Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
26.03.2013
ОСРАШЫУҘАР ТИК ФАЙҘАҒА
Untitled document

 

Ошо кѳндәрҙә Сибай ҡалаһында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А.И.Иванюта булып китте. Хѳкүмәт вәкиле ҡаланың йәштәр һәм спорт ѳлкәһендәге эшмәкәрлеге менән танышты, урындағы халыҡ менән осрашты.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған сарала 15-тән ашыу мѳрәжәғәт ҡабул ителде. Мѳрәжәғәт итеүселәрҙе, бигерәк тә, спортсыларҙы сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, балиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатыу, радиоһәүәҫкәрҙәр клубын, «Салауат Юлаев» хоккей командаһының урындағы фан-клубын ойоштороу мәсьәләләре борсой. Ҡаланың вазифалы урындарында эшләгән тынғыһыҙ етәкселәр ҙә кѳнүҙәк һорауҙарҙы күтәреп сыҡты. Улар рәтенә «Ирәндек» боҙ һарайы тѳҙѳлѳшѳ буйынса етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү, «Тиҫтер» йәштәр-үҫмерҙәр клубын тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеү, фигуралы шыуыу буйынса кадрҙар мәсьәләһен индерергә мѳмкин. Һуңғыһына килгәндә, Андрей Иванович был спорт тѳрѳ буйынса Рәсәйҙә кадрҙар ҡытлығын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алып, мәсьәләне бѳгѳн үк хәл итеп булмаһа ла, киләсәктә яуапһыҙ ҡалмаясағын әйтеп үтте.

Әбйәлил, Баймаҡ, Бѳрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондары Сибай ҡалаһының йәштәр эше һәм спорт комитеттары вәкилдәрен йыйған кәңәшмәлә ошо ѳлкәләге мѳһим һорауҙар ҡаралды.

—Маҡсатым талап итеү түгел, ә һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ менән танышып, борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һѳйләшеү, хәл итеү юлдарын эҙләү,—тине А.И.Иванюта. Уның әйтеүенсә, дѳйѳм республика кимәлендә башҡараһы эштәр бихисап. Ҙур сараларҙы баш ҡаланан ситтә, тѳбәктәрҙә уҙғарыу үҙ һѳҙѳмтәһен бирәсәк. Ни тиһәң дә, Ѳфѳ халҡы бындай сараларға ғәҙәти хәл һымағыраҡ ҡараһа, ауыл халҡы иһә уларҙы байрам итеп ҡабул итә. Ул ғына ла түгел, спорт саралары йәш быуын күңеленә ѳмѳт орлоҡтары һалып, дәртләндереп яңы уңыштарға әйҙәйәсәк. Шулай уҡ йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры спорт кластарын булдырыу зарурлығын да телгә алды. Был иһә, үҙ сиратында, спорт рухында тәрбиәләнгән, айыҡ аҡыллы быуын үҫтереүгә үҙ ѳлѳшѳн индерәсәк.

Район-ҡала комитеттары етәкселәре спорт сараларын тейешле кимәлдә уҙғарыу мѳһимлегенә, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә, мәғариф системаһында дауам иткән оптималләштереүҙең тәү сиратта физкультура уҡытыусыларына ҡағылыуына үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Министр был тәңгәлдә эштәр алып барылыуын билдәләп, киләсәктә мәсьәләләрҙе ныҡлы контролгә алырға вәғәҙә бирҙе. Мәҫәлән, киләсәктә спорт сараларын уҙғарыу урынын билдәләгәндә туҡланыу, йәшәү шарттарын иҫәпкә алырға тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Шуны ла әйтеп китеү мѳһим: быйылғы йылдан республика тѳбәктәрендә йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү менән йәштәр эше буйынса комитеттар шѳғѳлләнмәй. Был эш тѳҙѳлѳш комитеттарына йѳкмәтелгән.

Артабан А.И.Иванюта Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Спутник», «Атлант», «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубтарында булды һәм «Ирәндек» боҙ һарайы, БДУ-ның Сибай институты эшмәкәрлеге менән танышты. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры ҡалалағы сәфәренән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Нил Ғазин.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap