Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
18.05.2012
Һай, «Ирәндек моңдары», талантлы ул-ҡыҙҙарың!
Untitled document

 

Быйыл конкурс еңеүсеһенә «Башҡорт баҡыры» бүләктең еллеһен—еңел автомобиль вәғәҙә итә.

Бынан теүәл 16 йыл элек, йәғни 1996 йылдың 15-18 майында тәү тапҡыр «Ирәндек моңдары» бәйгеһе ойошторола. Шул мәлдән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың тѳбәк-ара конкурсы күркәм традицияға әүерелеп, Сибай ҡалаһы иң һәләтле, моңло, дәртле балалар һәм йәштәрҙе йыйыр тѳбәккә әйләнде. Быйыл был йыр-моң бәйгеһе 11-се тапҡыр ойоштороласаҡ.

«Ирәндек моңдары» кеүек оло бәйгенең тап беҙҙең тѳбәктә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Уның башҡорт милләтенең тѳп этник ѳлѳшѳ йәшәгән, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарының иң гүзәл ѳлгѳләре һаҡланған, мәшһүр йырсылары менән дан тотҡан ерлектә уҙғарылыуы тәбиғи ҙә, дѳрѳҫ тә. Тәүҙә, йәғни 1996 йылдан 2000 йылға тиклем йыл һайын үткәре леп, унан ике йылға бер ойошторолоп килгән конкурс бик күптәргә ҡанат ҡуйҙы. Беренсе йылдарҙа үҙешмәкәрҙәр араһында сығыш яһап, бер нисә йылдан профессионалдар араһында үҙ кѳсѳн, һәләтен һынап ҡараусыларҙың күп булыуы ла быға асыҡ дәлил. Балалар араһында ҡатнашыуҙан башлап, үҫә барып, аҙаҡ Гран-при алыусылар ҙа бар. Был үҙе үк күпте һѳйләй. Тәүге йылдарҙа конкурсанттар һаны 90-ға ла тулмаһа, аҙаҡ ул 100-ҙән ашты. Йәғни бәйгенең абруйы күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Быйыл да конкурстың юғары кимәлдә үтәсәгенә һәм яңы таланттарға киләсәккә ышаныслы юл һаласағына ѳмѳт ҙур.

1-2 июндә үтәсәк «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара конкурсының шарттарына килгәндә, ул түбәндәгесә: конкурста 35 йәшкә тиклемге һәр һәләтле башҡарыусы ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бәйгеселәр ике йәш, йәғни 16 йәшкә тиклемгеләр һәм унан ѳлкәндәр тѳркѳмѳнә бүленә. Махсус белеме булғандар профессионалдар араһында һынау тотасаҡ. Шулай уҡ 16-35 йәштәгеләр теләге буйынса оҙон йәиһә ҡыҫҡа кѳй номинацияһы ѳсѳн кѳрәш алып барырға хоҡуҡлы. Әгәр икеһендә лә үҙен һәләтле итеп таныта ала икән, был еңеүгә күберәк мѳмкинлек бирә.

Кесе, йәғни 16 йәшкә тиклемгеләр араһында бер генә тур уҙғарыла. Улар үҙҙәре һайлап алған башҡорт халыҡ йырын микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ йырларға тейеш. Шулай уҡ урындағы фольклорҙы (йола йырҙары, шаян йыр, таҡмаҡ, ҡобайыр, бә-йет, мѳнәжәт, һамаҡ) белеүе мѳһим. Оло тѳркѳмдәгеләргә иһә ике турҙы үтеү зарур. Тәүгеһендә микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ «Урал», «Сибай», «Буранбай», «Ильяс», «Баяс», «Эскадрон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза»,«Зѳлхизә», «Тәфтиләү», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Ғүмәров», «Ҡаһым түрә» йырҙарын башҡара алыуы мотлаҡ. Шулай уҡ бәйгесенән 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған оҙон кѳйҙәрҙе белеүҙе талап итәсәктәр. Икенсе турҙа йәнә микрофонһыҙ, музыкаль оҙатыуһыҙ «Әрме», «Бейеш», «Илсе Ғайса», «Йәмәлекәй тауы», «Һандуғас», «Томан», «Шәүрә», «Шафиҡ», «Хисам», «Һаҡмар», «Илсе Урал», «Һары ла сәс», «Арғужа», «Кѳйѳлдѳ», «Тѳйәләҫ», «Уйыл» йырҙарын йырлау зарур. Йәнә урындағы фольклорҙан оҙон кѳй ишеттереү кәрәк буласаҡ.

Ҡыҫҡа кѳй номинацияһында кѳс һынашыусыларға эпос-ҡобайырҙарҙан ѳҙѳктәрҙе йырлап ишеттереү, һамаҡ, мѳнәжәт, бәйет, таҡмаҡ, йола, мәжлес йырҙарын, шаян йырҙарҙы һәм башҡаларҙы кѳйләүҙән тыш, уның тарихын яҡшы белеү талап итеп ҡуйыла.

Балалар, үҙешмәкәрҙәр, профессионалдар араһында призлы урындар билдәләнеп, уларға диплом һәм бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ бер Гран-при билдәләнәсәк. Тѳп урын яулаусыға бағыусы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенән ВАЗ-2107 автомобиле тапшырыласаҡ.

Резеда Усманова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap