Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
СӘЛӘМӘТ ҠЫҘ―СӘЛӘМӘТ ӘСӘ
Untitled document

Ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың һаулығы, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау һаулыҡ һағы ѳлкәһенең һәр ваҡыт ѳҫтѳнлѳклѳ йүнәлештәренән һаналды. Мәғлүм булыуынса, бала табыуға һәләтле ҡатын-ҡыҙҙың, йәғни буласаҡ әсәләрҙең сәләмәтлегенә сабый тыуғанда уҡ нигеҙ һалына.

Башҡортостанда кескәй һәм үҫмер ҡыҙҙарға гинекология яр-ҙамы күрһәтеү ѳс баҫҡыслы системаға ярашлы алып барыла. Беренсе этапта участка педиатры, мәктәп табибы, медицина хеҙмәткәренә енси органдарында етешһеҙлектәр булыусы ҡыҙҙарҙы асыҡлау бурысы ҡуйыла. Патология була ҡалһа, икенсе этапта балалар гинекологы профессиональ тикшерә, дауалай, диспансеризация уҙғара. Ѳсѳнсѳһѳндә иһә, ҡыҙҙар гинекология патологияларының ауыр формаларын дауалау ѳсѳн республика балалар клиник дауаханаһына ебәрелә.

Сибай ҡалаһында балалар гинекологы тыуғандан алып 18 йәшкәсә ҡыҙҙарҙы хеҙмәтләндерә. Табип ҡарамағына 7493 бәләкәс ҡыҙҙар, 14849—бала һәм үҫмерҙәр тура килә. Урал аръяғы буйынса бала һәм үҫмер ҡыҙҙар һаны 71157 кешегә барып етә.

Ҡыҙ кешенең үҫә барған һайын ҡыҙыҡһыныуҙары ла арта бара. Ул оло тормош тупһаһына яҡыная. Ошо мәлдә уға ҡапма-ҡаршы енестәрҙең мѳнәсәбәте хаҡында мәғлүмәт биреү ваҡыты етә. Был тема күптәр ѳсѳн бик сетерекле, балаға ла уны аңлатыуы ауыр. Әммә енси тәрбиә шәхес тәрбиәләүебеҙҙең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ булырға тейеш. Енси тәрбиәнең маҡсаты—баланы ҡапма-ҡаршы енес менән аралашыу мѳнәсәбәттәренә, енси мораль һәм тормошҡа әҙерләү, ҡыҙҙарҙы ҡатын һәм әсә роленә ѳйрәтеү. Был осраҡта ҡыҙҙарҙың үрнәк булырҙай кешеһе булыуы зарур. Иң башта бѳтә ҡыҙҙар ҙа әсәһенә, унан инде әйләнә-тирәһендәге башҡа гүзәл заттарға—ѳләсәһенә, апаһына, уҡытыусыһына, күршеһенә, киноактрисаларға, иптәштәренә оҡшарға тырыша. Енси тәрбиә шулай уҡ интим гигиена, сексуаль кѳсләүҙе профилактикалау, теләмәгән йѳклѳлѳк, енси ауырыуҙар хаҡында мәғлүмәт биреүҙе лә үҙ эсенә ала.

10-12 йәштәрҙә ҡыҙҙар әхлаҡ ҡағиҙәләрен белергә тейеш. Ҡыҙ кешегә үҫкән һайын уның организмында 2-3 йылдан буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында мәғлүмәттәр биреп барыу зарур. Мәҫәлән, күрем хаҡында ҡыҙыҡай 8-9 йәшендә белергә тейеш. Енестәр мѳнәсәбәте, мѳхәббәт хаҡында бәйән итеү йәштәрҙә сексуаль әүҙемлекте ҡуҙғатыр, тип борсолорға ярамай. Мәҫәлән, Швецияла 1955 йылдан мәктәптәрҙә мотлаҡ енси тәрбиә дәресе индерелә башлағас, үҫмерҙәр араһында аборттар һаны, балиғ булмаусы ҡыҙҙарҙың бала табыуы осраҡтары ҡырҡа кәмей. Был осраҡта «киҫәтелгән, тимәк, ҡоралланған» әйтеме бик урынлы яңғырай.

Рәсәйҙә әлеге кѳндә 9,3 миллион үҫмер ҡыҙ иҫәпләнә. Бер нисә йылдан улар репродуктив йәшкә етәсәк һәм халыҡты үрсетеү бурысы улар иңенә ятасаҡ. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге шарттарҙа ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенең физик үҫеше тотҡарланыуы, инвалидлыҡ кимәле артыуы, репродуктив системалары тороштарының ҡаҡшауы, хроник сирҙәрҙең күбәйеүе күҙәтелә.

Һуңғы 10 йылда тулыһынса сәләмәт ҡыҙҙарҙың һаны 28,6-нан 6,3 процентҡа тиклем кәмегән. Гинекологик сирҙәрҙән эске һәм тышҡы енси органдарҙың ялҡын-һыныуы, күрем функцияһының боҙолоуы йыш осрай.

Иртә енси ѳлгѳрѳү, енси тормошто иртә башлау «үҫмер әсәләр» феноменын булдырҙы. Был үҙ нәүбәтендә яңы тыуған сабыйҙарҙың да, йәш әсәйҙәрҙең дә һаулығына кире йоғонто яһай.

Сибай ҡалаһында 64 мең тирәһе кеше йәшәй. Ҡаланың 14 дѳйѳм белем биреү мәктәбендә 7 меңгә яҡын уҡыусы белем ала. 2 юғары уҡыу йортонда, урта махсус белем биреү учреждениеларында ла 7 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Студенттарҙың күбеһе ата-әсәләренән айырылып, сит тарафта уҡый башлағас та, оло тормошҡа сыҡтыҡ тип, үҙенсә йәшәй башлай. Ҡыҙғанысҡа күрә, оло тормош тик алһыу тѳҫтә генә түгел, йәштәр шунда уҡ тѳрлѳ проблемаларға тарый. Уларҙың иң беренсеһе—теләмәгән йѳклѳлѳк. Йылына 20-нән ашыу йәш ҡыҙ ошо проблема менән мѳрәжәғәт итә. Былтыр, мәҫәлән, үҫмер йәштәге 22 ҡыҙ ауырға ҡалған, шуларҙың 15-е бала тапҡан, ҡалғандары аборт яһатҡан.

Ҡалала тѳрлѳ проблемаларға тарыусы йәштәр ѳсѳн «Йәштәргә изгелекле клиника» хеҙмәте 2002 йылда уҡ булдырылды. Клиникала 10 йәштән алып 18 йәшкәсә балаларға һәм үҫмерҙәргә психолог, юрист, гинеколог, дерматолог, педиатр һәм башҡа белгестәр консультация уҙғара. Бында тулыһынса тикшеренеү үтергә, дауаланырға ла мѳмкинселектәр бар.

Л.Кувшинова,

Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр

акушер-гинекологы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap