Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ҒАИЛӘ БӘХЕТЕ―ОЖМАХТЫҢ ҮҘЕ
Untitled document

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

Хәҙерге заман шарттарынан ҡурҡыпмы, әллә тормошҡа ҡараштарын үҙгәртеүҙәнме, бихисап йәштәребеҙ буйҙаҡ йѳрѳүҙе хуп күрә. Ғаилә ҡороуҙы иң аҙаҡҡы планға ҡуя. Әгәр ҙә йәш кеше тормош ҡорор алдынан кәрәкле профессияға эйә булып, яратҡан эш урынын табып, бәләкәй генә булһа ла үҙ ҡыйығын булдырһа, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тик был баҫҡысҡа күтәрелеү ѳсѳн күптәр ваҡыттың, йәшлектең үтеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Һәр нәмәнең үҙ мәле тигәндәй, йәш үтеү менән ҡараш та үҙгәрә. Эш, тормошто яҡшыртыу һылтауы менән ғаилә ҡороу тағы артҡа ҡала бара.

Беҙ бѳтәбеҙ ҙә ғаиләлә тыуып-үҫеп тәрбиәләнәбеҙ, ата-әсәнән күргән тәжрибәне үҙләштерәбеҙ. Иртәме, һуңмы үҙ ғаиләбеҙҙе ҡорабыҙ. Һәм уны бәхетле, тулы, гармониялы итергә тырышабыҙ. Кемдәрҙер бәхетле ғаилә «рецебын» эҙләп аҙаша. Ысынлап та, бар ул бәхетле ғаилә «рецебы». Ул һәр бер ғаиләнең үҙендәлер. Халҡыбыҙҙа ғаиләле булыуҙың ѳҫтѳнлѳктәре, уның мотлаҡ бурыс булыуы тураһында ифрат тос мәҡәлдәр бар. Мәҫәлән, «ѳйләнмәгәндең тамыры ҡорор», «яҡшы ат бығауһыҙ йѳрѳмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ», «арғымаҡтың билгеһе—ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе—ҡатын алмаҫ, мал йыйыр», «ѳйләнмәгәндең ѳйѳ булмаҫ, ѳйѳ булһа ла иле булмаҫ», «ѳйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар» һ.б. Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, кѳсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мѳмкинлек бирә, ә ѳйләнеү-ѳйләнмәү аҡыл бизмәне лә булып тора икән бит.

Яңы тормош юлына баҫырға йыйынған йәштәргә, йәш ғаиләләләргә арналған күп кенә кисәләр, әңгәмәләр үткәрелеп тора. Күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында ла «Ғаилә бәхете—ожмахтың үҙе» тип аталған, ғаилә ҡорорға йы-йынған йәштәргә арналған бик матур кисә үтте.

Сараға Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге етәксеһе А.Ә.Бохарбаева, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мѳдире Н.Р.Нәбиуллина, БДУСИ-ның психологы, психология фәндәре кандидаты З.К.Дәүләтбаевалар саҡырылған ине.

Кисәне алып барыусы һәм ойоштороусы китапханасылар Зәкиә Таһир ҡыҙы Сәлимйәнова менән Миңзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова студенттарҙы уйландырырлыҡ матур фекерҙәр, шиғыр юлдары һәм ошо уҡыу йортондағы ѳлгѳлѳ ғаиләләр менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙе. Һәр кешенең тормошонда дѳйѳм ҡиммәттәр бар. Социологик тикшеренеүҙәр буйынса иң мѳ һимҡиммәттәрҙең береһе булып ғаилә һанала. Нимә ул ғаилә, ни ѳсѳн ул мѳһим, ниндәй принцип менән ҡорола, ниндәй сәбәптәр менән тарҡала? Ошо һорауҙар буйынса ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгѳл Әҡсән ҡыҙы һѳйләп үтте.

—Тәүҙә статистикаға туҡталып үтәйек: Сибай ҡалаһы буйынса 2011 йылда—813, ә 2012 йылда 638 ғаилә теркәлде. Шулар араһынан саф башҡорт ғаиләләре 2011 йылда 352 булһа, 2012 йылда—271. Былтырғы йылда һандарҙың кәмеүе кәбисә йылы менән бәйле. Тѳрлѳ имештәргә ышаныусы йәштәр бәхетле һандар тип һаналған 11.11.11, 12.12.12 кеүек даталарҙа яҙылышырға ашҡына. Әммә шул уҡ статистиканан күренеүенсә, был ғаиләләрҙең 40 проценты тарҡалыуға дусар. Айырылышыу процесы тиҙ генә башҡарылмай. Ғариза яҙғандан һуң кире яра-шыусылар ҙа булғылай, быныһы инде беҙҙең ѳсѳн шатлыҡ ҡына ѳҫтәй,—тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.

Һәр кеше яратҡан сағында, уның ғына мѳхәббәте ҡабатланмаҫ, тип уйлай. Әммә ғаилә ҡорғандан һуң, шуның менән эш тамамланды тигәндәй, туҡталып ҡала. Ваҡыт үтеү менән ҡәнәғәтһеҙлек барлыҡҡа килә. Йәш парҙар тәүге ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡала. Тап ошо осорҙа яңы тормош һынауҙары, һикәлтәле һуҡмаҡ башлана ла инде. Шул проблемаларҙы уңышлы үтер ѳсѳн ғаилә мѳнәсәбәттәренең психологик асылын белеү зарурлығы хаҡында психолог булараҡ Зинфира Кинйәбулат ҡыҙы Дәүләтбаева бәйән итте. Ғаилә—ул ысын мәғәнәһендә ҙур хеҙмәт, эске яуаплылыҡ. Шуға күрә иң беренсе ышаныс кәрәк, бер-берегеҙҙән тартынмағыҙ, ҡаршылыҡты бергә кәңәшләшеп үтеү, туранан-тура хәл итеү мѳһим тип, үҙ кәңәштәрен биреп үтте.

Әңгәмә барышында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мѳдире Нәйлә Рәхмәт ҡыҙы Нәбиуллина студеттарға бик файҙалы, фәһемле мәғлүмәттәр бирҙе. Улар кисәлә бик әүҙем ҡатнашып, бер-бер артлы һорауҙар яуҙырып ҡына торҙо. Был сарала ҡатнашҡан студенттар ғаилә ҡороуға дѳрѳҫ ҡараш менән бағыр, тигән уй менән хушлаштыҡ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap