Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
26.03.2013
«БӘХЕТЕМДЕ ТЕАТРҘА ТАПТЫМ»
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 60-80-се йылдарында ижади коллективтың тѳп кѳстәренең береһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзилә Әҙелшина әлеге кѳндә Сибай ҡалаһында Кѳнсығыш биҫтәһендә урынлашҡан күркәм йорттарҙың береһендә ейәнсәре Аида һәм уның ғаиләһе менән йәшәй. Театр кѳнѳ айҡанлы үткән быуатта Сибайҙа ғына түгел, ә башҡа сәхнәләрҙе лә шаулатҡан легенда, сағыу актрисаның хәлен белергә булдыҡ. Т.Миңнуллиндың «Ҡырҙарым, туғайҙарым» спектаклендәге текә ҡарашлы, ҡупшы, зифа буйлы героиняһы күҙ алдыма килде. Заманында театрҙың алиһәһе һаналған ветеран актриса менән осрашыуға бер аҙ тулҡынланыу менән барҙым.

Ошо кѳндәрҙә театр кѳнѳ билдәләнә, шул уңайҙан Сибай театрына ҙур ѳлѳш индергән ғәжәйеп талантлы актриса булараҡ, һеҙҙе «Атайсал» редакцияһы исеменән тәбрикләйбеҙ.

—Мине онотмағанығыҙға һәм ололағанығыҙға рәхмәт әйтәм. Хәлемде белергә килһәләр, инде һѳйѳнәм. Театрҙың хәҙерге йәшәйеше, спектаклдәре тураһында һѳйләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер бит. Ҡышҡыһын тыуған кѳнѳм менән ҡотларға театрҙан бүләк тотоп килгәйнеләр, ҡыуанысымдың сиге булманы. Быйыл 80 йәшем тулды. Тик бына хәҙер алыҫ ергә яңғыҙ сығып йѳрѳй алмайым. Эй, спектаклдәр ҡарайһым килә үҙемдең!

Бай ижади тормошоғоҙҙоң ҡайһы мәле һеҙгә үтә лә ҡәҙерле?

—Матур тормош юлы үттем. Мин үҙемде бик бәхетле актриса тип иҫәпләйем. Шул осорҙа театрҙың батшабикәһе булдым. Хәҙер геройҙарымдың исемдәрен онотоп та бѳттѳм инде. Гел матур ролдәрҙе бирҙеләр. Партнерҙарым шәп актерҙар булды. Билдәле, талантлы режиссерҙар менән эшләү бәхете тейҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Йәмилев шундай күркәм, талантлы, яҡшы күңелле кеше ине. Мин уны гел маҡтап телгә алам. Театрҙа гѳрләп эшләй торған сағында ғына ғүмере ѳҙѳлдѳ. 60-80 йылдар театрҙың иң емешле, гѳрләп торған сағы булды. Ә сәхнәлә ниндәй шәп әҫәрҙәр ҡуйылды… Билдәле классиктарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре репертуарҙан тѳшмәй ине. Халыҡ та театрға күпләп йѳрѳнѳ. Хәҙер бит кеше күберәк магазиндар ҡыҙыра.

Һеҙ бит Мәскәүҙәге ГИТИС-та белем алып ҡайтҡан юғары белемле актриса…

—Тәүәккәл, сая булыуым менән күп уңыштарға ѳлгәшкәнмендер тип уйлайым. Заманына күрә алдынғы ҡарашлы, белемле атайымдың йоғонтоһо кѳслѳ булды. Ғаиләбеҙ менән күп уҡыныҡ. Уҡылмаған китап ҡалмағандыр ул. Ғѳмүмән, ғүмер буйы уҡыным. Классик әҫәрҙәр миңә рухи аҙыҡ бирҙе. Ә ГИТИС-ҡа барып эләгәүемә лә ана шул күп уҡығаным, рухи үҫешкә ынтылыуым булышлыҡ иткәндер. Актриса булыу тураһында ла хыялым бар ине. Үҙем сығышым менән Архангель районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынанмын. Ауыл мәктәбендә уҡытыусылар етешмәгәс, балалар уҡыта башланым. Бер кѳн шулай дәфтәр тикшереп ултырғанымда радионан «Мәскәүҙәге ГИТИС-ҡа башҡорт йәштәрен йыябыҙ» тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалдым. Ата-әсәйемде күндереп, конкурсҡа барырға булдым. Уны уңышлы үтеп, Мәскәүҙә биш йыл уҡыу бәхетенә ирештем. Зинира Атнабаева, Гѳлли Мѳбәрәкова, Роза Кәримова, Хәмит Яруллин, Шамил Рәхмәтуллин, Гүзәл Сәғитова кеүек сәхнә оҫталары ла ошо махсус курста уҡыны. Актерлыҡ оҫталығы буйынса педагогыбыҙ Борис Владимирович Бибиков тәүҙә беҙгә үтә лә талапсан, хатта ҡаты булды. Сәхнә теле дәресен тѳплѳ ѳйрәндек. Тора-бара тырышлығыбыҙҙы, һәләттәребеҙҙе күрҙе. Беҙгә ҙур ѳмѳттәр бағланы. Миңә «Һинән бѳйѳк актриса сығасаҡ», тигәйне. Студент саҡта Мәскәү театрҙарына күп йѳрѳнѳк. Үҙем оҡшатҡан артистарҙың спектаклдәрен ҡалдырмай ҡарап барҙым. Мәҫәлән, Зельдин тигән актерҙы оҡшата инем. Уның «Свинарка и пастух» тигән комедияһын ҡарағанығыҙ барҙыр, ул унда Кавказдан килгән алдынғы кѳтѳүсене уйнағайны.

Мәскәүҙән һуң һеҙ Сибай ҡалаһын һайлағанһығыҙ…

—Башҡортостанға ҡайтҡас, тәүҙә Салауат театрында хеҙмәт юлымды башланым. Ә яҙмыш елдәре мине Сибай театрына килтергәненә һис кенә лә үкенмәйем. 1967 йылда килгәйнем бында. Ошо театрҙы ныҡ яраттым. Бәхетемде театрҙа таптым. Эшемә ныҡ мѳкиббән булдым. Һәр образ ѳҫтѳндә ныҡлы, ижади эшләнем. Берҙән-бер мѳхәббәтемде лә ошонда осраттым. Бик хәстәрлекле, оло йѳрәкле тормош юлдашым, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәниф Сафин менән һоҡланғыс ғүмер кисерҙек.

Театр кѳнѳ айҡанлы театр коллективына ниндәй теләктәрегеҙ бар?

—Театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәзит улына байрам һайын иғтибар күрһәткәне ѳсѳн рәхмәт әйтәм. Килеп хәлемде белешеп киткән хеҙмәттәш артистарға ла рәхмәт. Тормошон театр менән бәйләгән әлеге йәштәргә һоҡланып ҡарайым. Ғәжәйеп матур, тылсымлы донъяға аяҡ баҫҡандар бит улар. Кешеләргә нур, матурлыҡ, изгелек таратһындар, рухи үҫешкә ынтылһындар, күп уҡыһындар. Матур ғаилә ҡороп, күп балалар үҫтерһендәр.

Рәмзилә Мѳхәмәт ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмә ѳсѳн рәхмәт. Һеҙҙең ме-нән һѳйләшеүе үҙе бер ғүмер булды. Ихласлығығыҙға, ябай булыуығыҙға, эске матурлығығыҙға һоҡландым. Балаларығыҙҙың изгелен күреп, сәләмәтлектә оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap