Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
СИР СИГЕНЕРГӘ УЙЛАМАЙ
Untitled document

 

Туберкулез—иң ҡатмарлы һәм ауыр дауаланған социаль сирҙәрҙең береһе. Уның таралыуына ҡарап, ниндәйҙер кимәлдә теге йәки был тѳбәктең, илдең социаль-иҡтисади хәле тураһында фекер йѳрѳтѳргә мѳмкин. Үкенескә күрә, ғалимдар мәкерле сиргә ҡаршы әллә күпме дарыуҙар уйлап тапһа ла, үлем осрағы әле лә юғары. Әйтәйек, донъяла йыл һайын туберкулездан 4 миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән Рәсәйҙә 25 мең кешенең ғүмере ѳҙѳлә. Ярты миллиондан ашыу балалар ошо сирҙән интегә. Ҡот осҡос һандар!

Бѳтә донъя туберкулезға ҡаршы кѳрѳш кѳнѳ билдәләнер алдынан Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерының балалар бүлеге мѳдире Сәлимә Усман ҡыҙы Баязитова менән осраштыҡ һәм «ҡаҡшамаҫ сир», уның эҙемтәләре, сирҙе киҫәтеү, дауаланыу мѳмкинлектәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Ни ѳсѳн туберкулезды «ҡаҡшамаҫ сир» тип йѳрѳтәләр? Тубобактерияларға ҡыҫҡаса характеристика бирегеҙ әле?

—Ауырыуҙы туберкулез микобактериялары, йәғни Кох таяҡсалары тыуҙыра. Сирҙең әүҙем формаһында был таяҡсалар үпкәлә үрсеп, башҡа органдарға һѳжүмен башлай, иммунитетты ҡаҡшата. Медицинала ул «туберкулез интоксикацияһы процесы» тип атала. Микобактериялар үтә әрһеҙ, теләһә ниндәй физик һәм химик үҙгәрешкә, һыуыҡҡа, эҫегә, яҡтыға бирешмәй. Туберкулез микробы кипкән ҡаҡырыҡта 3-10 ай, китап биттәрендә 3-4 ай тора, 100 градус эҫелектә 5 минуттан һәләк була, ҡояш һәм ультрафиолет нурҙарына сыҙамай.

Һыуҙа тағы ла оҙағыраҡ—150 кѳн һаҡлана. Ғалимдар фекеренсә, микобактериялар мәйеттә хатта бер нисә ай дауамында тере килеш һаҡлана.

—Тимәк, микобактериялар кешеләрҙе һәр ерҙә лә һағалап тора...

—Эйе, туберкулез—социаль сир. Насар торлаҡ шарттары, дымлы, ҡыҫынҡы, тынсыу йәшәү урыны аҙ тәьмин ителгән кешеләр ѳсѳн хас. Был шарттар зарарланыу хәүефен арттыра. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сирлеләрҙең 65 проценты бер ҡайҙа ла эшләмәй, асоциаль тормош алып бара, башҡа инфекцион ауырыуҙар менән дә ауырый. Тейешенсә туҡланмау, тәмәке тартыу, эскелек тә ауырыуға юлыҡтыра. Тотҡондағы кешеләр араһында сир ныҡ тарала. Мигранттарҙың да сирҙе алып килеүе ихтимал. Туберкулез менән сирләүселәр эргә-тирәһендәге кешеләр сәләмәтлегенә хәүеф менән янай. Ҡыҙғанысҡа күрә, дауаланыуҙан баш тартып, ҡасып йѳрѳүселәр ҙә бар. Ундайҙарҙы эҙләп, табып, кѳсләп дауаланырға мәжбүр итәбеҙ.

Әммә тормоштан ҡәнәғәт, уңышлы, бай кешеләр, яҡшы туҡланыусылар был сир менән ауырымай, тигән фекер бары уйҙырма ғына. Билдәле, сир яҡшы урындарҙа эшләүсе кешеләрҙе лә урап үтмәй. Сѳнки Кох таяҡсалары социаль статусты айырмай, ярлыларҙы ла, байҙарҙы ла берҙәй зарарлай.

—Ауырыуҙар табипҡа нимәләргә зарланып мѳрәжәғәт итә?

—Ғәҙәттә, хәлһеҙлеккә, кѳйһѳҙлѳккә зарланалар. Ѳс аҙнанан артыҡ йүткереү бѳтмәһә, ябыҡтырһа, ваҡыты-ваҡыты менән сәбәпһеҙ температура күтәрелеп торһа, тѳндәрен тирләтһә, хәлһеҙлек һиҙелһә, күкрәк ситлеге ауыртһа, аппетит юғалһа, ҡанлы ҡаҡырыҡ сыҡһа, лимфа биҙҙәре ҙурайһа хәүефләнергә урын бар.

Сибай ҡалаһының туберкулезға ҡаршы диспансерында Урал аръяғы тѳбәге халҡы ошо сирҙән дауалана. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә сирҙең аҙыуы күҙәтелһә лә, беҙҙең тѳбәктә һандар сағыштырмаса түбән. Әммә был тынысланырға ирек бирмәй. Балалар араһында сирлеләр байтаҡ. Һуңғы осорҙа ғына ике балаға ошо сир айҡанлы инвалидлыҡ бирелеүе үкенесле, әлбиттә.

—Бѳгѳн ауырыуҙы киҫәтеүҙең тѳп шарты тип нимәне атарға була?

—Вакцина. Уның тәүгеһе кешегә бала табыу йортонда уҡ эшләнә. Балаларҙа сирҙе асыҡлау маҡсатында Манту пробаһы эшләнә. Манту күрһәтмәләре буйынса хәүеф янаған балаларҙы диспансерға иҫәпкә алабыҙ, дауалау билдәләйбеҙ.

Туберкулезды иртә стадияла асыҡлау һәм ваҡытында тейешле дауа алыу маҡсатында йыл һайын флюорография тикшереүе үтеү зарур. Торлаҡты, эш урынын таҙа тоторға кәрәк. Туҙанды даими һѳртѳп, бүлмәләрҙе елләтеп тороғоҙ. Сәләмәт тормош алып барығыҙ, тәмәке менән эскелектең зарарланыу ихтималлығын арттырыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ғалимдар күҙәтеүенсә, планета халҡының ѳстән бер ѳлѳшѳндә туберкулез микробтары бар. Микроб табылыу сирле икәнде күрһәтмәй, иң мѳһиме, ул үрсеп, организмға зарар килтермәҫкә тейеш. Бының ѳсѳн ҡояш яҡтыһында күберәк булырға, кѳнѳнә 3-4 тапҡыр туҡланырға кәрәк, туберкулездан һаҡланыуҙа аҡһымлы аҙыҡтың, бигерәк тә итле аштарҙың әһәмиәте ҙур. Борон ҡымыҙ ҙа эскәндәр.

Тын юлдарында туҡтауһыҙ лайла хасил булып тора. Ул, аҡһымлы булғанға, йәбешеүсән һәм организмға зарарлы микробтар инеүҙе тыя, ә ит ашамаған кешенең үпкә лайлаһы аҙ.

Бѳгѳн был сир тирәләй бѳтә донъя ғалимдары, ил етәкселәре саң ҡаға. Ул әленән-әле ҙур йыйындарҙа, ултырыштарҙа тикшерелә. Йәмәғәтселек 2015 йылға туберкулез сирен ике тапҡыр кәметеү бурысын ҡуя.

—Ихлас һѳйләшеүегеҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт!

Гѳлдәр Иҙрисова әңгәмәләште.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap