Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СЕРЕ
Untitled document

 

Яуапһыҙ мѳхәббәт, ата-әсәләр һәм тиңдәштәр менән аңлаша алмау, тормошта баҙап ҡалыу, ҡурҡыу… Ни ѳсѳн кемдер йәштәштәре араһында үҙен кәм итеп тоя? Йәки ни ѳсѳн ѳйҙә уны аңлап еткермәйҙәр. Быға оҡшаш проблемалар менән йәш-елкенсәк һәр ваҡыт тиерлек осрашып тора. Һәр кемдең күңел түрендә сиселмәҫ серҙәр бар. Лицейға уҡырға килгән йәштәр айырыуса психологик ярҙамға мохтаж. Миңә күп тѳрлѳ һорауҙар менән уҡыусылар мѳрәжәғәт итә.

Уҡыусылар менән яҡындан танышыу һәм аралашыу ҡабул итеү комиссияһы эше барышында уҡ башлана тиергә була. Кемдәр һайлай һуң беҙҙең лицейҙы?

Күптәр тормошта кәрәкле һѳнәр алыу маҡсатында килә. Улар бында яңы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа. Тәүге кѳндәрҙә күптәр тѳрлѳ ҡаршылыҡтарға юлыға. Яңы коллективҡа тиҙ күнегә алмаусылар ҙа бар. Уҡыу ауыр бирелә. Ауыл еренән килеүселәр айырыуса ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Ғѳмүмән, лицейҙа уҡый башлаған саҡтарҙа психолог ярҙамы бик тә кәрәк.

Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең психологик тренингтарҙа ихлас ҡатнашыуы ҡыуандыра. Бындай күнекмәләр уҡыусыла уҡытыусыға ҡарата ышаныс уята. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәр күнекмәләр ярҙамында үҙҙәрен ышаныслы тойорға, кеше араһында үҙен тоторға ѳйрәнә. Быға тиклем үҙен ипле тота алмаған, насар һүҙҙәр әйтергә тартынмаған йәштәр тыйылып ҡала. Тестар ярҙамында ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәренең кире һәм ыңғай яҡтарын аса. Әгәр ҙә тәүге курстарҙа уҡыусыларҙы күберәк ата-әсәләр, тиңдәштәре, уҡытыусылар менән булған аңлашылмаусанлыҡтар борсоһа, юғары курстарҙа улар башлыса артабан ҡайҙа барыу, килемле эш табыу тураһында уйлана.

Лицейҙың сайтындағы «Психолог блогы» бүлегенә теләгән кеше инеп, кәрәкле мәғлүмәт алыу мѳмкинлегенә эйә. Шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәре аша ла күптәр һорауҙар менән мѳрәжәғәт итә ала.

Комплекслы психологик эш һѳҙѳмтәһендә йәштәр тормошта үҙҙәрен таба, ҡараштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртә.

Альбина Мостафина,

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap