Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.03.2013
УҠЫТЫУСЫ БУЛЫУ―ОЛО БӘХЕТ
Untitled document

Уҡытыусы һѳнәре—донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һѳнәрҙәрҙең береһе һәм уның ҡулдарында—кеше киләсәге, яҙмышы.

Һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, ѳйрәнеүҙә булған тынғыһыҙ уҡытыусы үҙе алып барған фәнен дә, һѳнәрен дә ысын күңелдән ярата. Дәрестәре һәр саҡ йәнле, ҡыҙыҡлы үтә уның. Бына шундайҙарҙың береһе инде Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы. Уның уҡыусылары, студенттары ҙур теләк менән тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнаша, тәжрибәләр яһай, диссертациялар яҙа һәм яҡлай. Йѳрәгендә күпме наҙ, кѳс-ҡеүәт, рухи матурлыҡ йѳрѳткән уҡы-тыусы уҡыусыларының ижадын үҫтереүгә лә иғтибар бүлә.

Әминева Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы күк Ирәндек ҡосағында, йәмле Һаҡмар буйында, Баймаҡ районының Шәмсел ауылында ҡыш миҙгеленең иң һыуыҡ һаналған айы—февралдә тыуа. Ошо ауыл мәктәбендә тырышып белем ала. Белемгә ынтылған ҡыҙ тәүҙә Сибай педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтының «География һәм биология» бүлеген тамамлай. Тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлаған уҡытыусы ҙур ҡаҙаныштары ѳсѳн «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» тигән оло исемгә лайыҡ була. Артабан яҙмыш елдәре Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙын Сибай институтына алып килә. Бында ул тырышып эшләй. 2003 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, доцент дәрәжәһенә күтәрелә. Уның ҡулы аҫтында ике кеше кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 100-ҙән ашыу статьялары, ике монографияһы һәм ике уҡыу пособиеһы баҫылып сыҡты.

Шулай уҡ Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ике бүлекте—география һәм экология бүлектәрен асыуға тос ѳлѳш индерҙе.

—Уҡытыусы һѳнәрен һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем, яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Ул—минең ѳсѳн оло бәхет,—ти ул.

Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙына алдағы кѳндәрендә лә эшендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Сәфәрғәле Йәнтүрин,

биология фәндәре докторы, БДУ-ның Сибай институты профессоры.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap