Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
26.02.2013
ПОЛИТРУК
Untitled document

 

2 февралдә илебеҙ Сталинград янында немец фашистарын тар-мар итеүҙең тамамланыуына 70 йыл тулыу кѳнѳн киң билдәләп, Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәренә оло хѳрмәт күрһәтте. Әммә тарихи сараны ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, Сталинград ѳсѳн барған тиңһеҙ һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнашҡан политрук, отставкалағы полковник Һиҙиәт Садиҡ улы Күсәбаев күрә алманы. Ветеран-яугир 2012 йылдың ноябрь аҙағында 96 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

Сталинград һуғышы ҡаһарманы Һ.С.Күсәбаев хаҡында бынан 18 йыл элек, Бѳйѳк Еңеүҙең 50 йыллығы уңайы менән яҙылған ошо очеркты «Атайсал» уҡыусыларына тәҡдим итәм. Ул Һиҙиәт ағайҙың яҡты рухына булһын.

1940 йылдың ноябрендә Һиҙиәт Күсәбаев, хеҙмәтен тултырып, Баймаҡҡа ҡайтып тѳшә. Армияла ул яҡшы хеҙмәт итә, бер йыллыҡ сержанттар мәктәбен бѳтѳрә. Башта политрук ярҙамсыһы, аҙаҡ взвод политругы була, кесе лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. Һиҙиәтте кадровый офицер булып ҡалырға димләйҙәр. Әммә егетте тыуған яҡтары тарта...

Һ.Күсәбаевты «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзитенә мѳхәррир итеп тәғәйенләйҙәр, партия сафына алалар. Ләкин тыныс тормош ѳҙѳлә... Запастағы офицер фронтҡа ебәреүҙәрен һорай.

Август айында армияға оҙаталар. Уны Ѳфѳләге запас уҡсы полкына политрук итеп һайлайҙар. Уның тѳп бурысы фронт ѳсѳн марш роталары әҙерләү була. 80 кешенән торған команда тѳҙѳлә. Уға һуғыштан яраланып ҡайтҡан ѳлкән лейтенант Алексей Барановты командир итеп ҡуялар.

«Күп тә тормай, мине Миңзәлә ҡалаһына хәрби сәйәси училищеға ебәрҙеләр. Бында фронт ѳсѳн кесе командирҙар һәм политруктар әҙерләйҙәр ине,—тип иҫкә тѳшѳрә Һиҙиәт ағай. —Взвод командиры ярҙамсыһы вазифаһын бирҙеләр. Буласаҡ командирҙарҙы иртәнән ҡара кискә тиклем һуғышҡа әҙерләйбеҙ. Был училищела миңә 1942 йылдың февраленә тиклем булырға тура килде. Курстан ѳлкән политрук таныҡлығы алып ҡайтып тѳштѳм. Тағы ла юлға. Кѳнгѳр ҡалаһында яңы дивизия ойошторола ине. Тимер юл буйындағы Ҡылыс ауылында урынлашҡайны буласаҡ дивизия штабы. Мине полк мәктәбе комиссары итеп тәғәйенләнеләр. Тѳп маҡсат—фронт ѳсѳн сержант һәм старшиналар әҙерләү.

Дивизияның һәр подразделениеһын энәһенән ебенәсә әҙерләгәс, кесе командирҙар һәм старшиналар менән тәьмин иткәс, һәр һалдатты һуғышсы кимәленә еткергәс, 226-сы уҡсы дивизияны эшелонға тейәп, Сталинград фронтына оҙаттылар. Комдив итеп генерал-майор Н.С.Никитченконы ҡуйҙылар. Ул хәрби эште маһир белгән, талапсан, кешелекле командир ине. Һуғышҡа тиклем Ѳфѳлә хәрби пехота училищеһы начальнигы булған.

Сталинград ѳсѳн үлемесле һуғыштар бара. Беҙҙең дивизия яугирҙәре 4 сентябрь кѳнѳ һуғышҡа инде һәм тәүге һынау үтте. Дивизия 66-сы армия составында Сталинградҡа тѳньяҡтан һѳжүм итергә бойороҡ алды. Беҙҙең менән йәнәш 24-се, 1-се гвардия армияларына ла шул уҡ бурыс йѳкмәтелгәйне. Дон фронты армиялары немец фашистарын кѳньяҡлап ҡыҫымға алды. Тѳп маҡсат—дошманды Сталинград янында ҡамап, тар-мар итеү һәм һѳжүмде кѳнбайыш сиктәргә йүнәлтеү.

Немецтарҙың ҡаршылығын еңеп, инженерлыҡ ҡоролмаларын ҡыйрата-ҡыйрата, ут нѳктәләрен юҡҡа сығара-сығара, 66-сы армияның бѳтә кѳстәре лә алға ынтылды. Әммә 24 ноябрҙә (1942 йыл) беҙҙең 226-сы дивизия дошмандың ныҡлы оборонаһына юлыҡты. 137,8 һәм 139,7 бейеклектәрен яуламай тороп, алға китеү мѳмкин түгел. Сѳнки фашистар был бейеклектән тороп, Сталинград тирәләй хәрәкәт иткән Совет ғәскәрҙәренең кѳс нисбәтен контролдә тота ала ине. Ике бейеклектә лә бик күп һанда пулемет, миномет һәм танкыға ҡаршы батареялар урынлаштырылғайны. Бейеклектәрҙе «Тимер тәре рыцарҙары» тип аталған һайланма тѳркѳмдәр һаҡланы. Уларҙы танкылар ҡурсалап торҙо. Ана шуға армия командованиеһы 226-сы, 343-сѳ уҡсы дивизияларға ошо ике бейеклекте баҫып алырға, артабан Сталинградҡа юл асып, уны немец фашистарынан таҙартырға бойороҡ бирҙе.

Беҙҙең дивизияны һәм күршеләрҙе 4 кѳнгә армияның икенсе эшелонына күсерҙеләр. Оҡшаш бейеклектәр һайлап, уны штурм менән алыу, танк, артиллерия частары менән берлектә хәрәкәт итеү тактикаһын бик ныҡлап үҙләштерҙек.

Кемдер берәү һѳжүм ваҡытында ҡыйралған танкыларҙы ҡулланырға тәҡдим итте. Танк эсендәге ул-был йыһаздарын, двигателен алып ташлап, һѳлдәһен сана табандарына ултыртып, тѳҙѳк танкыға ҡорос арҡан менән тағып һѳйрәтергә ҡарар ителде. Был, беренсенән, танкылар һанын алыҫтан ишле итеп күрһәтһә, икенсенән, автоматсыларға ышыҡланыр ѳсѳн бик ҡулайлы ине».

...1942 йылдың 13 декабре. Һепертмә буран. Дүрт взводтан торған штурм отряды командиры майор Соловьев һәм уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнгән гвардия капитаны Һиҙиәт Күсәбаев яугирҙәрҙең һәммәһенең кәйефен белешеп, ҡоралдарын барлап, әҙерлеген тикшереп сыҡҡас, дивизия штабына хәбәр итте. Артабан яугирҙең хәтирәләренән: «139,7 бейеклеген штурмлауҙы башларға!» тигән бойороҡ иртәнге тынлыҡты ярып үтте. Танк һѳлдәләренә ышыҡланған штурмлаусылар тимер ташҡын булып бейеклеккә ынтылды. Әммә фашистар ҙа йоҡлап ятмай ине. Артиллерияһын, минометын эшкә ҡушты, пулеметтар телгә килде. Һәм... танкылар берәм-берәм сафтан сыға башланы. Командир Соловьев, ҡаты яраланып, ергә ауҙы...»

Дошман позицияһына күп тә ҡалмаған. Әгәр һѳжүм туҡтап ҡалһа, бѳтә отрядты он-талҡан итәсәктәр. Етмәһә, 137,8 бейеклегенә һѳжүм итеүселәрҙең дә хәле ҡырҡыулашасаҡ...

—Һуғышсылар, минең арттан! Атакаға, ур-а-а-а!..—тип бейеклеккә ташлана Һиҙиәт Күсәбаев. Командир ярҙамсыһының ҡыйыулығы һѳжүм итеүсе-ләрҙе дәртләндереп ебәрә.

Дошман позициялары тар-мар ителә, күп ҡорал, техника ҡулға тѳшә, байтаҡ немец әсирлеккә эләгә. Бейеклек ѳсѳн һуғышта күрһәткән батырлығы, хәрби оҫталығы ѳсѳн гвардия капитаны, политрук Һиҙиәт Күсәбаев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

1943 йылдың 10 ғинуарында, Ман-штейн армияһын ҡыйратҡас, ҡамауҙа ҡалған 22 дивизияны тар-мар итеү һәм әсиргә алыу башлана. Һәм ул 2 февраль кѳнѳ уңышлы тамамлана, Сталинград тулыһынса фашистарҙан таҙартыла. 66-сы армия был саҡ Дон фронтына бирелгән була. Сталинград операцияһы тамамланыуға ул 5-се гвардия армияһы итеп үҙгәртелә, 226-сы дивизия—95-се гвардия дивизияһына әүерелә. Күреүегеҙсә, армия һәм дивизия «гвардия» исемен фиҙаҡәр батырлыҡ аша яулай. Уның шулай аталыуына политрук, Баймаҡ районы яугире Һиҙиәт Күсәбаев та тос ѳлѳш индергән.

Армия һәм дивизияның һуғыш михнәттәрен күрәһеләре алда ине әле. Курск дуғаһында, Харьков, Полтава ҡалаларын азат итеүҙә яугирҙәр тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. 1943 йылдың 23 сентябрендә Полтава ҡалаһын алғанда 95-се гвардия уҡсы дивизияһы һуғышсылары айырыуса әүҙемлек күрһәтә һәм шуның ѳсѳн Полтава исеме бирелә. Кременчуг, Кировоград ҡалалары һәм Украинаның һул яҡ яры буйҙарын дошмандан әрсегәндә лә, Румынияны азат иткәндә лә Уралда тѳҙѳлгән дивизия ҡаһармандарса һуғыша.

1944 йылдың 19 сентябрендә Румыния ерендә барған һуғыштарҙа Һиҙиәт Күсәбаев ҡаты яралана. Ул саҡта Иҫке Сибай егете дивизия политбүлегендә һуғышсылар тәрбиәләүгә күп кѳс һалған абруйлы яугир-политрук булып ѳлгѳргән була.

95-се гвардия дивизияһы һуғышты Эльба ярҙарында тамамлай. Данлы Урал дивизияһы Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Богдан Хмельницкий ордендары менән наградлана.

Политрук Һиҙиәт Күсәбаев иһә, госпиталдән сыҡҡас, 2-се Украина фронты составындағы 53-сѳ армияның 243-сѳ дивизияһында һуғышты дауам итә. Будапешт, Вена ҡалаларын һәм Кѳньяҡ Чехияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Еңеү кѳнѳн Ческе-Будеевицела ҡаршылай. Ул һуғышта күрһәткән батырлыҡтары ѳсѳн бер I дәрәжә, ике II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Сталинградты обороналаған ѳсѳн», «Будапештты алған ѳсѳн», «Венаны алған ѳсѳн» миҙалдары менән наградлана һәм майор дәрәжәһенә үрләтелә.

Һуғыш тамамланһа ла, тиҙ генә тыуған ауылына ҡайтып етә алмай. Хеҙмәт иткән дивизияһы менән Красноярскиҙа 1946 йылдың сентябренә тиклем була, политбүлектә яугирҙәр тәрбиәләй.

Сентябрь баштарында ҡайтып тѳшә Һиҙиәт ағай Баймаҡҡа. «Баймакский рабочий» гәзитенә мѳхәррир итеп тәғәйенләнә. Бында 1951 йылдың сентябренә тиклем эшләй ҙә, Ѳфѳ ҡалаһына партия мәктәбенә уҡырға китә. Уны тамамлап ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» гәзитенең мѳхәррире булып эшләй. 1956-1963 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты, артабан партия, дәүләт комитеты, халыҡ контроле комитеты рәйесе вазифаларын биләй. Һиҙиәт ағай Күсәбаев ниндәй генә урында булмаһын, эшен еренә еткереп башҡара, халыҡ менән бик матур мѳнәсәбәттә була. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ялға сыҡҡас та, тынғы белмәй, Сибай ҡалаһы ветерандар советын ойоштора, уны етәкләй.

Ҡаһарман яугир, намыҫлы етәксе, ихлас күңелле кеше ине ул Һиҙиәт Садиҡ улы Күсәбаев. Уның хаҡында күңелемдә яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлайым.

Шәйхислам Айсыуаҡов.

Сибай ҡалаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap