Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
26.03.2013
ЙӘШ ТАЛАНТТАРҒА ҺОҠЛАНЫП…
Untitled document

 

Сибай ҡалаһына уҡырға килгәс тә, сәнғәт колледжының актерҙар әҙерләү бүлегендә белем алыусы егет-ҡыҙҙар менән бер сәхнәлә уйнау бәхете тейгәйне. Кѳн һайын ҡабатланған репетицияларҙан арып ҡайтҡан кеүекһең, әммә иртәгәһенә кире барыу теләге менән күңел үҙенән-үҙе елкенеп тора. Режиссерҙың да ниндәйе бит әле! Талапсан, кәрәк саҡта уҫал һәм шаян була белгән Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр ҡайһыһына кәңәштәрен бирә, теләк-тәҡдимдәрен әйтә. Әйткәндәй, шул ваҡыттағы студенттар—Иҙел Аралбаев, Динар Ғѳбәйҙуллин, Айнур Асҡаровтар сәнғәт ѳлкәһендә уңыштар яулауға, үҙ юлдарын табыуға ѳлгәште.

Ә бѳгѳн актерҙар әҙерләү эше нисек ҡуйылған? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында сәнғәт колледжының ишеген шаҡыныҡ.

—Быйыл театр бүлегенең 3-сѳ сығарылышы уҡыуҙы тамамлаясаҡ,—тип ҡаршы алды беҙҙе Вәкил Барый улы Йосопов.—Тәүгеләрен А.Мѳбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма, ә икенселәрен «Сулпан» балалар театры ѳсѳн әҙерләп сығарҙыҡ. Әлеге студенттар менән дә ҡаланың ике театры ҡыҙыҡһына. Тимәк, буласаҡ актерҙар эшһеҙ ҡалмаҫ, тигән ѳмѳттәмен.

Тынғыһыҙ уҡытыусы әңгәмә ваҡытында ла репетиция менән мәшғүл булған уҡыусыларын иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Ваҡытында театр сәхнәләрендә күңелдәргә уйылырлыҡ образдар тыуҙырған Вәкил Йосоповҡа тынғылыҡ бирмәгән һорауҙы бирәм.

—Актер булыу ѳсѳн һәләт мѳһимме әллә тырышлыҡмы?

—Актерлыҡ һәләте уҡырға ҡабул ителгән ваҡытта ғына кәрәк. Ә артабан иһә тырышлыҡ, тырышлыҡ, тырышлыҡ... Актерлыҡ хеҙмәте тигән тѳшѳнсә оло мәғәнәгә эйә. Был сифаттарға эйә булмай тороп, уңышҡа ѳлгәшеп булмаясаҡ,—ти ул фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Ныҡышмалылыҡ менән алдырған 4-се курс студенттары бѳгѳн иһә Туфан Миңнуллиндың «Ен алыштырған» һәм Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ҡыҙыл ҡалпаҡ» әҫәрҙәрен диплом эше рәүешендә сәхнәгә сығарыу менән мәшғүл. Тѳркѳмдә уҡыу йорто намыҫын ҡала, республика кимәлендә яҡлап йѳрѳүселәр ҙә бар икән. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы егете Айбулат Ғүмәров «Һүҙ оҫтаһы» республика конкурсында ике йыл рәттән призлы урындарға лайыҡ булған. Шулай уҡ һәләтле яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты булыуға һәм «Байыҡ» республика бейеү бәйгеһендә 1-се урын яулауға ирешкән.

—Сәнғәткә бәләкәйҙән ғашиҡмын. Мәктәпкә барғас та бейей башланым. 9-сы класты тамамлағас, актер булыу теләге менән Сибайға юл тоттом,—ти ул.

Темәс ауылы ҡыҙы Залина Сѳләймәнова урта белемде Ѳфѳ ҡалаһының Ғ.Әлмѳхәмәтов исемендәге музыка мәктәп-интернатында ала. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инеүе осраҡлы ғына килеп сыға. Баш ҡаланан поезд менән ауылға ҡайтырға сыҡҡан Залина Сибай ҡалаһында туҡтай. Ҡала урамына ҡуйылған алтаҡталағы яҙыуҙы күреп, документтарын театр бүлегенә тапшырырға ҡарар итә.

Шуныһы ҡыуаныслы, бүлектә белем алыусы студенттарҙың барыһы ла тиерлек уҡыуҙарын дауам итеү теләге менән яна. Беҙ иһә йәш актерҙарға уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.

Һүрәттә: Вәкил Барый улы театр бүлеге

студенттары менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap