Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ЛИЦЕЙ МИЛЛИОН ЯУЛАНЫ
Untitled document

 

Мәғариф системаһындағы реформа шарттарында технология һәм тѳп белемдең кимәле заман талаптарына яуап биреүе мѳһим. Шул осраҡта ғына уҡыу йортоноң үҙ йѳҙѳ була. Был йәһәттән лицейҙа нигеҙле һәм тѳплѳ эштәр алып барыла. Етәксебеҙ Ғ.Ә.Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллективты баҙар шарттарында мәғлүмәти-инновацион технология ѳлкәһендә ярайһы уҡ һѳҙѳмтәләр яулауға һәм ошо юҫыҡта маҡсатлы эштәр алып барыуға йәлеп итеүгә ѳлгәште.

Уҙған 2012 йыл лицей ѳсѳн үтә лә емешле булды, тип әйтә алабыҙ. Ни ѳсѳн тигәндә, һѳнәрселек училищелары һәм лицейҙары араһында уҙғарылған республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, 12,5 миллион һумлыҡ грант алып һѳйѳндѳк. Был сумма лицейҙың матди-техник базаһын нығытыуға, яңыртыуға тотонолдо. Мәҫәлән, иретеп йәбештереүселәр оҫтаханаһы иркен һәм яҡты бинаға күсерелде. Уҡыусылар ѳсѳн йәмғеһе 6 пост булдырылды. Уларҙың һәр береһе елләтеү ҡоролмалары, тауышты баҫыусы панелдәр, эш ѳҫтәлдәре, инверторҙар һәм дефектоскоп менән йыһазландырылды. Шуға ѳҫтәп кабинет шарттарында һѳнәрҙе киңерәк үҙләштереү маҡсатында аҙ амперлы тренажерҙар ҡуйылды. Хәҙер инде беҙҙә иретеп йәбештереүҙең бар серҙәренә тѳшѳнѳргә етерлек шарттар бар.

Автомобиль тренажеры, интерактив магнит таҡтаһы, мотор-тестер, шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү тренажеры менән йыһазландырылған автомеханика буйынса махсуслаштырылған кабинеттар ҙа лицейҙың ғорурлығы. Йәнә автомобилдәрҙең электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм диагностикалау ѳсѳн лаборатория ла булдырылды.

Балта оҫталары һәм паркет эштәре оҫтаханаһы ла яңыртылды. Дүрт яҡлы биш буйға ярыу шпиндаль фрезер станогы иҙән таҡталарын, плинтус, евро-вагонкаларҙы тиҙ һәм сифатлы итеп әҙерләү мѳмкинлеге бирә. Шулай уҡ ағастың ѳҫтѳн һырлау, биҙәү эштәре ѳсѳн ҡулайлаштырылған махсус станок алыуға ѳлгәштек.

Элекр техникаһы кабинеты ла яңырыу кисерҙе. Бында электр сымдарының компьютер стенды ѳҫтәле ҡуйылды. Унда уҡыусылар үҙаллы тѳрлѳ электр сымдарын йыя һәм компьютерҙа башҡарған эштәренең дѳрѳҫлѳгѳн тикшерә.

Быйыл лицейҙа китапхананы, уҡыу залын, методика кабинетын берләштергән уҡыу-методика үҙәге ойошторолдо. Бында 16 ноутбук, Wi-fi селтәре һәм демонстрация комплексы бар. Ошондай заманса шарттарҙа лицей юғары квалификациялы, алдынғы ҡарашлы, оҫта ҡуллы һѳнәрмәндәр әҙерләй.

Е.А.Егорова,

лицейҙың уҡыу бүлеге мѳдире.

Һүрәттәрҙә: грант иҫәбенә алынған «КамАЗ» һәм автомобиль тренажеры.

 




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap