Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
01.03.2013
ѲЛГѲЛѲЛӘРГӘ ҺОҠЛАНЫП
Untitled document

 

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Ошо кѳндәрҙә юлыбыҙ Йылайыр яҡтарына тѳштѳ. Маҡсатыбыҙ тѳбәк халҡының кѳнитмеше менән танышыу, ѳлгѳлѳ яҡташтарыбыҙ хаҡында материалдар әҙерләү ине. Шулай уҡ Йомағужа ауылынан гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында тѳп приздың береһен—келәмде отоусы Әнисә Хәсәноваға бүләген тапшырыуҙы ла үҙ иңебеҙгә алдыҡ.

Еңеүсебеҙҙе мәктәптә тап иттек. Ѳс тиҫтә йылдан ашыу балаларҙы белем донъяһына әйҙәгән абруйлы уҡытыусы булып сыҡты Әнисә Зәйнулла ҡыҙы. Эш урынында башланып киткән әңгәмәбеҙ уларҙың күркәм, яҡты йортонда дауам итте.

—Уҙған йылдың аҙағында «Атайсал» гәзите хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡытыусылары менән фәһемле һәм ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙе. Шул ваҡытта барыбыҙ ҙа тиерлек баҫмаға яҙылып ҡалдыҡ. Гәзиттең тәүге һанында үҙемдең исемемде күреп ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Бер аҙҙан дуҫ-иштәр, таныштар шылтыратып ҡотлай башланы,—ти әңгәмәсем ҡыуанысын йәшермәй.

Ниндәй уҡытыусы гәзит-журналһыҙ йәшәй алһын инде, Әнисә Хәсәнова ла тиҫтәгә яҡын баҫма алдыра.

—«Атайсал» бер нисә тѳбәкте яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле. Мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, бѳгѳнгѳбѳҙ һәм киләсәгебеҙ хаҡында уйландыра ла ул. Бигерәк тә йүнселлек темаһына арналған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ,—тип еңеүсебеҙ гәзит хаҡында фекерҙәре менән дә уртаҡлашты.

Ғаилә башлығы Миңлеғәле ағайҙы иһә ауылдаштары йыр-моң яратҡан, уңған ир-уҙаман булараҡ хѳрмәт итә. Ысынлап та, ҡулына ҡурайын, ҡумыҙын йә гармунын алһынмы—сихри моңдар иленә илтә лә ҡуя. Атанан күргән—уҡ юнған тигәндәй, улдары ла моң донъяһына битараф түгел. Малайҙарҙың икеһенең дә ҡурайҙа һыҙҙырыуы, гармунда уйнауы ошоно дәлилләй ҙә инде. Ваҡытында кѳрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәгән Миңлеғәле ағайҙың кѳс-ҡеүәте ѳлкәндәре Иштуғанға ла күскән. Бѳгѳн Магнитогорск дәүләт техник университетында белем алған егет кѳрәш бәйгеләренән еңмәйенсә ҡайтҡаны юҡ.

Шулай ҙа хужа кешенең тѳп оҫталығы ҡортсолоҡта булып сыҡты. Оҙаҡ йылдар был тармаҡҡа тоғро ҡалған Миңлеғәле Хѳснѳлхаҡ улына уҙған йыл мәктәптә «Ҡортсолоҡ дәрестәре нигеҙҙәре»н уҡытыуҙы ышанып тапшырғандар. Күп кѳс, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап иткән шѳғѳлгә ғаилә башлығы хәләл ефетен һәм улдарын да ѳйрәтеп алған. Улар әйтеүенсә, эште бергәләп башҡарыу—үҙе бер ғүмер, балаларҙың халҡыбыҙ кәсебен белеп үҫеүе лә һәйбәт.

Хәсәновтарҙың йортонан күңелебеҙ күтәрелеп, яҡты уйҙар менән сыҡтыҡ. Бына бит, ниндәй һоҡланғыс ғаиләгә эләккән беҙҙең бүләгебеҙ! Заман ауыр тип зарланмай, намыҫлы хеҙмәт итеп, балаларына тейешле тәрбиә биреп, шәхси хужалыҡтарын булдырып, иң мѳһиме башҡаларға ѳлгѳ булып йәшәй беҙҙең гәзитебеҙҙең дуҫтары.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap