Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.05.2013
ҺУҒЫШ ҺАЛҒАН ЫҘАЛАР
Untitled document

Донъя тарихында тәрән эҙ, халыҡ күңелендә тѳҙәлмәҫлек яралар ҡалдырған, миллиондарса ҡорбан талап иткән Бѳйѳк Ватан һуғышы башланыуға 70 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо осорҙоң бѳтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған, ҡәһәрле һуғыш арҡаһында бәхетле тормоштары ҡыйралған Әхмәтхан һәм Вазифа Мәмбәтовтар тураһында был яҙмам.

Мәмбәт—ике быуат ярымдан артыҡ тарихы булған ҙур ауыл. Еҙнәйем Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтов ошо ауылда 1906 йылда мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы ҡулында белем алғандан һуң, агрономдар курсын тамамлап, ауыл тормошонда, колхоз тѳҙѳлѳшѳндә әүҙем ҡатнаша. Тырыш булдыҡлы егетте комсомолға, унан партия сафына алалар. Әхмәтхан Хужанияз улы 1922 йылда Аҡъяр ауылының билдәле һунарсыһы Әһлиулла Хәлиулла улы һәм Фатима Уйылдан ҡыҙы Юламановтарҙың тәүге балаһы Вазифа апайыма ѳйләнә. Йәш ғаилә донъя йѳгѳн бер тѳптән тартып, һәүетемсә генә йәшәп китә. Уларҙы ҡыуандырып бер-бер артлы Гѳлнур, Әсҡәт, Рәфҡәт һәм Миҙхәт исемле балалары тыуа. Еҙнәйем кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба һәм иркен аралаша торғайны. Ниндәй генә вазифаға тәғәйенләһәләр ҙә халыҡ, дәүләт ышанысын аҡлау ѳсѳн бар тырышлығын һалып, күңелен биреп эшләне. Башта Мәмбәт ауыл Советында сәркәтип була, артабан уны Иләс ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Әммә еҙнәйемә бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй, сѳнки уны Бикбау, Аҡташ, Утарбай ауылдарын берләштергән «Йәш быуын» колхозына идара рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. 1936 йылда ул стахановсыларҙың республика кәңәшмәһендә ҡатнашып, Маҡтау грамотаһы һәм ҡушкѳбәк мылтыҡ менән бүләкләнә, ә колхозға «АМО» маркалы йѳк машинаһы тапшырыла. Бындай юғары баһа республика райондары һайын бер-ике колхозға ғына күрһәтелә.

Еҙнәйем шаян, мәрәкәсел булды. Уның кѳләмәстәре әле булһа ла ауыл халҡы телендә. Шулай бер кѳндѳ еҙнәйем магазинға инеп ҡырыныр ѳсѳн кѳҙгѳ һораған. Һатыусы алып биргәс, кѳҙгѳнән үҙен бер аҙ ҡарап торған да, уны кире биреп, был кѳҙгѳгѳҙ миңә оҡшамай, тигән. Һатыусы быға аптырап, кѳҙгѳнѳң иң яҡшыһын биреүен әйткән. Еҙнәм: «Ул мине матур итеп күрһәтмәй, битемде шаҙра итә»,—тигән. Магазинға инеүселәрҙең береһе: «Ҡустым, йѳҙѳң шаҙра булғас, шулай күрһәтә инде, кѳҙгѳнѳң бында ни ғәйебе бар»,—тигәс, барыһы ла рәхәтләнеп кѳлгән. Был еҙнәйемдең ғәҙәттәге шаяртыуы булған. Сәсәк ауырыуынан һуң, уның битендә әҙерәк ауырыу эҙе ҡалғайны, ләкин был уны йәмһеҙләмәне, киреһенсә, һѳйкѳмлѳ булып күренде. Кешелекле, кеселекле еҙнәйем балаларын ѳҙѳлѳп яратты, уларға бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне, яҡшы тәрбиә бирергә тырышты.

Һуғыш башланған йылдың кѳҙѳндә данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тѳҙѳлә башланы. Еҙнәйем дә ошо дивизияла хеҙмәт итеүгә саҡырыу ҡағыҙы алды. Дивизияға алынған район кешеләре Аҡъярҙағы Фрунзе исемендәге колхоз идараһы янында әҙерлек үтте. Кемдер атын дағалатты, кемдер йүгән-эйәрен рәткә килтерҙе. Беҙ, бала-саға, мәктәптән һуң кискә тиклем улар эргәһендә сыуалабыҙ. Әгәр берәй йомош ҡушһалар, ат менгәндәй ҡыуанып, еренә еткереп эшләргә тырыштыҡ. Һуғышҡа оҙатыу кѳнѳ билдәле булғас, еҙнәйем Мәмбәткә ҡайтып, ғаиләһе менән хушлашып килде. Шулай булһа ла апайым ике ай ярымлыҡ Миҙхәтен күтәреп, 18 саҡрым юлды йәйәүләп килеп етте. Был кѳндѳ еҙнәйем ғәзиздәрен һуңғы тапҡыр күреүен һәм улар менән мәңгелеккә хушлашыуын белмәгәндер.

Еҙнәйем Дим станцияһында булған сағында ѳсмѳйѳшлѳ хаттары йыш килеп тор-ҙо. Ул хаттарҙы апайым ғүмер буйы ҡәҙерләп һаҡланы. Хәҙер инде улар Миҙхәт ҡустыла һаҡлана. Еҙнәйем дошманды еңеп, тыуған яғына имен-аман ҡайтырына ѳмѳтѳн бер ваҡытта ла ѳҙмәне. Апайым менән улар тыныс тормошта 13 йыл ғына йәшәп ҡалды. Уларҙың нисек матур йәшәүҙәрен еҙнәмдең фронттан яҙған хаттарынан да күрергә була: «Вазифам, беҙ бик бәхетле йәшәнек. Тормош диңгеҙендә ике аҡҡош кеүек иркен йѳҙҙѳк. Беҙ бит ҡайнар йѳрәкле, саф күңелле заттар. Алды-ялды белмәй эшләнек, исемебеҙгә тап тѳшѳрмәнек. Ә һин, һѳйѳклѳм, миңә ниндәй матур балалар бүләк иттең, һоҡланып туйырлыҡ түгел бит. Иҫләйһеңме зәңгәр күкле, саф ысыҡлы, һайрар һандуғаслы таңдарҙы бергә ҡаршылай инек. Ошо оло мѳхәббәтебеҙ, һоҡланып бѳткѳһѳҙ ғәзиз балаларыбыҙ, Ватаныбыҙҙың изге тупрағы хаҡына беҙ утҡа-һыуға инергә әҙербеҙ…» Еҙнәйемдең фронттан яҙған биш хаты журналист Фәрит Вәхитов туплаған «Аҡ аманат һалдат хаттары» исемле китапҡа индерелгән.

Еҙнәйем данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкында артиллерист була. Ул 1942 йылдың 6 декабрендә Сталинградтан алыҫ түгел, Түбәнге Деево ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була. Уның үлемен дүрт балаһы менән тороп ҡалған апайым ауыр кисерҙе. Ҡалған ғүмерен эстән һыҙланып, һыҡранып үткәрҙе ул. Йәшләй генә тол ҡалған апайыма балаларын аяҡҡа баҫтырыу һәм тәрбиәләү ѳсѳн ҙур кѳс һалырға тура килде.

Апайым да шул осор ҡатын-ҡыҙҙары иңенә тѳшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы күтәрҙе. Йәй айҙарындағы эш мәлендә балалар әсәләрен айҙар буйына күрмәй торғайны. Бесән мәле бигерәк тә ауыр була. Кѳн дә йәйәүләп ҡайтып һыйырын һауып, һѳтѳн аш итеп, балаларҙың ашарына әҙерләп, таң менән һыйырын кире кѳтѳүгә ҡыуа ла тағы эшкә йүгерә.

Балалар үҙ аллы булып үҫте. Йылдар үтеү менән улар әсәләренә тормош йѳгѳн күтәрешә башланы. Тормош та әкренләп үҙгәрә, яралар ҙа тѳҙәлгәндәй була. Гѳлнур һеңлем хаҡлы ялға сыҡҡансы ѳлкән ашнаҡсы булып эшләне. Әсҡәт ҡустым «Маҡан» совхозында тѳрлѳ эштәрҙә йѳрѳнѳ, унан 18 йыл ферма мѳдире вазифаһын башҡарҙы. Рәфҡәт ҡустым шул уҡ совхозда тракторсы булды. Алдынғы тракторист-механизатор, «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсеһе» тигән маҡтаулы исем йѳрѳтә. Ә ғаиләләге кесе бала—Миҙхәт ҡустым Аҡъярҙа урта мәктәп тамамланы. Унан БДУ-ның филология факультетында уҡып, юғары белемле белгес булып районға эшкә ҡайтты. Әрменән һуң Кирәй Мәргән етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. БДУ һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләгән осоронда ул кафедра мѳдире, декан урынбаҫары вазифаларына тиклем үҫте. Уңышлы ғына эшләп йѳрѳгәндә Миҙхәтте БАССР Министрҙар Советына эшкә саҡыралар. Унда 5 йыл эшләгәндән һуң Ѳфѳ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына күсерәләр. Уның хеҙмәте Хѳкүмәт тарафынан юғары баһаланды: ул «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре», «Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре» тигән исемдәргә лайыҡ булды, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены һәм башҡа бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнде. Һуғыш заманы балаларына хас тырышлығы, ныҡышмалылығы, ярҙамсыллығы менән хеҙмәттәштәре, ауылдаштары алдында һәм республикала абруй ҡаҙанған Миҙхәт ҡустыма алдағы кѳндә лә уңыштар теләйем.

Ғѳмүмән, бала саҡтары дәһшәтле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, Гѳлнур һеңлем, Әсҡәт, Рәфҡәт һәм Миҙхәт ҡустыларым рух ныҡлығын, күңел таҙалығын һаҡлап ҡала алды.

Һ.Юламанов.

Ѳфѳ ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap