Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.02.2013
МѲХӘББӘТКӘ КӘРТӘЛӘР ЮҠ…
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

14 февраль Ғашиҡтар (Изге Валентин) кѳнѳ булараҡ билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа был байрам беҙҙә лә, бигерәк тә йәштәр араһында, киң танылыу алды. Ғашиҡтар кѳнѳндә йола буйынса бер-береһен һѳйгәндәр бүләктәр бирешә, «валентинкалар» менән алмаша. Ғашиҡтар кѳнѳнѳң әһәмиәте нимәлә? Мѳхәббәткә ышанаһығыҙмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән бер нисә кешегә мѳрәжәғәт иттек.

Рәйлә Рәмова, Хәйбулла районы, хаҡлы ялда:

—Белеүебеҙсә, Ғашиҡтар кѳнѳ беҙҙең илдә яңыраҡ, бынан 10 йылдар элек тирәһе билдәләнә башланы. Беҙ элек был кѳндѳң барлығын да белмәй инек. Әһәмиәте бар, тип әйтер инем. Сѳнки йәштәрҙең генә түгел, ә балаларҙың һәм ѳлкәндәрҙең һѳйѳүҙәрен асып һалыуы ҡыйыулыҡҡа тиң. Тағы ла шуныһы: тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, бер-беребеҙгә иғтибар етешмәй, хатта ун-ун биш минутҡа һѳйләшеп ултырырға ла ваҡытыбыҙ булмай китә. Ә Ғашиҡтар кѳнѳндә һѳйгәнеңә, тормош юлдашыңа бүләк биреү йәиһә уға күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙ әйтеү мѳмкинлеге бар. Иғтибар һәм ихтирам—һѳйѳүҙең нигеҙе.

Мѳхәббәтле ғүмер ѳсѳн яҙмышыма рәхмәтлемен. Тормош иптәшем Зиннур Кинйәғәле улы менән 1-се кластан алып бергә уҡыныҡ. 30 йыл бергә йәшәп, ѳс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бѳгѳн инде ейән-ейәнсәрҙәр һѳйѳп ултырыу бәхетенә эйәбеҙ. Һине яратҡан, кәрәк саҡта ғәфү итә белгән кеше менән йәшәү—үҙе ҙур бәхет ул!

Урал Мѳкминов, Сибай ҡалаһы, йәш егет:

—Изге Валентин кѳнѳ—йәштәрҙең кѳтѳп алған байрамы. Нәҡ шул кѳндѳ генә дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға, һѳйгән йәребеҙгә саф хис-тойғоларыбыҙҙы, йѳрәк түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе байрамса еткерә алабыҙ.

Был кѳндѳ яҡын күргән һәр кемгә тиерлек «валентинкалар», бүләктәр бирергә тырышам. Йылы һүҙ—йән аҙығы тигәндәй, шылтыратып ҡотлау ҙа кеше күңеленә май булып яғыла.

Миләүшә Ҡаһарманова, Сибай ҡалаһы:

Был кѳндѳң әһәмиәтен әллә ни күрмәйем. Бәлки, үҫеп килеүсе быуынға шаярып алыуға бер сәбәптер. Мѳхәббәтте, һѳйѳү һүҙҙәрен белгертер ѳсѳн айырым кѳн кәрәкмәй. Кѳн дә бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға бурыслыбыҙ.

Мѳхәббәттән аҡыл кѳсѳ кѳслѳрәк икәнен онотмаһаҡ ине. Ни тиһәң дә, хис менән түгел, ә аҡыл менән ғашиҡ булырға тейешбеҙ.

Сәриә Йылҡыбаева, Йылайыр районы:

—Ғашиҡтар кѳнѳнә беҙ, урта быуын, әһәмиәт биреп тә бармайбыҙ. Уның ҡарауы был кѳн балаларыбыҙ ѳсѳн «байрамға» әйләнә. Бәлки, ысынлап та, Изге Валентин кѳнѳнѳң балаларҙы берләштереү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙә әһәмиәте барҙыр?

Мѳхәббәткә килгәндә, һәр кемгә тѳрлѳсә килә ул. Кемделер бәхетле итә, кемделер бәхетһеҙ, тигәндәй. Берәүҙәргә йәш саҡта уҡ килә лә шул уҡ тиҙлек менән китеп тә бара, икенселәргә иһә ғүмерҙәре уртаһында килеп күктең етенсе ҡатына мендерә. Миңә лә һѳйѳү еле 40 йәшкә яҡынлағанда ғына килде. Бѳгѳн иһә тормошомда маяҡ ролен үтәгән мѳхәббәттең кѳс биреүе, мине илһамландырыуы менән бәхетлемен.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap