Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ЛИЦЕЙҘА УҠЫУ КҮҢЕЛЛЕ!
Untitled document

 

2011 йылда 24-се һѳнәрселек лицейына уҡырға килдем. Һәм был уҡыу йортон һайла-ғаныма бер ҙә үкенмәйем. Тормошта бик кәрәкле һѳнәрҙәргә эйә буласаҡмын.

Беҙҙең лицейҙа уҡыусыларҙы үҙаллылыҡҡа ѳйрәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Мин дә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырышам.Тѳркѳмдѳң старостаһы итеп һайландым.

Уҡыу йорто үҙидаралығының иң юғары органы—лицей советы. Ул старосталарҙың эшен тикшерә, эштәр бүлә, сараларҙы барлай, һәм, әлбиттә, уҡыусыларҙы йәмәғәт эштәренә күберәк йәлеп итеүҙе хәстәрләй. Шулай уҡ был совет ятаҡ тормошон да күҙәтә.

Нимә ул үҙидара? Уның асылы уҡыусыларҙың әүҙемлеген арттырыуға, лидерлыҡ һәләттәрен асыуға, уларҙы уҡыуға, лицей тормошона киңерәк йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. 2012 йылдың 19 ноябрендә лицей советына яңы ағзалар һайланды һәм мине советтың премьер-министры итеп ҡуйҙылар.

Беҙгә лицейҙың социаль педагогы Гүзәл Сәлихйән ҡыҙы Фәйзуллина һәр яҡлап ярҙам итә. Ул беҙгә етәксе генә түгел, әсәй кеүек яҡын да. Үҙидара органы ағзалары лицейҙағы тәртипте, тәрбиәне, уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтен, дәрескә йѳрѳүен, һуңламауын даими контролдә тота.

Ҡайҙандыр лидерҙар эҙләргә кәрәкмәй. Арабыҙҙағы уҡыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә, уларҙа әүҙемлек сифаттарын тәрбиәләргә, үҫтерергә кәрәк. Шундай ниәттән сығып йыш ҡына айырым бер үҫмергә эш йѳкмәтәбеҙ.

Лицейҙа үткән «Дублер кѳнѳ», « КВН», «Сәләмәт тормош», «Хеҙмәт десанты» кеүек сараларҙан бер кем дә ситтә ҡалмай. Миңә лидер булып үҫергә, ҡыҙыҡлы йәмәғәт эшен алып барырға һәм үҙемде күрһәтергә мѳмкинселек биргән ѳсѳн лицейға рәхмәтлемен.

Оксана Аблицова,

18-се тѳркѳм уҡыусыһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap