Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
01.02.2013
ШИҒЫРҘАРЫ ТЫУҒАН ЕРЕН ДАНЛАЙ
Untitled document

 

Кеше күңелендә Аллаһы Тәғәлә тарафынан илһам нуры һалынған икән, ул һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Был нурҙы нисек кенә күрмәмеш, тоймамыш булғандар ҙа, бер килеп уның ялмауына бирелә, буйһона. Инеш үҙ юлын тапҡандай, илһам шишмәһе лә кеше күңеленән ҡасан да булһа урғылып сыға. Шунлыҡтан уның юлын бикләп маташмаҫҡа, ә киреһенсә, асырға, байытырға һәм һаҡларға кәрәктер.

Былай тип әйтеүем юҡҡа түгел. Бѳгѳнгѳ мәҡәлә геройының ижадына бик тапҡыр тура килә был һүҙҙәр. Ул да, әле йәшлек йылдарында уҡ йѳрәк түренән һарҡып сығып юл алған шиғриәт инешен донъяуи мәшәҡәттәр менән күмеп ташлай ҙа, бѳтә хеҙмәти ғүмерен илебеҙҙең иҡтисад ѳлкәһен нығытыуға бағышлай. Бик күп ер-һыуҙар гиҙә, икһеҙ-сикһеҙ Ватаныбыҙҙың күп кенә данлыҡлы тѳҙѳлѳштәрендә, приискыларында, предприятиеларында үҙ һѳнәренең оҫтаһы булып таныла. Хаҡлы ялға хеҙмәт ветераны, Үзбәкстан Республикаһының һыу хужалығы отличнигы тигән данлыҡлы исемдәр менән сыға. Ә был ваҡытта уның күңелендә һаман йыйыла барған һәм инде мѳлдѳрәмә тулы һыулы күл булып ѳлгѳргән илһамдың тышҡа бәреп сығыр мәле етә… һәм ул урғыла ла.

Ошо кѳндәрҙә Иҫке Сибай ауылы китапханаһында Лилиә Фитрат ҡыҙы Ильясова етәкселегендә Рәшит ағай Айсыуаҡовтың «Һиңә ҡайтам, тыуған ерем» исемле шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Был—йылдар ағымында ситтә йѳрѳгән, йәшәгән һәм хеҙмәт иткән уҙамандың тыуған илен, ауылын, ата-әсә нигеҙен, йәшлектә ҡалған һѳйгән йәрен һағыныу хистәрен туплаған китап—иҫке сибайҙар ѳсѳн ысын мәғәнәһендәге рухи бүләк булды. Сѳнки йыйынтыҡтың һәр бите ауылдың оло быуыны ѳсѳн билдәле булған ниндәйҙер бер тарихи ваҡиғаны, уртаҡ иҫтәлекте, кѳлѳп йә күҙҙәргә йәш алып һѳйләрлек хәтирәне тергеҙә. Һәр шиғырҙа ошо ерлектең ер-һыуы, тау-урмандары топонимик сығанаҡтары менән һынландырыла. Ә иң мѳһиме, һәр шиғыр юлында Атайсалға булған ҡайнар мѳхәббәт, табыныу тиңендәге тоғролоҡ, патриотик рух ярылып ята. Уҡып та, тыңлап та, был юлдарға ышанмау, был хистәргә инанмау мѳмкин түгел.

Был яҡты, нурлы әҙәби кисәлә Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыларынан тыш, ауылдың ветерандар советы рәйесе Сабит Сәмиғулла улы Утарбаев, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мѳслимә Тәхиә ҡыҙы Вәлиуллина, аҡһаҡал Хәлил Хәмит улы Хѳсәйенов, ағинәй Разия Хәйбулла ҡыҙы Баймѳхәмәтова, һәүәҫкәр йырсы Мѳслимә Рим ҡыҙы Илтинина һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙан Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова менән Юлай Хәким улы Моратовтар ҡатнашты. Ә инде сараға ауыл хакимиәте башлығы Илдус Сәфәрғәли улы Бикбаевтың да килеүе, баштан аҙаҡҡаса ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырып, тәбрикләп һүҙ әйтеүе үҙе бер мәртәбә булды. Ҡунаҡтарға бигерәк тә ауыл етәксеһенең: «Ауылыбыҙ хаҡындағы китап беҙҙең киләсәк тарих, киләсәк мәҙәни үҫеш ѳсѳн хеҙмәт итәсәк. Бындай сараларҙы киңерәк даирәлә үткәрергә тәҡдим итәм»,—тигән аҡыллы фекере оҡшаны. Авторҙың киләһе тупланмаларын да нәшер итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә итте рухи ҡиммәттәр хаҡын баһалай белеүсе етәксе.

Китаптың, китап һүҙенең баһаһы тѳшкән, китап яҙыуҙың абруйы самалы була барғандай тойолған был заманда, Иҫке Сибай ауылында ошондай шиғри, йыр-моңло әҙәби кисәнең үткәрелеүе, һәм был саранан ҡатнашыусыларҙың кисә тамам булғас та таралыша алмай гѳрләшеүе, һѳйләм башында телгә алынған нигеҙһеҙ фекерҙе бер һелтәүҙә юҡҡа сығара кеүек. Ысынлап та, китаптың киләсәк ѳсѳн хеҙмәт итәсәген аңлаған кешеләр йәшәй икән шағир Рәшит ағай Айсыуаҡовтың ауылында, тигән яҡты уй ҡалды күңелемдә.

Миләүшә Хабилова.

Һүрәттә: осрашыуҙан һуң.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap