Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.03.2013
ФӘРЕШТӘЛӘЙ ИЗГЕ ЙӘН УЛАР
Untitled document

 

Бер риүәйәт буйынса, сабый бала яҡты донъяға килер алдынан Аллаһы Тәғәләнән: «Миңә унда ҡыйын булмаҫмы? Мин нисек йәшәрмен?»—тип борсолоп һорай. «Ҡурҡма,—тип яуап бирә уға Хоҙай,—унда һинең яныңда фәрештәң булыр, ул һине барыһына ла ѳйрәтер, һаҡлар, яҡлар». «Ә мин уны нисек танырмын һуң? Уның исеме нисек булыр?» «Һин уны әсәй тип йѳрѳтѳрһѳң…»

Әсәй! Матурҙарҙан-матур, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле ошо һүҙҙе ҡабатлағы ла ҡабатлағы килә. Был изге һүҙ менән беҙ алтын ҡуллы, оло йѳрәкле, иң ҡәҙерле кешебеҙгә ѳндәшәбеҙ.

Мин үҙемдең әсәйемә: «Рәхмәт һиңә, әсәкәйем!»—тип мең тапҡыр ҡабатлағым килә, ләкин был да аҙ булыр. Минең әсәйем—Азаматова Нәсимә Кинйәғәле ҡыҙы—изге һѳнәр эйәһе. Егерме дүрт йыл ғүмерен балаларҙы уҡытып-тәрбиәләүгә бағышлаған. Ул үҙ эшенә бар күңелен һала. Балаларға башланғыс белем генә биреп ҡалмай, уларҙы йәшәү серҙәренә лә ѳйрәтә. Аҡтау ауылында тыуып үҫкән әсәйем, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Бик ѳлгѳр, уңған минең яҡыным.

Әсәйемә һәр саҡ изгелек кенә эшләге килә. Изгелек тигәнде һәр кеше үҙенсә аңлай. Ололар ҙа бит: «Балаларыңдың изгелеген күр»,—тиҙәр, был дѳрѳҫ. Шуға ла мин әсәйемә тик яҡшылыҡ теләйем, ярҙам итергә, ауыр һүҙҙәр әйтмәҫкә, тәрбиәле, кешелекле булырға, йѳҙѳнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам. Минеңсә, тик ошондай ғәмәлдәр генә беҙҙең әсә алдында бурысыбыҙҙы ҡаплай алалыр. Онотмағыҙ: йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!..

Илүзә Азаматова,

Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы студенты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap