Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЭШСЕ ҺӘР САҠ АБРУЙЛЫ ҺѲНӘР БУЛЫП ҠАЛА
Untitled document

 

Ниндәй эш иң кәрәклеләрҙән һанала, шуға ҡарап заман тураһында фекер йѳрѳтѳргә була. Миҫал ѳсѳн бѳгѳнгѳ кѳндѳ алайыҡ, әлеге мәлдә ниндәй һѳнәрҙәргә ихтыяж ҙур һуң!? Быны асыҡлау ѳсѳн матбуғат биттәрендәге иғландарға күҙ һалыу етә. Мәҫәлән, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, тѳҙѳүселәр, биҙәүселәр, монтажсылар, бер һүҙ менән әйткәндә, тѳҙѳүселәр күпләп талап ителә. Һәм был бик ҡыуаныслы, сѳнки тѳҙѳлѳш барған ерҙә тормош та гѳрләй.

Сибай ҡалаһының 24-се һѳнәрселек лицейы ла иҡтисадты эшсе кѳстәр менән тәьмин итеүгә ярайһы уҡ ҙур ѳлѳш индерә. Беҙҙә тѳҙѳүсе, электромонтер, балта оҫтаһы, автомеханик кеүек хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланылған белгестәр әҙерләнә. Быларҙан тыш, тегенсе, кондитер, ашнаҡсы кеүек бик кәрәкле һѳнәрҙәр алырға була. Атап әйткәндә, 22 тѳрлѳ йүнәлештә уҡытабыҙ.

Беҙҙең һѳнәрселек лицейы республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Кѳндѳҙгѳ бүлектә 600 уҡыусы уҡый. Ә хужалыҡ иҫәбендәге «Перспектива» уҡыу бүлеге йылына 900 кешегә ѳҫтәмә һѳнәр биреп сығара.

Лицей йылына 250 уҡыусы ҡабул итә. Эшсе һѳнәрҙәрен үҙләштерергә теләүсе йәштәр һаны арта бара. Хатта быға тиклем башҡа уҡыу йортонда белем алып сыҡҡан дипломлы белгестәр ҙә беҙгә килеп ѳҫтәмә һѳнәр ала. Күптәр тормошта юғалып ҡалмаҫ ѳсѳн яңынан эшсе һѳнәренә эйә була һәм һис тә яңылышмай.

Уҡыу йортоноң матди базаһы ла ныҡлы һәм бай. Лицей биләмәһендә биш корпус урын алған. Уларҙың һәр береһе заманға яраҡлаштырылып йыһазландырылған. 120 урынлыҡ ашханала уҡыусыларҙы бушлай тѳшкѳ аш менән тәьмин итәбеҙ. Ике залы булған спорт комплексы, дѳйѳм ятаҡ, 150 урынға иҫәпләнгән тантаналар һәм хореография залы—былар барыһы ла уҡыусылар ѳсѳн. 2012 йылда дѳйѳм ятағыбыҙ республика кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә танылды.

Лицейҙа мәғлүмәти технологиялар һәм инновацион методик белем биреү буйынса айырым дәрестәр алып барыла, уҡыу кабинеттарына Интернет селтәре үткәрелгән. Уҡыусылар ике һѳнәр алыу мѳмкинлегенә эйә: берәүһе бюджет нигеҙендә булһа, икенсеһенә түләп уҡырға мѳмкин. «4» һәм «5» билдәләренә ѳлгәшкән уҡыусылар академик стипендия алыу бәхетенә эйә. Шулай уҡ матди ярҙамға мохтаж булған уҡыусыларға социаль стипендия бирелә.

Уҡыусылар белем, һѳнәр алыу менән бер рәттән ижади яҡтан үҫә, хәрби тәрбиә ала. Мәҫәлән, «Йәш патриот» клубында егеттәр хәрби-спорт әҙерлеге үтә, лицей ветерандарына шефлыҡ итәләр, яугир-интернационалистар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Йәйгеһен «Арҡайым» тарихи-археологик клубы ағзалары БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторған тарихи ҡомартҡыларҙы ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаша. «Яҙмыш шаярыуы» тип аталған агитбригаданың профориентация эштәрен алып барыуҙа роле ҙур. «Мираҫ» фольклор ансамбле республика конкурстарында призлы урындар яулай. Ғѳмүмән, беҙгә уҡырға килгән уҡыусылар ваҡыттарын бушҡа үткәрмәй, һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы шѳғѳл таба ала. Кемдәр беҙҙең лицейҙы һайлай, уларҙы бында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уҡыу йылдары кѳтә.

Л.Г.Сәлимгәрәева,

лицей директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap