Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.03.2013
«ӘСӘЙЕБЕҘ―ҠОЯШЫБЫҘ»,
Untitled document

 

—тиҙәр ҡыҙҙары Рәмилә Нурғәле ҡыҙы Дәүләтбаева хаҡында. Оло йѳрәкле, тормош һынауҙары алдында бѳгѳлѳп тѳшмәгән маҡтаулы әсәләрҙең береһе Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылында йәшәй.

Рәмилә Нурғәле ҡыҙы сығышы менән Иҫке Сибай ауылынан. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй ҡалаһында киномеханик һѳнәрен үҙләштерә. Йәш белгесте Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылына эшкә ебәрәләр. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен—Дәүләтбаев Рәйес Ишмырҙа улын осрата. Шулай итеп, йәш, матур ғаилә барлыҡҡа килә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы ѳс ҡыҙ—Таңсулпан, Таңһылыу һәм Әдилә тыуа. Атай кеше һәр ваҡыт ғаиләһен беренсе урынға ҡуя, ҡатыны һәм ҡыҙҙары ѳсѳн ѳҙѳлѳп тора. Әммә кѳтмәгәндә Рәйес ағай фажиғәле вафат була. 36 йәшлек ҡатын ѳс бала менән тол ҡала. Рәмилә Нурғәле ҡыҙы тормоштоң аяуһыҙ һынауы алдында һынмау, бѳгѳлѳп тѳшмәү ѳсѳн үҙендә артабан йәшәргә кѳс таба, үҙен тулыһынса балаларына арнай. Ҡыҙҙарын уҡытып кеше итеү, үҙ аллы тормошҡа баҫтырыу ѳсѳн бар кѳсѳн һала. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ике йыл почтала эшләп ала. Был эшен дә яратып, күңел биреп башҡара ул, шуға күрә лә ауылдаштарынан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп ҡыуана.

—Әсәйебеҙҙең бер ваҡытта ла тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәүе, һәр эште уйлап, аҡыл менән хәл итеүе һоҡландыра. Ул булғанға, тормошобоҙ йәмле, тыуған йортобоҙҙа һәр саҡ ҡот уйнап тора. Ҡасан ҡайтып инһәк тә әсәйебеҙ беҙҙе ихлас күңел, ризыҡ тулы ѳҫтәл менән ҡаршы ала, изге фатихаларын биреп оҙатып ҡала. Уның менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, иртәгәһе кѳнѳбѳҙ яҡты һәм нурлы,—ти Рәмилә апайҙың кесе ҡыҙы Әдилә ҡәҙерле кешеһе хаҡында.

Рәмилә Нурғәле ҡыҙы—бѳгѳн бер ейәненә, ѳс ейәнсәренә һѳйѳклѳ ѳләсәй. Уларҙы үҫтерешеүгә ваҡытын да, наҙын да йәлләмәй. Ә ҡыҙҙары әсәләренә сикһеҙ рәхмәтле. Рәхимле, рәхмәтле балалар үҫтереү—һәр әсә ѳсѳн иң ҙур шатлыҡ, иң оло ғорурлыҡтыр ул. Ошо кѳндәрҙә үҙенең тыуған кѳнѳн билдәләгән ҡәҙерле әсәләрен ҡыҙҙары ихлас күңелдән ҡотлап, шулай уҡ яҙҙың гүзәл байрамы—8 Март менән тәбрикләп, уға иң изге теләктәрен еткерә, һаулыҡ, именлек, бәрәкәтле матур ғүмер теләй.

Г.Салихова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap