Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
26.03.2013
«ЭСТӘЛЕГЕБЕҘГӘ ТОҒРО ҠАЛДЫҠ»
Untitled document

 

«Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада тѳркѳмѳ—республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған башҡорт тѳркѳмдәренең береһе. Ижади тѳркѳм барлыҡҡа килгәс тә, киң популярлыҡ яуланы һәм ошо кимәлен юғалтманы. Тѳркѳмдѳң тәүге ҡарлуғастары билдәлелек яулаған артистарға әүерелде, тормошта үҙ юлдарын тапты, әммә фольклор-эстрада коллективы бѳгѳнгѳ кѳндә лә үҙ йѳҙѳн һаҡлай, һаман да хылыҡтың яратҡан тѳркѳмдәренең береһе булып ҡала килә.

28 мартта легендар тѳркѳм артистары Сибай ҡалаһы филармонияһында сығыш яһаясаҡ. Ошо уңайҙан файҙаланып, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тѳркѳмдѳ ойоштороусыларҙың береһе булған йырсы Мәхмүт Нәҙершинға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорау бирҙек.

—Мәхмүт Нәсим улы, тѳркѳмѳгѳҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтегеҙ әле...

—Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада коллективтары араһында Бѳтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада тѳркѳмѳ айырым урынды биләй. Беҙҙең тѳркѳм ижады нигеҙендә башҡорт фольклоры ята. Күп осраҡта милли мелодика заманса ритмдар менән байытылып, аранжировкалана. Ҡурай һәм заманса эстрада ансамбленең берҙәм яңғырашы ижадыбыҙҙың үҙенсәлеген тәшкил итә.

Тѳркѳм тарихына килгәндә, беҙ, йәғни Ѳфѳ дәүләт сәнғәт институтының театраль факультеты студенттары Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин 1989 йылда тѳркѳм ойоштороп ебәрҙек. Исемде Ырымбур ҡалаһындағы данлыҡлы тарихи бина-һәйкәл хѳрмәтенә ҡуштыҡ. Сығыштарыбыҙҙы халыҡ баштан уҡ оҡшатты, хупланы. Тора-бара тѳрлѳ кимәлдәге сараларға саҡырыу алдыҡ. 1995 йылдан «Ҡарауанһарай» тѳркѳмѳ Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡанаты аҫтына алынды.

—Әлеге кѳндә тѳркѳмдә элекке йырсыларҙан һеҙ генә ҡалдығыҙмы?

—Эйе. Тормош бер урында тик тормай бит, тѳркѳмдәштәрем ѳсѳн бик шатмын, мәҙәни ѳлкәлә уңышлы ғына эшләп йѳрѳйҙәр, вазифалар биләйҙәр. Тѳркѳмдѳң яңы составы талантлы йәштәрҙән тора. Йырсылар Эльмир Әбүбәкиров, Рѳстәм Шаһбалов эстрада күгендә билдәле кешеләр. Ҡурайсы Илшат Ишморатов, аккомпаниатор Илдар Ғәниев, һуҡма инструменттарҙа уйнаусы Ильяс Ҡарабулатов, Фәнис Әхмәтшиндар ҙа үҙ һѳнәрҙәренең оҫтаһы. Әйткәндәй, быуындар күсәгилешлеге һаҡланды: Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовтың улы Ильяс атаһының юлынан китте һәм бѳгѳнгѳ кѳндә беҙҙә уңышлы ғына эшләп йѳрѳй.

—Репертуарҙы нисек һайлайһығыҙ?

—Тѳркѳмдѳң концерт программаһында ватансылыҡ тойғоһо ярылып ята, йырҙарыбыҙҙа тыуған ергә мѳхәббәт, дуҫлыҡ, халыҡтар берҙәмлеген данлайбыҙ. Репертуарға кешеләр күңеленә үтеп инерлек, хис-тойғоларын ҡуҙғатырлыҡ йырҙар индерергә тырышабыҙ. Еңел-елпе, бер кѳнлѳк йырҙар беҙгә хас түгел.

—Сибай тамашасыларына әйтер һүҙегеҙ барҙыр...

—Концертҡа килмәй ҡалмағыҙ! Тѳркѳм составы үҙгәрһә лә, эстәлегебеҙгә тоғро ҡалдыҡ. Һеҙҙең ѳсѳн, тик һеҙҙең ѳсѳн боронғо башҡорт кѳйҙәре, заманса йырҙар башҡарасаҡбыҙ. Йыр-бейеү, моң даръяһынан ситтә ҡалмағыҙ! 28 март Сибай филармонияһында һеҙҙе иң күңелле, иң сағыу тамаша кѳткәнен онотмағыҙ!

Гѳлдәр Ҡадаева яҙып алды.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap