Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.03.2013
«ИЖАДИ ҠАРАШ ТѲҘѲҮСЕЛӘРГӘ ЛӘ ХАС»
Untitled document

 

Күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы барлыҡ һѳнәрҙәрҙең береһе генә булмаһа ла, йәшәйешебеҙ нисек булыр ине икән? Игенсеһеҙ иген игелмәҫ, уҡытыусыһыҙ белем бирелмәҫ, тѳҙѳүсеһеҙ йорттар ҡалҡмаҫ ине, моғайын. Тѳҙѳүсе тигәндәй, оло һоҡланыу менән бағам уларҙың хеҙмәтенә. Ҡатлы-ҡатлы йорттар йәиһә социаль объекттар тѳҙѳп, кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итә улар. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостандың атҡаҙанған тѳҙѳүселәре Рәйлә һәм Рәсүл Әхмәтовтар ҙа бар ғүмерен изге һѳнәр менән бәйләгән. Баҡтиһәң, маҡтаулы исемде йѳрѳтѳүсе ирле-ҡатынлы тѳҙѳүселәр тотош Урал аръяғы тѳбәгендә берәү генә икән.

Һеҙҙең бала саҡ йылдарығыҙ уҙған быуаттың 70-80-се йылдарына тура килгән. Ѳлкәндәрҙән ишетеүемсә, ул ваҡыттарҙа ауыл йәштәренең күпселеге туған хужалығына, ауылына хеҙмәт итеү теләге менән янған. Ә һеҙҙең ул дә-үерҙә ауыл кешеһе ѳсѳн ятыраҡ тѳҙѳүсе һѳнәрен һайлауығыҙ нимә менән бәйле?

Рәсүл Әхмәтов:

—Ҡала ерендә тѳҙѳлѳштѳң гѳрләп торған сағы ине ул йылдар. Тѳҙѳүселәр ҙур һорау менән файҙаланды, күпләп уҡырға ҡабул иттеләр. Һѳнәрле булыу теләге 8-се кластан һуң Сибай ҡалаһының һѳнәрселек училищеһына алып килде. Белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Баймаҡ ПМК-һында балта оҫтаһы булып эш башланым. Ѳс йыл эшләгәс, йәғни 1973 йылда, хәрби хеҙмәткә саҡырыу килеп тѳштѳ. Ике йыл Воркута ҡалаһында Хәрби-һауа кѳстәре ғәскәрендә хеҙмәт иткәндән һуң йәнә ПМК-ға килеп тѳҙѳүсе эшмәкәрлегемде дауам иттем, ауыл хужалығы тѳҙѳлѳшѳ буйынса мастер итеп ҡуйҙылар.

Рәйлә Әхмәтова:

—Эйе, ул ваҡытта ауыл балаларының күпселеге 8-сене тамамлағас, ҡалаға уҡырға китә ине. Мин дә шул ағым ыңғайына китергә уйлағайным, ата-әсәйем ҡаршы булды. Нығынып етмәгән баланы ҡырға ебәргеләре килмәгәндер инде. Урта белемгә эйә булғас, әсәйемдең теләге буйынса Йылайыр ауыл хужалығы техникумына тип сығып киттем дә, тѳҙѳүсе булыу хыялым кѳслѳ ине, документтарымды Сибайҙағы училищеға тапшыр-ҙым да ҡуйҙым. Мине лә Рәсүл кеүек, һѳнәргә эйә булғас, ПМК-ға эшкә ебәрҙеләр.

—Тимәк, һеҙҙе Баймаҡ ПМК-һы осраштырып ҡауыштырған, тип әйтергә мѳмкин…

Рәсүл Әхмәтов:

—Эйе, Рәйлә—ул ваҡытта йәш кенә, сибәр генә ҡыҙ—1975 йылда хеҙмәт юлын башланы. Ѳс йылдан һуң ѳйләнештек. Шул ваҡыттан алып эштә лә, ѳйҙә лә бергәбеҙ. Ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек.

Рәйлә Әхмәтова:

—Икеһе лә—Рәил дә, Рәсим дә беҙҙең юлды һайланы. Магнитогорск ҡалаһында юғары уҡыу йортонда тѳҙѳлѳш буйынса һѳнәргә эйә булып сыҡтылар. Бер мәл бѳтә ғаилә менән дүртәүләп ПМК-ла эшләгән саҡтарыбыҙ ҙа булды. Бѳгѳн ѳлкән улыбыҙ крәҫтиән-фермер хужалығын булдырҙы, кинйәбеҙ район хакимиәтендә яуаплы вазифа башҡара.

—Рәсүл ағай, ир-егеттең бурысын үтәгәнһегеҙ—улдар үҫтергәнһегеҙ, ѳйҙәр һалғанһығыҙ...

Рәсүл Әхмәтов:

—Шѳкѳр, малайҙарҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеүгә ѳлгәштек. Әлеге мәлдә ейән-ейәнсәрҙәр һѳйѳү бәхетен кисергән кѳнѳбѳҙ. Йорт тѳҙѳүгә килгәндә, уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ (кѳлә). Балаларҙың да үҙ мѳйѳштәре бар. Йәш саҡтарҙа ағасты ла күп ултырттыҡ.

—Тѳҙѳүсе һѳнәре хәүефлеләрҙән һанала. Имгәнеү ҡурҡынысы ла ҙур, тѳрлѳ шарттарҙа гел асыҡ һауала эшләү ҙә һаулыҡҡа зыян килтереүе мѳмкин. Ошо хаҡта ни әйтерһегеҙ?

Рәсүл Әхмәтов:

—Ысынлап та, хәүефле эш. Тѳҙѳлѳш ваҡытында бейектә бер таҡта буйлап ҡына йѳрѳгән саҡтар була. Прораб булараҡ, һәр эшсегә яуап биргәнгә күрә, йѳрәгемде усыма тотоп тигәндәй йѳрѳйѳм. Йәрәхәтләнеп, аяҡ-ҡулдарын имгәтеп ҡуймаһындар, тип борсолаһың. Шѳкѳр, ошоға тиклем күңелһеҙ хәлдәргә осрағаныбыҙ юҡ.

—Бергә эшләүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын ниҙә күрәһегеҙ?

Рәйлә Әхмәтова:

—Ѳйрәнгәнбеҙ инде. Ир-тәнсәк йорт мәшәҡәттәрен тамамлай һалабыҙ ҙа эшкә сығып китәбеҙ. Бергә эшләүҙең тик яҡшы яҡтарын ғына күрәм. Эш буйынса һорау килеп сыға икән, иптәшеңә ярҙам йә кәңәш һорап бараһың. Уның янында үҙеңде яҡлаулы тояһың. Күрше тѳбәктәрҙә лә объекттар тѳҙѳү сәбәпле, аҙналар-айҙар буйы ѳйгә ҡайтмаған саҡтар була. Мәҫәлән, Әбйәлил районында мәктәп тѳҙѳү хәтерҙә ҡалған. Аҙнаның 6 кѳнѳндә эшләйбеҙ ҙә, бер кѳн ял итәбеҙ. Тѳндәрен дә туҡтап тороу юҡ. Һѳнәребеҙ тынғыһыҙ булһа ла, күңелле саҡтар күберәк хәтерҙә һаҡлана. Күп кенә тѳҙѳүселәр менән яҡынайып, бер ғаиләгә әйләнеп киткәнбеҙ.

Рәсүл Әхмәтов:

—Беҙгә хаҡлы ялға сығыуға ла күп ҡалманы. Хеҙмәт стажына килгәндә, минең—42, ә ҡатындыҡы—38 йыл, икебеҙҙекен ҡушып һанағанда дѳйѳм 80 йыл тәшкил итә. Бергә эшләүҙең тағы бер ыңғай яғы шунда: эш буйынса берәй ергә барһам, ҡорамалдар, материалдарға күҙ-ҡолаҡ булырға Рәйләгә әйтәм дә китәм. Ни тиһәң дә, бѳгѳн тѳҙѳлѳш материалдарының хаҡы ҡиммәт, эш урыныңды ҡалдырҙыңмы, ҡаҙаҡ-шѳрѳптѳң юғалыуын кѳт тә тор.

—Бѳгѳн Баймаҡ ПМК-һы ғәйәт күп эштәр башҡара. Райондан тыш, күрше тѳбәктәрҙә лә һеҙҙең кѳс менән яңынан-яңы объекттар сафҡа инә. Заман үҙгәргән һайын тѳҙѳлѳш проекттары ла үҙгәреш талап итәлер инде...

Рәйлә Әхмәтова:

—Эйе, тѳҙѳлѳш бер урында ғына тормай. Йылдар үткән һайын тѳрлѳ-тѳрлѳ дизайндар, проекттар барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла халыҡҡа уңайлы булыу талабынан сығып башҡарыла. Элегерәк тѳҙѳлгән фатирҙарҙы ҡарайбыҙ ҙа ябай ғына, ниндәйҙер кимәлдә ҡырыҫыраҡ та эшләнгән кеүек. Ә бѳгѳн иһә стеналарҙың, тәҙрә-ишектәрҙең тип-тигеҙ булыуы мѳһим. Ижади ҡараш тѳшѳнсәһе беҙҙең хеҙмәткә лә хас.

Рәсүл Әхмәтов:

—Үҙ һѳнәрен яратҡан кеше генә уңыштарға ѳлгәшә ала, тигән фекерҙәмен. Быны бер объектты тамамлап, икенсеһенә тотоноу, уныһын сафҡа индереп, киләһенә ынтылыуҙа күрәм. Яҡташтарыбыҙ килеп рәхмәттәрен еткерә икән, был беҙҙе, тѳҙѳүсе халҡын, илһамландырып ебәрә, күңелгә шатлыҡ ѳҫтәй. Уҙған йыл Баймаҡ районы Ҡуянтау мәктәбен тиҙ арала тѳҙѳп сафҡа индерҙек. Республика Президенты Р.З.Хәмитов килеп эшебеҙ менән танышты, ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

—Әңгәмә аҙағында ниҙәр әйтер инегеҙ?

Рәсүл Әхмәтов:

—Йырҙа ла йырлана бит: «Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер...» Матур итеп йәшәргә, тормоштоң ҡәҙерен белергә, үҙебеҙҙән һуң лайыҡлы алмаш, яҡты эҙ ҡалдырырға тейешбеҙ. Яратҡан эшемдә уңыштарға ѳлгәшкәнем, замандаштарыма аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алғаным ѳсѳн бәхетлемен.

Рәйлә Әхмәтова:

—Шѳкѳр, был донъяла барыһынан да уңдым: эшемдән дә, хеҙмәттәштәремдән дә, тормош иптәшемдән дә...

Шулай итеп...

Силәгенә күрә—ҡапҡасы, тиҙәр халыҡта. Рәйлә Һәм Рәсүл Әхмәтовтарҙың бер-береһен тулыландырып тороуы, һәр эшкә кәңәшләшеп бер тѳптән тотоноуы ошо һүҙҙәрҙең бар асылын асып һала кеүек. Матур тәрбиә биреп үҫтергән улдары ла, бейеклеге һәм күркәмлеге менән әллә ҡайҙан «бында тѳҙѳүселәр йәшәй» тип саҡырып торған йорттары ла бер-береңде яратып, хѳрмәт итеп йәшәү ѳлгѳһѳн күрһәтә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap