Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
30.04.2013
ФРАНЦУЗДАРҘЫ ҠУРАЙ МОҢО ӘСИР ЕТТЕ
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

25 апрелдә Сибай ҡалаһына Франциянан ҡунаҡтар килде. Шампань-Арденн тѳбәгенең Фершампенуаз биләмәһенең элекке бургомистры, әлеге ваҡытта кантон башлығы, профессор Клод Арди, тарихи ассоциация президенты Даниел Лапра һәм уның әүҙем ағзаһы Патрис Раде әфәнделәрҙе, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Батырхан Мырҙабаевты, БДПУ профессоры Лилиә Хәсәноваларҙы сибайҙар йыр-моң, яҡты йѳҙ менән ҡаршыланы. Уларҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов ихлас тәбрикләне. «Яугел», «Йәнгүҙәй» халыҡ ансамблдәренең, Сибай сәнғәт колледжы уҡыусыларының сығыштары ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.

1814 йылдың 25 мартында Фер-Шампенуаз ерендә Рәсәй армияһы менән Бонапарт Наполеон ғәскәре араһында хәрби бәрелеш үтә. Был яуҙа башҡорт яугирҙәре лә ҡатнаша. Клод Арди, Патрис Раде һәм Даниель Лапра әфәнделәр, тап ошо ерлектә тыуған кешеләр булараҡ, ата-бабаларының тарихына, шулай уҡ яуҙа ҡатнашҡан Рәсәй халҡы яҙмышына битараф түгел. Улар Силәбе ѳлкәһенең Нуғайбәк районында Фершампенуаз ҡасабаһы барлығын, уның исеме был һуғышта ҡатнашыусылар хѳрмәтенә ҡушылғанлығын асыҡлай һәм ошо тѳбәктең тарихсылары менән яҙма рәүештә бәйләнеш алып бара.

Тарихи ассоциация ағзалары былтыр Сибай ҡалаһында Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл асылыуы хаҡында ла хәбәрҙар була. Әлеге сәфәрҙәренең тѳп йүнәлеше Силәбе ѳлкәһенең Нуғайбәк районында урынлашҡан Фершампенуаз ҡасабаһы булһа ла, француз тарихсылары башҡорт яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәлде күрергә теләк белдерә. Профессор Клод Арди әфәнденең тарихи һәйкәлгә сәскә һалыр алдынан әйтелгән сығышы халыҡтар дуҫлығына, тыныслыҡҡа, ил именлегенә саҡырыу булып яңғыраны. Шулай уҡ Сибай ҡалаһы етәкселеге, ҡалалаштар ҙа яугир милләттәштәренең ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Француздарҙың тарихҡа һәм Ватан һуғышы яугирҙәренә ихтирам менән ҡарауы һоҡланыу уята. Уларҙың нескә күңелдәренә башҡорт ҡурайы моңо тәьҫир иттеме, һәйкәлгә сәскә һалған саҡта барыһының да күҙҙәрен йәш алды.

Аҙаҡтан ҡунаҡтар крайҙы ѳйрәнеү музейында булды. Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығына, ябайлығына һоҡланыуын йәшерә алманы француз дуҫтарыбыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap