Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.03.2013
ҠАТЫН-ҠЫҘ БѲЙѲКЛѲГѲ―ӘСӘ БУЛЫУҘА
Untitled document

Хаҡ һүҙҙәр. Туғыҙ ай буйы тыуасаҡ балаһын ҡарынында йѳрѳтѳп, донъяға тыуҙырып, аяҡҡа баҫтырыу, бәхетле кеше итеү—батырлыҡҡа тиң. Һәр дәүерҙә лә бала бағыу еңел булмаған. Балаларҙы үҫтереү, уларҙы кейендереү, уҡытыу, ә иң мѳһиме матур тәрбиә биреү ҙур хеҙмәт, кѳс, тырышлыҡ, сығымдар талап итә. Байрам уңайынан тик улдар йә тик ҡыҙҙар үҫтергән әсәләргә мѳрәжәғәт иттек.

Миңзифа Юнысова, Хәйбулла районы, ветеран-уҡытыусы:

—Донъя шулай ҡоролған: һәр кем үҙ ғүмерен иҫтә ҡалырлыҡ яҡшы эштәр башҡарып уҙғарырға тейеш. Тағы ла бер бурысыбыҙ—үҙебеҙгә лайыҡлы, ѳлгѳлѳ алмаш әҙерләү. Беҙ ҙә, тормош иптәшем Риф менән, ике малай тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларыбыҙҙың бала саҡ, үҫмер йылдары уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тура килде. Ул осорҙо яҡшы беләһегеҙ, үҙгәреп торған заман, һәр ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү мѳмкин түгел. Атаһы менән бер тѳптән тотоноп тәрбиә нигеҙҙәрен биреү—улдарыбыҙҙың тәртипле, изге күңелле булып үҫеүенә булышлыҡ иткәндер. Азамат менән Самат бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булды. Ѳлкәне тәбиғәтте яратты. Әлеге мәлдә һунарсы булыуы ла быны дәлилләй. Саматыбыҙ иһә спортҡа йәнен бирә ине. Бѳгѳн ул үҙе ике ул үҫтерә. Ѳлкәндәре Батырхан Сибай ҡалаһының «Горняк» хоккей клубында шѳғѳлләнә, бер нисә йылдан кескәйҙәрен дә ошо спорт тѳрѳнә бирергә иҫәптәре. Ҡыҙҙар үҫтереүсе ата-әсәләр: «Малайҙар үҫтереүе ҡыйын түгелме?»—тигән һорауҙы йыш бирә торғайны. Юҡ, тип әйтер инем. Бала саҡтарында тышҡа уйнарға сығып, бысраныуҙарын да ваҡытлыса мәшәҡәт тип ҡабул иттем. Малайҙар кейем-һалымды тѳрләндереүгә иғтибар итеп бармай. Кискеһен урамға ла самаһын белеп кенә сыҡтылар. Буш ваҡыттарында дуҫ-иштәре менән беҙҙең ѳйгә йыйылып, йә шашка-шахмат уйнай, йә гитара сиртә торғайнылар.

Роза Рәсембәтова, Хәйбулла районы хакимиәте белгесе:

—Иптәшем менән ѳс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Тәүгеһе Дилә менән икенсеһе Эльвинаның йәш араһы ике генә йәш. Шуға күрә улар бер-береһенә иптәш тә, терәк тә булып үҫеп килә. Кинйәкәйебеҙ Ләйләгә ѳс йәш. Апаларынан айырмалы рәүештә бигерәк иркә. Ҡыҙҙар үҫтереүсе ғаиләләргә матди йәһәттән ауырыраҡтыр, тип уйла-йым. Шулай ҙа был тәңгәлдә талапсанбыҙ, әллә ни әпәүләргә тырышмайбыҙ. Ѳлкәне «Сиҙәм» бейеү ансамблендә шѳғѳлләнә, уртансыһы еңел атлетикаға, дзюдоға тартылды. Шуны әйтеү мѳһим: балаларым ѳләсәй тәрбиәһендә үҫеүе менән бәхетле. Шѳкѳр, бѳгѳн был тәрбиә ҡыҙҙарымдың холоҡ-фиғелендә лә сағылмай ҡалмай. Иптәшем һәм үҙем гел эштә булыу сәбәпле, балалар үҙ аллы булып үҫте. Таныштарыбыҙ уларҙың дауаханаға йәиһә башҡа йомоштарына үҙҙәре генә йѳрѳүенә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарай ине.

Рәмзиә Бәхтийәр ҡыҙы Ильясова, Сибай ҡала мәғариф бүлеге хеҙмәткәре:

—Беҙҙең ғаиләлә ѳс малай үҫте. Ғәҙәттә, ҡайһы бер әхирәттәрҙең малайҙарҙы тәрбиәләү ҡыйыныраҡ, тигәндәрен ишетергә тура килгәне бар. Минеңсә, ҡыҙ бала булһынмы, ир бала булһынмы, берҙәй ҡыйынлыҡтар барҙыр. Әгәр ҙә ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә яҡшы мѳ-нәсәбәт, изгелек, ихтирам булһа, бындай мѳхиттә тәрбиәле, иманлы һәм яҡты киләсәге булған балалар үҫә. Иптәшем Кәлимулланан уңдым. Малайҙарыбыҙҙы ысын ир-егеттәр итеп үҫтереүҙә уның ѳлѳшѳ ҙур. Беҙҙең балалар хеҙмәт һѳйѳп үҫте. Йәйге каникулдарын гел ауылда үткәрҙеләр, бигерәк тә бесән эше ваҡытында ярҙамдары ҙур булды. Спорт менән шѳғѳлләнделәр. Хәҙер инде улдарыбыҙ үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫты, юғары белем алып, үҙ урындарын тапты. Илһам менән Илшаттың матур ғаиләһе бар. Кинйәбеҙ Иршат Силәбелә юғары уҡыу йортонда белем ала. Үҙемде бәхетле әсә һәм ҡатын тип иҫәпләйем.

Сәлимә Яныбай ҡыҙы Иҫәнгилдина, Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы, уҡытыусы:

—Мәктәптә 27 йыл эшләйем. Ѳс малай үҫтерҙек. Уларҙы тәрбиәләү күберәк үҙемә тѳштѳ. Иптәшем оҙаҡ йылдар етәксе урындарҙа эшләне. Лайыҡлы тәрбиә бирҙек тип әйтә алам, һәр береһе ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалманы. Улдарымдың аҡыллы, егәрле, уяу, яуаплы булыуына һоҡланып бѳтә алмайым. Илшат улым юғары техник уҡыу йортонда белем ала, Ямал-Ненец автономиялы округында эшләй. Ғаиләһе бар. Уртансы улым Илмир БДУ-ны тамамланы, кәләше менән Сорғот ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Илдус улым Ѳфѳләге заводтарҙың береһенә эшкә урынлашты. Барыһы ла хәрби хеҙмәттә булып ҡайтты. Ир балаларға дѳрѳҫ һәм лайыҡлы тәрбиә биреү бик мѳһим. Минеңсә, был йәһәттән әсә кешенән ныҡ иғтибар талап ителә.

Гѳлсирә Салауатова, Баймаҡ ҡалаһы, эшҡыуар:

—Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ үҫә. Аралары ике генә йәш булғас, бер-береһе менән әхирәт кеүек улар. Уларға матур тәрбиә бирергә, тѳрлѳ яҡлап үҫтерергә тырыштыҡ. Икеһе лә музыка мәктәбенә йѳрѳй, фортепиано, вокал буйынса шѳғѳлләнәләр. Бәләкәй саҡтарында һәр кис тигәндәй концерт ҡуйып, тѳрлѳ тамаша әҙерләп, мәж килә торғайнылар.

Ҡала ерендә үҫһәләр ҙә ҡыҙҙарыма хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышам. Ѳлкәне 9-10 йәшенән аш-һыу бешерергә ѳйрәнде, мәҫәлән, беҙ эштән ҡайтыуға картуф йә бутҡа бешереп, сәй ҡайнатып ултыра торғайны. Иҙән, һауыт-һаба йыуыу, ѳй йыйыштырыу кеүек эштәрҙә лә улар—иң ҙур ярҙамсыларым. Йәйгеһен баҡса эшендә бик теләп булышалар, ауылда йәшәүсе ѳләсәй-олатай янына ла йыш йѳрѳйҙәр.

Сығымдарға килгәндә, ҡыҙҙарға кейем-һалымға, биҙәүес-косметикаға аҡса күберәк китәлер, тип уйлайым. Әммә аҡсаға ҡарамай, бала саҡтан уларҙы зауыҡ менән кейендерергә, мохтажлыҡ күрһәтмәй үҫтерергә тырыштыҡ. Алла бирһә, ҡыҙҙарым мәктәпте уңышлы тамамлап, үҙҙәренең күңеленә ятҡан һѳнәр һайлар, тормошта юғалып ҡалмаҫ, тип ышанам.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap