Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
10.04.2013
СЫРАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН…
Untitled document

Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Флорид Бүләковтың «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль тамашасы хѳкѳмѳнә сыҡты. Халыҡ кѳндәлек мәшәҡәттәрен бер аҙ ситтә ҡалдырып, яңы спектаклде ҡарарға театрға ашыҡты. Ике кѳн дауамында барған премьераны улар яратып ҡабул итте. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры—Вадим Ғилманов (һүрәттә).

Хәйер, Вадим Ғилманов сибайҙарға артист булараҡ яҡшы таныш. Ул—Арыҫлан Мѳбәрәковтың «Бисәкәй» спектаклендә—Баһау, Наил Ғәйетбайҙың «Ҡурай моңо»нда—Батыр, Ғәзим Шафиҡовтың «Мѳхәббәттән ҡѳҙрәтлерәк» спектаклендә Кирилл ролдәрен һәм башҡа байтаҡ образдарҙы ижад итеүсе талантлы актер. Сибай сәхнәһендә уңышлы барған Туфан Миңнуллиндың «Яратыу гонаһмы?» спектаклендә Вадим Ғилманов уйнаған Хәбир роле күптәргә билдәле. Әйткәндәй, былтыр Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы Ҡазанға, драматург Туфан Миңнуллин кѳндәренә арналған фестивалгә барғайны. Унда сибайҙар тарафынан «Яратыу гонаһмы?» спектакле менән сығыш яһағанда, тѳп ролде башҡарыусы Вадим Ғилманов пьесаның авторы Туфан Миңнуллиндың үҙенән ҙур баһа ала. Ошондай һәләтле актер бѳгѳн үҙен режиссер булараҡ һынап ҡарарға йѳрьәт итте. Былтыр Сибай сәхнәһендә Вадим Ғилманов тарафынан ҡуйылған Илшат Йомағоловтың «Мѳхәббәт ҡоштары» спектакле лә бик уңышлы барҙы. Спектаклдәге ролдәрҙе мәшһүр артистарыбыҙ Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Марсель Хоҙайғолов, Рәдиф Яныбаев кеүек арҙаҡлы артистарыбыҙ уйнағайны.

Режиссер эшенә бик ҡыйыу, ихлас тотонған Вадим Ғилманов был юлы ла алдына ҡуйған маҡсаттарға тулыһынса ѳлгәшә алды. Ике кѳн буйына тамаша залының тулы булыуы ошоға дәлил. «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» спектакленең тематикаһы ла бѳгѳнгѳ кѳнгә ауаздаш. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитова башҡарыуындағы ѳләсәйҙең: «Ишек—беҙҙең офоҡ, беҙҙең ҡиблабыҙ, кѳтѳүебеҙ, ѳмѳтѳбѳҙ...» йәиһә: «Ауыл урамынан үтһәгеҙ, тәҙрәләргә ҡарағыҙ! Унда беҙҙең йѳҙѳбѳҙ, ҡарттарҙың йѳҙѳ, текәлеп ҡарауҙары, кѳтѳүҙәре...»—тигән һүҙҙәре гүйә йѳрәктәрҙе телеп үтә. Ѳләсәй, әсәй һәм ейәнсәр—ѳсѳһѳ лә кемделер кѳтә... Ҡатын-ҡыҙҙың яңғыҙ ғүмер итеүе, ғүмер буйына кемделер кѳтѳп йәшәүе—бѳгѳнгѳ ысынбарлыҡ. Йәш ҡыҙ әсәһенең, ѳләсәһенең ауыр яҙмышын күрә тороп, үҙе лә ошо уҡ яҙмышты һайлай. «Мин үҙемдең тәүге сырағымды яндырам...»—ти ул. Эйе, уның тәүге мѳхәббәте, тәүге сырағы ҡабына. Ейәнсәр ролен Рүмиә Рәхимова һәм Зәлиә Хафизова бик оҫта башҡарҙы, әсәй ролендә Айгѳл Хәкимова, Резеда Абдуллина уйнаһа, берҙән-бер ир ролен Юнир Мансуров, Салауат Вәлиев һынландырҙы.

Вадим Ғилманов үҙенең эше тураһында бына нимә ти: «Спектаклдәр ҡуйыуыма, ошондай мѳмкинселек булыуына бик ҡәнәғәтмен. Бергә ижад иткән коллегаларыма, театр коллективына һәм айырыуса театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы Ғәлимовҡа рәхмәтлемен. Сѳнки спектакль сығарыу—ул бер режиссерҙың ғына эше түгел, ул коллектив эш. Берҙәмлектә—кѳс, тиҙәр бит. Беҙҙең маҡсат—Сибай тамашасыһын ғына түгел, Урал аръяғы халҡын яңынан-яңы спектаклдәр менән һѳйѳндѳрѳү. Беҙ тамашасы ѳсѳн эшләйбеҙ, үҙ йәһәтенән тамашасы ла беҙҙең ижадыбыҙға битараф түгел, театрға килеп, беҙҙең ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарап, беҙҙе ҡыуандыра. Уларға ла рәхмәт!»

Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йәш режиссерға эшендә уңыштар, илһамлы ижад, тамашасыны уйландырған, һоҡландырған яңы-нан-яңы спектаклдәр ҡуйыуын теләйбеҙ.

Айгѳл Фәтҡуллина,

БДУ-ның Сибай институты студенты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap