Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
26.02.2013
«ИСЕМ ҺАТМА, БЕР ҮК ЕБЕП ҠАЛМА, ИР―ЕГЕТТӘР ҮТМӘҪ ЮҠ КӘРТӘ…»
Untitled document

 

—ти һәр бер атай улын әрме сафына оҙатҡанда. Аллаға шѳкѳр, һалдаттарыбыҙ ата һүҙҙәрен тота, Ватаны алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй. 23 февраль—Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳ алдынан тѳрлѳ йылдарҙа армия сафын үтеп ҡайтҡан ир-егеттәргә: «Ҡайҙа хеҙмәт иттегеҙ? Армияның әһәмиәте бармы? Әрмегә бәйле хәтирәләр, улығыҙҙың әрмегә барыуын теләр инегеҙме?» кеүегерәк һорауҙар менән мѳрәжәғәт иттек.

Рәмил Туйсин, билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

—Элегерәк әрмегә барыу изге бурыс һаналды. Бәләкәйҙән хеҙмәт итеү теләге менән яныу ҙа ғәҙәти күренеш була торғайны. Йәш быуында патриотик рух та кѳслѳрәк булғандыр... 1990 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә алындым. Ярты йыл Латвияның Лиепая ҡалаһында учебка үткәндән һуң, ил алдындағы бурысым Тѳньяҡ флотта дауам итте. Беҙҙең ѳсѳн ҡыҙыҡ та, ятыраҡ та тойолған ер-һыуҙар, диңгеҙ күреү ғүмеремдең иң сағыу мәле булып хәтерҙә һаҡлана.

Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бѳткѳһѳҙ. Һағыныуҙың ни икәнен нәҡ шул йылдарҙа аңланым. Күңелгә һағыш тулған саҡтарҙа, утрауҙағы ҡалҡыу урынға менеп, атай-олатайҙарҙың яратып йырлаған «Әрме», «Һыр», «Уйыл» йырҙарын һуҙа торғайным. Баҡтиһәң, әрмегә тиклем был йырҙарҙың мәғәнәһе әллә ни күңелгә үтеп тә инмәгән, һағыштарға ла һалмаған икән... Ике йыл ярым ваҡыт (диңгеҙ флотындағы хеҙмәттең ѳс йылдан ике йылға күсеү осорона тап килгән Рәмил ағайҙың хеҙмәте ярты йылға ҡыҫҡартыла—авт.) мине сыныҡтырҙы. Әрме физик яҡтан ғына түгел, психологик йәһәттән дә ысын ир-егет тәрбиәләй.

Ҡурайым да һәр саҡ үҙем менән булды. Катерҙың май торбаһынан ҡурай эшләп алаһың да, тартып ебәрәһең. Тѳрлѳ милләттән булған хеҙмәттәштәрем сихри моңдо яҡын күрә ине, часть командиры ҡабат-ҡабат һорап уйнаттыра торғайны. Бѳгѳн дә хеҙмәттәштәрем менән Интернет аша әрме хәтирәләрен иҫләп алабыҙ.

Биш йәшлек Буранбай исемле улым үҫеп килә. Ваҡыты еткәс, ул да Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтыр, тигән ѳмѳттәмен. Иң мѳһиме, үҙенең теләге кәрәк. Ә ул теләк патриотик тәрбиәгә бәйле.

Дим Азатов, Сибай ҡалаһы адвокатураһы хеҙмәткәре:

—Мин 2010-2011 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәренең Новороссийск ҡалаһындағы 75525-се хәрби часта хеҙмәт иттем. БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, диплом алып та ѳлгѳрмәнем, әрме сафына алындым. Дипломды әсәйемә тапшырғандар.

Армия минең ѳсѳн, ысын мәғәнәһендә, тормош мәктәбе булды. Ватанға тоғролоҡҡа ант биреү менән ысын әрме тормошо башланды. Армияла физик кѳс һәм һығылмалылыҡ ҡына түгел, зирәклек тә кәрәк. Теория, ҡоралды энәһенән-ебенә тиклем белеү зарур, Уставты ете тѳн уртаһында торғоҙоп һораһалар ҙа, яттан һѳйләргә тейешһең.

Армияның әһәмиәте бар, әлбиттә. Был мәктәпте ирмен тигән һәр кеше үтергә тейеш, тип иҫәпләйем. Әрме сафын үткәндәр тормошта үҙ урындарын тиҙерәк таба, донъя кѳтѳүгә әрһеҙ була. Ситтә йѳрѳгәндә тыуған ерҙең, атай-әсәйемдең, туғандарҙың ҡәҙерен белдем. Армияла дуҫлыҡ тѳшѳнсәһенең асылын аңланым. Тәртипкә, бѳхтәлеккә ѳйрәндем. Минән бер нисә аҙна һуң хеҙмәткә алынған йән дуҫым менән бер часҡа эләгеүебеҙҙе, бергә хеҙмәт итеүебеҙҙе яҙмыш бүләге итеп ҡабул иттек. Ғѳмүмән, хеҙмәт осорон мәңге оноторлоҡ түгел. Ни тиһәң дә, йәшлектең бер мәлен тыуған ерҙән алыҫта, һалдат кейеме кейеп уҙғарыу күңелгә ныҡ уйылды. Әлеге кѳндә лә хеҙмәттәш дуҫтарым менән аралашам. «Бәйләнештә» социаль селтәре аша һәр береһенең хәлен һорашып, яңылыҡтары менән уртаҡлашып торам.

Улым булһа, мин уның әрмегә барыуын бик теләр инем, сѳнки мине лә атайым хәрби хеҙмәткә алдан әҙерләне. Армия хаҡында күптән хыялланғанға, уның ҡанундары менән аҙмы-күпме таныш булғанға, миңә хеҙмәт ауыр бирелмәне.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap