Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.04.2013
СИБАЙ ИКЕ РАЙОНДЫҢ ҮҘӘГЕ БУЛҒАН САҠТА
Untitled document

XX быуаттың 50-60-сы йылдарында, Советтар Союзы менән Н.С.Хрущев етәкселек иткән осорҙа, илдең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтеү маҡсатында нигеҙһеҙ реформалар үткәреү эше әүҙемләшеп китте. Шул маҡсатҡа ярашлы совнархоздар, айырым сәнәғәт һәм ауыл хужалыҡтары тѳҙѳлә башланы. 1960 йылдар башында административ, сәнәғәт, ауыл хужалығы менән етәкселек итеү эшенә үҙгәрештәр индерелде. Ләкин был башланғыстарҙың күбеһе халыҡ файҙаһына булманы. Ил тарҡалды, халыҡ бѳлгѳнлѳккә тѳштѳ, урындағы яҡшы кадрҙар ситкә китте. Әммә үткәндәге хаталарҙан хәҙерге етәкселәр һабаҡ алырға теләмәй, тағы ла илде һәм халыҡты бѳлгѳнлѳккә тѳшѳрѳүсе реформалар үткәреү эше дауам итә. Бына ошо тарихи ваҡиғаларҙың булып үтеүенә быйыл 50 йыл.

Бынан 50 йыл элек Сибай сәнәғәт үҙәге тѳҙѳлѳп, уға Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарының сәнәғәт предприятиелары инде. Ул осорҙа КПСС-тың ҡала комитеты секретары булып Ғ.З.Йәнтилин, ҡала Советы рәйесе булып В.А.Силаев эшләне. Был йылдарҙа Сибайҙа күп кенә район-ара предприятиелар, уҡыу йорттары асылып, ул Урал аръяғы райондарының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға һәм милли кадрҙар әҙерләүгә үҙенең тос ѳлѳшѳн индерҙе. Сибай Урал аръяғы райондарының баш ҡалаһына әйләнде.

1962 йылдың апреленән башлап үҙәктең күрһәтмәһе нигеҙендә республикала административ һәм ауыл хужалығының эшен үҙгәртеп ҡороу буйынса реформалар үткәрелә башланы. Тәүҙә Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарын берләштергән Сибай колхоз-совхоз производство идаралығы тѳҙѳлдѳ. Уның етәксеһе КПСС-тың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары Н.Я. Батанов булды, һуңынан уны Баймаҡ район комитеты секретары Р.Х.Миһранов алыштырҙы. Шуға ярашлы Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡы ѳсѳн башҡорт һәм рус телдәрендә «Һаҡмар» исемле гәзит сыға башланы. Гәзит ошо исем менән 1965 йылдың башына хәтлем сыҡты. Мѳхәррире Х.Ҡадыров, Һ.С. Күсәбаев, урынбаҫарҙары Б.А.Сәмиғуллин, И.В. Шелихов булды. Ошоға бәйле, урындарҙа район гәзиттәре сығарыу эше туҡтатылды. Шулай уҡ ауыл хужалығы менән етәкселек итеү органдары—РайЗО-лар бѳтѳрѳлдѳ.

Ләкин ил етәкселеге бының менән генә туҡтап ҡалманы. 1962 йылдың декабрь башында БАССР Ѳлкә Комитеты пленумы үткәрелеп, райондарҙы ҙурайтыу һәм яңы территориаль реформа үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Элекке 54 район урынына 20 район һәм партия комитеттары тѳҙѳү эше башланды.

Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар беҙҙең тѳбәккә лә ҡағылды. Республиканың ике ҙур районы—Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары берләштерелә, һуңғараҡ уға Йылайыр районының Кананикольск ҡасаба Советына ҡараған ауылдар ҙа ҡушыла. Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар нисек башланды һәм нимә менән барып бѳттѳ?

1962 йылдың 21-22 декабрендә Сибайҙа Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары Советтары депутаттарының ойоштороу сессияһы үткәрелеп, кѳн тәртибендә «Перестройка партийно-советских органов управления по производственному принципу» мәсьәләһе ҡаралды. Сессияла райсовет рәйесе итеп бай тәжрибәле, эшкә һәләтле Х.Ш.Ҡашанов, урынбаҫары итеп Һ.С.Күсәбаев, һуңынан Р.А.Һиҙиәтуллин, Ғ.З.Ваһапов, секретарь вазифаһына Я.Г.Шунин (Әбйәлил) һайланды. Райондың үҙәге итеп Сибай ҡалаһы билдәләнде.

1963 йылдың 19 мартында урындағы Советтарға яңы депутаттар һайлау үткәрелеп, 93 кеше депутатлыҡҡа алынды. Райсовет башҡарма комитеты ағзаларына Баймаҡтан—Н.В.Горин, В.С.Пендюрин, Р.И.Үтәғолов, Ф.С.Маматов, П.Н.Надькин, Әбйәлилдән—Ф.Ш.Хисмәтуллин, Ш.Х.Ҡоҙаяров һ.б үткәрелде. Райсоветтың бүлек мѳдирҙәре итеп В.Т.Пендюрин (райфо), Р.И.Үтәғолов (районо), Ф.С.Рыҫҡужин, Х.Н.Хәсәнов, М.Ш.Хәйҙәрова (мәҙәниәт), И.Л.Мѳхәмәтйәнов (райплан), Х.Арыҫланов (юл бүлеге), Хужин һәм М.Н.Уйылданов (соцбүлек), М.А.Антонов (һаулыҡ һаҡлау), Л.Ф.Рассадников (сауҙа), М.Г.Ишморатов (ойоштороу бүлеге), Я.Г.Шунин (райсовет секретары) тәғәйенләнде. Милиция начальниктары булып Баймаҡта—З.Г.Зәйнуллин, Асҡарҙа—Б.Н.Аитов, Халыҡ судьяһы булып Ш.Яҡшығолов, хәрби комиссариат етәксеһе булып А.Ф.Соболев, һуңынан полковник Сафин эшләне. Ҙур районда ул ваҡытта райсовет рәйесе урынбаҫары вазифаһында бер кеше эшләне, ул бѳтә эште алып барҙы. Икенсе урынбаҫарҙың эше йәмәғәт башланғысында ойошторолдо, был эште миңә лә алып барырға тура килде.

Баймаҡ ауыл хужалығы производство начальнигы итеп М.Ғ.Баҡыев тәғәйенләнде, һуңынан уны Н.А.Овчаренко алмаштырҙы. Урынбаҫарҙары булып Н.В.Горин, бер аҙ Х.С.Хәкимов (Әбйәлил) эшләне. Идаралыҡтың тѳп производство белгестәре: баш агроном Поезжалов, баш зоотехник М.Н.Мирсаяпов, баш инженер А.М.Кантюков, план-финанс бүлегенән Н.А.Морасовтар ине. Уларҙың бѳтәһе лә тәжрибәле һәм кѳслѳ хужалыҡ белгестәре булды. Идаралыҡтың профком рәйесе булып Х.С.Мансуров (Әбйәлил) эшләне. В.Б.Буранбаев, Р.Я.Күсәбаев, Ф.Х.Рыҫҡужин, А.М.Повираев, А.Ш.Иҫәнтәев, С.Кәримов һ.б. инструктор- ойоштороусылар булды.

Ауыл хужалығы идаралығына 150-гә яҡын ауыл, 14 колхоз, 7 сов-хоз, Баймаҡ тәжрибә хужалығы ҡараны. Баймаҡ тәжрибә хужалығы ауыл хужалыҡтарын үҙгәртеп ҡороу, алдынғы тәжрибә таратыу буйынса ҙур эш алып барҙы (директоры—Лысак, ауыл хужалығы фәндәре докторы).

Был хужалыҡтарҙа ер биләмәһе 624 мең га тәшкил итте. Шуның 275 мең гектары—һѳрѳнтѳ ер, 58,5 мең га—бесәнлектәр, 166 мең гектары кѳтѳүлек ерҙәре булды. Ужым культураларын сәсеү майҙаны 194 мең га булып, шуның 136,5 меңендә бойҙай сәселде. Кукуруз культураһы 58,5 мең га ерҙе биләне. («Воспоминания о родном Абзелиле». Ф.Ш.Хисматуллин. Уфа. 2000).

Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 29-сы һанында уҡый алаһығыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap