Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
26.02.2013
ҮЛЕМҺЕҘ ГЕРОЙҘАР
Untitled document

 

1943 йылдың 23 февралендә, Совет халҡы Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығын билдәләгән осорҙа, халҡыбыҙҙың батыр улдары—Советтар Союзы Геройы Шәкирйән Мѳхәмәтйәнов-Александр Матросовтың һәм 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың ғүмерҙәре фажиғәле рәүештә ѳҙѳлә. Улар икеһе лә тыуған иленең азатлығы хаҡына хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Исемдәре батырлыҡ символына әйләнгән был ике шәхестең геройҙарса үлеменә—70 йыл.

1941-1945 йылғы Бѳйѳк Ватан һуғышындағы Еңеү халҡыбыҙға еңел бирелмәй. Был һуғышта башҡорт халҡы ла меңәрләгән аҫыл ир-егеттәрен юғалтты. Үрҙә яҙып үткән ике героик шәхесебеҙ ҙә шулар рәтенән.

Шәкирйән Мѳхәмәтйәнов-Александр Матросов 1924 йылда Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Уның яҙмышын журналист Р.Насыров ентекләп ѳйрәнде. Иртә етем ҡалыу сәбәпле, ул Ульяновск һәм Ѳфѳ ҡалаһы балалар йорттарында тәрбиәләнә, унда уға рус исеме һәм фамилияһы бирәләр. Шәкирйән-Александр һуғышҡа 18 йәшендә үк китә. 254-се гвардия уҡсылар полкының 56-сы гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә.

1943 йылдың 23 февралендә Псков ѳлкәһе Чернушки ауылы ѳсѳн барған ҡаты һуғышта үҙенең кәүҙәһе менән дошман дзотының амбразураһын ҡаплай. Был героик аҙымы менән ул иптәштәрен үлемдән ҡотҡарып ҡала һәм заданиены үтәүгә булышлыҡ итә. 1943 йылдың 19 июнендә уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳйѳк Ватан һуғышы осоронда Матросовтың батырлығын 200-гә яҡын кеше ҡабатлай. Уның яҡты иҫтәлегенә бик күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Сибайҙа ла, һәйкәлдәр ҡуйылған.

Икенсе геройыбыҙ—112-се Башҡорт атлылар дивизияһы командиры, күп кенә хәрби ордендар менән наградланған генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов. Ул да, ил алдында биргән антына тоғро ҡалып, 1943 йылдың 23 февралендә Ватаны ѳсѳн һәләк була. Шайморатов етәкләгән дивизия һуғышта иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡтар күрһәтә, Дон, Сталинград һуғыштарында ҡатнаша, Сталинградта ҡамауҙа ҡалған Паулюс армияһын ҡотҡарыу ѳсѳн ебәрелгән Манштейн армияһын тар-мар итеүгә ҙур ѳлѳш индерә. Шайморатов бѳтә ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған, Ҡыҙыл Армияны нығытыу һәм үҫтереүгә кѳсѳн һалған командирҙарҙың береһе була. Һуғыш алдынан М.Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғас та Шайморатовҡа 112-се Башҡорт атлылар дивизияһын ойоштороу бурысы йѳкмәтелә. Был бурысты ул намыҫ менән үтәй. Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары ѳсѳн дивизия Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградлана. Дивизияның 78 яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Был Бѳйѳк Ватан һуғышы тарихында үҙе бер уникаль күренеш була, сѳнки башҡа бер дивизиянан да ул тиклем герой сыҡмай. 1943 йылдың 14 февралендә дивизияға «гвардия» исеме бирелә. Баш командующийҙың әмере буйынса генерал-полковник О.И.Городовиков Мәскәүҙән ошондай телеграмма ебәрә: «Башкирская кавалерийская дивизия в тяжелых боях оправдала доверие башкирского народа».

1943 йылдың 10 февраленән 23-ѳнә тиклем 112-се (16-сы гвардия) кавдивизия, Юғары командованиеның махсус заданиеһы буйынса, 8-се кавалерия корпусы составында Дебальцево йүнәлешендә дошман тылына тәрән рейдҡа ебәрелә. Тәүге осорҙа улар Ворошиловград, Донбасс ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша, ләкин һуңынан кѳстәр тигеҙһеҙ булып, Чернухино-Дебальцево йүнәлешендәге һуғышта атлылар немецтарҙың ҙур ҡаршылығына осрай. Гитлерҙың бойороғо буйынса, күмер сығарыу үҙәге булған Донбасты һәм тимер юлы үҙәге булып торған Дебальцевоны ҡулда тотоп тороу ѳсѳн, ике механизацияланған пехота һәм бер танк дивизияһы ебәрелә. Ә инде 8-се кавалерия корпусына 3-сѳ армиянан бер ниндәй ҙә ярҙам килмәй, улар ҡамауҙа тороп ҡала. Хәл үтә киҫкенләшкән мәлдә юғарынан «дошман ҡулсаһын ѳҙѳп, ҡамауҙан сығырға һәм 3-сѳ армияға ҡушылырға» тигән фарман килә. Ләкин быны эшләү еңелдән булмай. Бойороҡҡа ярашлы, ҡамауҙан тәүгеләрҙән булып, 23 февраль кѳнѳ 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавдивизияһы сығырға тейеш була. «Это был особый день—23 февраля, 25-я годовщина Советской Армии. Естественно, прорыв корпуса виделся как весомый подарок к празднику»,—тип яҙҙы һуңынан Фәрит Вәхитов.

Ҡамауҙан сыҡҡан мәлдә кавалеристар ҙур юғалтыуҙар кисерә. Генерал Шайморатов һәм уның бер взвод һаҡсыһы батырҙарса һуғышып һәләк була. Штеровка ауылы янында—769 кеше, Петровкала—1003, Чернухинола—97, Ращенкола 79 кавалеристың ғүмере ѳҙѳлә.

1943 йылдың 24 февралендә иҫән ҡалған яугирҙәр ҙур юғалтыуҙар, тиңһеҙ алыш һѳҙѳмтәһендә 3-сѳ армияға килеп ҡушыла. Шайморатовтың бойороғо буйынса яҡташыбыҙ—Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы егете Баҡый Вәлиев дивизияның байрағын ут эсенән алып сығыуға ѳлгәшә. Мерәҫ ауылы егете, комсомолец, лейтенант Зиннәт Вәлиев, артиллерия уты аҫтында, яралы иптәштәрен арба менән ҡамауҙан алып сыға. Уларҙың был батырлыҡтары яҡташтары тарафынан онотолмаҫҡа тейеш. Тыуған ил азатлығы ѳсѳн һәләк булған, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, хәрби антына тоғро ҡалған яугирҙәргә мәңгелек дан!

Рамаҙан Үтәғолов,

крайҙы ѳйрәнеүсе.

Сибай ҡалаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap