Волга»һына ыңғайланы. Тулҡынланып торған сәстәрен тараны, өҫтөндәге костюм-салбарын ҡаҡты ла яныма һалдаттарса дәртләнеп килеп баҫты.

22.02.2017
ДОНЪЯ МАТУР ЙӘШӘЙ БЕЛГӘНДӘРГӘ
Untitled document

Мөхәббәттең ҡәҙерҙәрен һәр саҡ татыу

Башланалыр булыуҙарҙан һәр саҡ татыу…

Шағир Рауил Ниғмәтуллиндың был шиғыр юлдарын юҡҡа ғына эпиграф итеп алманым. Сөнки татыу ғаиләләрҙә һәр саҡ тыныслыҡ, үҙ-ара килешеп йәшәү мөхите хөкөм һөрә, улар йәшәгән йорттан тирә-йүнгә мөхәббәт нуры, инсафлыҡ, башҡаларға ҡарата изге теләк бөркөлгәндәй тойола. Сибай концерт-театр берекмәһендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем Мираҫбаевтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән кеүек миңә был һүҙҙәр. Fаилә парының бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән, донъяларын бер табандан алып барыуҙарынан, үҙ-ара килешеп йәшәүҙәренән үк тойомларға була икәү араһындағы мөхәббәт хистәрен.

 

Fаилә башлығы Самат Салауат улы Башҡортостаныбыҙ тарихына үҙенең данлы үткәне менән ингән, бөгөн килеп күптәр уны республикабыҙҙың беренсе баш ҡалаһы итеп иҫәпләгән Темәс ауылында дүрт балалы Мираҫбаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ветеринар белемле атаһы Салауат ағай ғүмере буйына совхоз тимерлегендә тимерсе булып эшләй, ә әсәһе Земфира апай ауыл Советында секретарь, хәҙергесә әйтһәк, идарасы булып, хаҡлы ялға сыға. Әле лә ҡул ҡаушырып, кем әйтмешләй, «пенсия ашап» ҡына ултырмай Земфира апай—халыҡ иҫәбен алыу, һайлауҙар һ.б. мәлендә ауылдаштары уны оҫта өгөт-нәсихәтсе, иҫәп алыусы булараҡ күреп ҡыуана. Йәл, тормош иптәше генә уны йәшләй тол ҡалдыра…

22.02.2017
«САЛАУАТ»—ПЛЕЙ-ОФФТА!
Untitled document

«Салауат Юлаев» чемпионаттың һуңғы уйынын үҙ боҙонда Тольяттиҙың «Лада»һы менән үткәрҙе. «Лада» көслө команда түгел, хатта иң көслө һигеҙ иҫәбенә лә ингәне юҡ, шулай ҙа беҙҙекеләр өсөн бик уңайһыҙ команда. Быйыл өс уйында ла «Салауат» өҫтөнән еңеүгә өлгәште. Күршеләр ҡапҡаға һирәк, ләкин төҙ һәм көслө һуға. Шуға өҫтәп, уларҙың ҡапҡасылары Илья Ежов алмаштырғыһыҙ уйынсы. Юҡҡа ғына, яҡшы голкипер—ярты команда, тимәйҙәр бит.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap