Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.03.2013
АПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ ѲСӘҮ
Untitled document

 

Бѳгѳн ҡатын-ҡыҙ эшләмәгән, уның күңел йылыһы һалынмаған берәй ѳлкә бармы икән!? Гүзәл зат хеҙмәттә юғары уңыштарға ѳлгәшә, замандың ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу һәләтенә эйә. Милләтебеҙҙе ана шундай һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күтәрә, тормошто йәмләй. Әле һеҙ һүрәттә күргән мѳләйем гүзәл ханымдар ҙа тап шундай заттан.

Береһенән-береһе һылыу был ҡыҙҙар Баймаҡ районының Ярат ауылында йәшәүсе Мѳхтәрәмә менән Абрар Мырҙабулатовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Улар ѳсѳһѳ лә Ѳфѳнѳң юғары уҡыу йорттарында белем алып, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Нәжиә менән Миләүшә Сибай ҡалаһында тѳпләнгән. Һәр береһенең күркәм ғаиләһе бар. Уртансылары Лилиәнең бынан бер нисә йыл элек ғүмере фажиғәле ѳҙѳлгән тормош иптәшен—талантлы йырсы Райман Ишбаевты яҡшы беләбеҙ. Лилиә әлеге ваҡытта Ѳфѳлә йәшәй, банк ѳлкәһендә эшләй, яңғыҙы ике ҡыҙ тәрбиәләй.

Иң ѳлкәндәре Миләүшә Ҡыуанысбаева—хәҙер инде Сибай ҡалаһында уңышлы эшләп килеүсе эшҡыуарҙарҙың береһе. Уның сауҙа нѳктәләре шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында ла бар. Миләүшәне сибайҙар мәрхәмәтле эшҡыуар булараҡ ихтирам итә. Йыл да «Ышаныс» приютындағы балаларға матди ярҙам күрһәтә ул. Шуны ла әйтеп үтәйек, егәрле эшҡыуар, «Атайсал» гәзитенең тоғро дуҫы булараҡ, гәзиткә үҙе генә яҙылып ҡалмай, бүләккә ололарҙы яҙҙырып ҡыуандыра.

Милли ҡиммәттәргә тоғролоҡ, туған телгә һѳйѳү уларҙың ғаиләһенән килә. Сѳнки ата-әсәләре Мѳхтәрәмә Дуҫғәле ҡыҙы менән Абрар Әхмәт улы—йыр-моңға маһир, рухлы кешеләр. Мырҙабулатовтар «Атайсал»ға яҙылмай ҡалғандары юҡ. Ҡалала йәшәүсе ейән-ейәнсәрҙәрен дә башҡорт рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә улар.

—Атайыбыҙ балаларыбыҙҙың туған телдәрен онотмауын талап итә. Телебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, уны кем ҡәҙерләр, ти ул беҙгә. Миләүшә апайым менән улдарыбыҙҙы ҡурай түңәрәгенә йѳрѳтәбеҙ. Минең бәләкәй улым «Гѳлдәр» бейеү ансамблендә бейей. Балаларыбыҙ Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Ѳфѳләге Лилиә апайымдың ике ҡыҙы ла башҡортса матур һѳйләшә,—ти кеселәре Нәжиә.

Миләүшә, иң ѳлкән апай булараҡ, барыһына ла терәк һәм кәңәшсе. Мәҫәлән, Нәжиә эшҡыуарлыҡҡа тотонор булғас, апаһының аҡыллы кәңәштәре ярҙамға килә. Икеһе лә заманса ҡарашлы, зауыҡлы эшҡыуарҙар. Үҙебеҙҙең фабрикаларҙа етештерелгән кейем-һалымға, сумка, баш кейемдәре һәм башҡа тауарҙарға ѳҫтѳнлѳк биреп, отошло хаҡ менән халыҡты тәьмин итеүҙәре маҡтауға лайыҡ.

Яҙҙың матур байрамында эшлекле ханымдарға иң матур теләктәрҙе еткерәбеҙ. Гелән шулай изге эштәрегеҙ менән донъяны йәмләп, һоҡландырып йәшәгеҙ, ғаилә бәхете, уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap