Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
01.03.2013
«ПРЕМЬЕРА―ЯҠТАШТАРЫМА ЮБИЛЕЙ БҮЛӘГЕ»
Untitled document

 

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Маликова—әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эште тѳптән егелеп тартҡан сәхнә оҫталарының береһе. Ролдәре бихисап һәм улар тѳрлѳ-тѳрлѳ. Киң амплуалы актрисаның сағыу ижад юлына байҡау яһап, уның менән ойошторған әңгәмәбеҙ «Атайсал» гәзите уҡыусылары күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ.

—Театрҙа эшләү йылдарығыҙҙың ҡайһы осоро күңелегеҙгә иң яҡыны?

—1987 йылда, Ѳфѳ дәүләт сәнғәт институтында Рифҡәт Исрафилов курсында белем алғас, ошо театрҙа хеҙмәт юлымды башлап ебәргәйнем. Тәүге ролдәр иҫтә ныҡ ҡалған. И.Юзеевтың пьесаһы буйынса «Аҡ ҡалпағым тѳшѳрҙѳм ҡулымдан» пьесаһында Зѳбәйҙә-Прайс, Р.Байбулатовтың «Йәрем минең алиһәм»дә Ляля Моисеевна, У.Шекспирҙың «Ун икенсе тѳнѳ»ндә Мария, Ф.Бурнаштың «Йәш йѳрәктәр»дә Мәфтуха, Н.Асанбаевтың «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта»һында Катя, С.Айтматовтың «Юлдарым—һағышлы моңдарым»да Әсә, А.Йәғәфәрованың «Ҡыпсаҡ ҡыҙы»нда Айһылыу, Ф.Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем»дә Сәлимә образдары мине ҙур сәхнә оҫтаһы итеп танытты. Ғѳмүмән, һәр спектакль—коллективыбыҙ менән атҡарып сығарған баһалап бѳткѳһѳҙ хеҙмәтебеҙ.

—Ә шулай ҙа биографияғыҙ ѳсѳн иң әһәмиәтле хеҙмәттәрегеҙ тураһында һүҙ йѳрѳтәйек әле…

—2003 йылда Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Театр яҙы» республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Нурлан Абҡадыровтың «Тылсымлы сәңгелдәк» әҫәрендәге ҡарсыҡ ролем менән еңеү яуланым. Ғәжәп талантлы режиссер һәм философ ул ҡырғыҙ егете Нурлан. Үҙемдең мѳмкинлектәремде бар тәрәнлегендә асып биреүҙә талантлы режиссер ярҙам итте. Шулай уҡ бѳгѳнгѳ кѳндә иң сағыу ролдәремдең береһе «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Шәмсиә роле тип әйтә алам. Мине бит тамашасы иң элек комик актриса тип ҡабул итә. Үҙем дә тормошта асыҡ күңеллемен, алсаҡмын, йор һүҙлемен. Йәнә «Һѳйѳү сәғәте һуҡҡанда» спектаклендәге медсестра-гармунсы ролем менән 2008 йылда «Иң яҡшы эпизодик роль» призына лайыҡ булыуым да мине ижади үрҙәргә этәргәйне. Шулай уҡ «Ай ҡыҙы» сериалында Йәмилә роле менән үҙемде кино сәнғәтендә һынап ҡараным. Хатта хәҙер ҙә миңә ошо героиням исеме менән ѳндәшеүселәр осрап ҡуя.

—Һеҙҙең ижадығыҙҙың әле лә емешле сағы...

—Рәхәтләнеп уйнар, сәхнәләрҙе иңләр сағым әле, тип һанайым. Билдәле драматург Флорид Бүләков фәҡәт минең юбилей бенефисым ѳсѳн генә «Хыял диңгеҙе» комедияһын ижад итте. Уның премьераһын яҡташтарым юбилейым бүләге тип ҡабул итһен. 4 март кѳнѳ Сибай филармонияһында, 5 мартта Баймаҡ мәҙәниәт йортонда үтәсәк спектаклгә ихлас күңелдән саҡырам. Унда шулай уҡ Рәүис Заһитов, Илдар Ғүмәров, Миңзәлә Хәйруллина, Руслан Хайсаров һәм Фирүзә Париж кеүек билдәле артистар менән осрашыу кѳтә.

—Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, ижади үрҙәр, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Рәмилә Йәһүҙина,

Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегенең баш мѳхәррире.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap