Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
«ЛИЦЕЙҘЫҢ КИЛӘСӘГЕ ѲМѲТЛѲ ҺӘМ ЯҠТЫ»
Untitled document

 

Апрель-июнь айҙары мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәр ѳсѳн бик яуаплы осор. Йәштәрҙе был мәлдә «Уҡырға ҡайҙа барырға? Кем булырға?» тигән һорауҙар борсой. Ысынлап та, һайлаған һѳнәрең бѳтә ғүмерең буйы яратып башҡарырлыҡ, шул уҡ ваҡытта бѳгѳнгѳ ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмаҫ, етеш, матур йәшәр ѳсѳн яраҡлы булырға тейеш. Шуға күрә беҙ бѳгѳнгѳ һандан башлап тѳбәгебеҙҙең уҡыу йорттары, уларға уҡырға инеү, уҡыу шарттары, студенттар тормошо менән таныштыра башлайбыҙ. Тәүге һүҙ—Сибай ҡалаһының 24-се һѳнәрселек лицейына.

Беҙҙең әңгәмәсебеҙ—24-се һѳнәрселек лицейы директоры Ғайса Әхмәҙулла улы Хәсәнов.

—Һеҙ етәкләгән һѳнәрселек лицейының үҙенсәлеге нимәлә тип иҫәпләйһегеҙ?

—Ысынлап та, һәр уҡыу йортоноң йѳҙѳн билдәләгән үҙенсәлектәре була. Беҙҙең лицейҙы иң тәүҙә тѳҙѳүселәр әҙерләүсе уҡыу йорто булараҡ беләләр. Уҙған быуаттың 50-се йылдары башында Ирәндек итәгендә яңы ҡала ҡалҡа башлай. Ошо мәлдә ойошторолған «Башмедьстрой» тресына тѳҙѳүселәр күпләп талап ителә. Ҡасаба етәкселеге тѳҙѳүселәр әҙерләүсе уҡыу йортона нигеҙ һалыуҙы хәстәрләй. 1954 йылдың 3 сентябрендә Сибай эшселәр ҡасабаһында мәктәп асыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйыла, тик киләһе йылына ғына 11-се тѳҙѳүселәр мәктәбе үҙ ишектәрен аса. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, ун айҙан трест ѳсѳн штукатур-буяусы, балта оҫтаһы, иретеп йәбештереүсе кеүек тәүге белгестәр әҙерләп сығарыуға ирешәләр. Сибай ҡалаһы үҫешендә лицейҙың роле ғәйәт ҙур. Ошо лицейҙа белем алған һѳнәрмәндәр күп йылдар дауамында мәктәптәр, дауаханалар, ит комбинаты, баҡыр-кѳкѳрт комбинаты биналары, мәҙәниәт усаҡтары һәм һанһыҙ йорттар тѳҙѳй.

—Бѳгѳн ҡалала уҡыу йорттары күп кенә. Кѳслѳ конкуренция шарттарында уҡыусылар йыйыу ауырға тура килмәйме?

—Беҙҙең лицей—тѳбәгебеҙҙәге иң кәрәкле уҡыу йорто ул, тип һанайым. Бай тарихы булған һымаҡ уның яҡты, ѳмѳтлѳ киләсәге булырға тейеш. Бында бер нәмә лә белмәй килгән йәштәр тормошта үҙҙәренә файҙа килтерерҙәй әллә күпме һѳнәр алып сыға. Мәктәптә үҙен күрһәтә алмаған уҡыусы ла беҙҙә лидерлыҡ һәләттәрен аса. Тәрбиәһеҙ, белдекһеҙ булып күренгән, бәлки тормошҡа ѳмѳтһѳҙ ҡараған үҫмерҙәр лицейҙа үҙгәрә. Тәжрибәле, хәстәрлекле педагогтар, мастерҙар ҡыҙҙар-егеттәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таба. Беҙгә уҡырға килергә теләүселәрҙе ҡуш ҡуллап алабыҙ. Йәштәр ѳсѳн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Быйыл лицей тормошонда әллә күпме шатлыҡлы ваҡиғалар булып алды. Республика кимәлендә иң яҡшы уҡыу йорто рәтендә булыуыбыҙ күп нәмә хаҡында һѳйләй. Грант яулап, лицейҙың матди базаһын яңыртыуға ѳлгәштек. Минеңсә, бер кимәлдә генә ҡалыу бѳгѳнгѳ заманда бигүк дѳрѳҫ булмаҫ. 2013 йылда эшсе һѳнәрҙәргә уҡытыусы инновацион уҡыу йорто булараҡ, лицейыбыҙ федераль программаға индерелеп, уның артабанғы үҫеше ѳсѳн дәүләт 30 млн һум бүлеүҙе планлаштыра. Шулай уҡ республикалағы биш уҡыу йортонда, шул иҫәптән беҙҙең 24-се лицейҙа ла тәжрибә майҙансығы булдырылыу ҡарала.

—Һеҙҙә профориентация эштәре яҡшы ойошторолған һәм йыл буйы был йәһәттән тѳрлѳ саралар уҙғарыла…

—Профориентация эштәре яҡшы ҡуйылырға тейеш. Тѳбәгебеҙҙә беҙҙе бит белеп етмәгән урындар ҙа бар. Беҙ үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Күптән түгел Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында осрашыу булып үтте. Шулай уҡ Ырымбур ѳлкәһенең Гай районында булдыҡ. Унда йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән матур осрашыу уҙҙы. Был осрашыуҙан һуң ундағы ҡыҙҙар-малайҙар беҙгә һѳнәр алырға килер, тигән ѳмѳт бар. Урындағы етәкселәр, мәктәп директорҙары менән эшлекле бәйләнештәр булғанда, алдағы йылдарҙа ла ошо йүнәлештәге маҡсатлы эштәр туҡтамаҫ, тип ышанабыҙ.

—Ғайса Әхмәҙулла улы, әңгәмә ѳсѳн рәхмәт! Киләһе йылдарҙа ла уңыштарығыҙ, һѳйѳнѳслѳ ваҡиғаларығыҙ күберәк булһын, яңы уҡыу йылы ла бәрәкәтле килһен!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap