Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
18.05.2012
Мин эшемде яратам
Untitled document

Һәр йәш кеше ҙур тормошҡа аяҡ баҫыр алдынан күңеленә яҡын һѳнәрҙе һайларға тейеш. Кемдер үҙенең буласаҡ профессияһын алдан уйлап, шул маҡсатына ирешергә тырыша, кемдер иптәштәренең фекеренә ҡолаҡ һала, ә ҡайһы берәүҙәр ата-әсәләрҙең теләген, кәңәшен тотоп эш итә. Йәш саҡта һайлаған һѳнәрең—киләсәгеңдең тотҡаһы икәнен оноторға ярамай. Мин үҙемдең яҙмышымды уҡытыусы һѳнәренә бағышланым.

Мәктәпте тамамлағас, документтарымды Сибай институтының педагогия факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә тапшырҙым. Институтта тырышып уҡыным, тѳрлѳ сараларҙа ҡатнашып, әүҙем тормош алып барҙым. 5-се курста дәүләт практикаһын Сибай ҡала гимназияһында үттем. Үҙемде ысын уҡытыусы ролендә һынап ҡарау миңә бик оҡшаны. Миндә ошо мәктәптә эшләү хыялы тыуҙы һәм уй-ниәтем тормошҡа ашты!

Мин тәүге кѳндәрҙән үк үҙ эшемә башкѳллѳ бирелдем. Иң беренсе сиратта, гимназия директоры Варламова Ирина Ивановнаға рәхмәтлемен, сѳнки ул йәш белгестәргә ышаныс белдерә, методик кәңәштәр бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы етәксеһе Вәлитова Фатима Хәбибнажар ҡыҙы, ниндәй генә һорау менән мѳрәжәғәт итһәң дә, һәр ваҡыт ярҙам итә, дѳрѳҫ йүнәлеш бирә. Ҡала күләмендә йәш белгестәргә бик кәрәкле «Йәш уҡытыусылар мәктәбе» эшләп килә. Уны ҡала мәғариф бүлеге методисы Моталлапова Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы етәкләй. Кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу, асыҡ дәрестәргә йѳрѳү, тәжрибә туплау—беҙҙең ѳсѳн бик файҙалы.

Минеңсә, мәктәптә ижади кешеләр эшләргә тейеш. Сѳнки мәктәп—ул ижад даирәһе. Ѳҫтәүенә, ѳлкән вожатый булараҡ, балалар менән күп эштәр башҡарабыҙ: тѳрлѳ конкурстар, программалар, тәжрибәләр уйлап сығарабыҙ. Мәҫәлән, мәктәп лагерында ѳлкән кластарҙа уҡыған уҡыусылар үҙҙәрен вожатый ролендә һынап ҡараны. Уҡыусыларға был эш оҡшаны, балалар лагерға ҙур теләк менән йѳрѳнѳ, уҡытыусыларҙың эше лә еңеләйҙе.

Гимназияла «Лидерҙар мәктәбе» эшләп килә. Был «мәктәптә» гимназияның иң әүҙем уҡыусылары йыйылған. Улар бѳгѳн беҙҙе борсоған актуаль проблемалар тураһында бәхәсләшә, шуларҙан сығыу юлдарын асыҡлай, тѳрлѳ проекттар ѳҫтѳндә эшләй. Был «мәктәп» балаларҙа үҙ-үҙеңә ышаныс, донъяға ыңғай ҡараш һәм үҙаллылыҡ тәрбиәләй. «Лидерҙар мәктәбе»нең программаһын тѳҙѳүҙә миңә «XXI быуат лидеры» республика конкурсында, «Ѳсѳнсѳ мең йыллыҡ пионеры» фестивалендә ҡатнашыуым һәм «Беҙ—Башҡортостан киләсәге» республика лагерында вожатый булып эшләүем ныҡ ярҙам итте.

Әлбиттә, мәктәптә эшләү ҙур сыҙамлыҡ, түҙемлек талап итә. Ләкин үҙ эшеңдең һѳҙѳмтәһен—уҡыусыларыңдың күҙҙәрендә осҡон, шатлыҡ күреү—уҡытыусы ѳсѳн иң ҙур бәхет ул!

Дилә Фәтҡуллина,

Сибай ҡала гимназияһы уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap