Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.03.2013
ӘСӘ НАҘЫ―ЙӘНГӘ ҺАРЫ МАЙ
Untitled document

 

Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ—әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе—әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге—иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Минең әсәйем Мәмбәтова Зѳлфирә 1964 йылдың 18 февралендә Хәйбулла районының Вәлит ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Бәләкәйҙән йорт-ҡура эштәрендә булышып үҫә ул. Әсәйем мине лә бала саҡтан эш һѳйѳргә, ѳлкәндәрҙе ихтирам итергә, үҙаллылыҡҡа ѳйрәтергә тырышты. Мине мәктәпкә оҙатып, ҡайтыуыма тәмле аштар бешереп ҡаршы ала торғайны. Ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эскән саҡтарҙа үҙенең бала сағындағы ҡыҙыҡлы хәтирәләрен һѳйләп, рәхәтләнеп кѳлѳп тә ала инек.

Әсәйемдең алтын ҡулдары бѳтә эшкә лә оҫта: бәйләй, сигә, тегеү тегә, аш-һыуы ла телде йоторлоҡ. Әсәйемә рәхмәт һүҙҙәрем сикһеҙ, сѳнки ул мине бер үҙе бар кѳсѳн һалып, белем биреп аяҡҡа баҫтырҙы. Хатта бѳгѳнгѳ кѳндә лә ул миңә ярҙам итеүҙән туҡтамай. Ике ейәнгә хәстәрлекле ѳләсәй ҙә ул. Ғәйсәр менән Рушан ѳләсеһенең иртә менән наҙлап, иркәләп йоҡонан уятыуын һәм кискеһен арҡаларынан тупылдатып һѳйѳп, теләктәр әйтеп йоҡлатыуын кѳтѳп ала.

Әсәй! Донъялағы иң яҡын кешем һин. Ауыр ваҡыттарҙа яғымлы һүҙҙәрең менән йыуатаһың, аҡыллы кәңәштәрең менән һәр саҡ ярҙам итәһең. «Ҡыҙым» тип яратып ҡына ѳндәшеүең миңә кѳс-дәрт ѳҫтәй.

Әсәкәйемдең мѳхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул. Ошо ҡайнар тойғоларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Беҙ бѳтәбеҙ ҙә әсәләргә бурыслыбыҙ.

Дилә Фәтҡуллина.

Сибай ҡалаһы.

Һүрәттә: Зѳлфирә Мәмбәтова ҡыҙы Дилә һәм ейәне Рушан менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap