Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.05.2013
ҠЫЙЫУ ПУЛЕМЕТСЫ КӘРИМ ҺѲЙӘРҒОЛОВ
Untitled document

Быйыл Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Баймаҡ районы Тѳркмән ауылы ир-егете Һѳйәрғолов Кәрим Хәбиб улына 90 йәш тулыр ине.

Кәрим Һѳйәрғолов батырҙар нәҫеленән. Уның шәжәрә тамырҙары 1773-1775 йылғы Пугачев ихтилалы етәксеһе, старшина Тѳркмән Йәнсәйетовҡа барып тоташа. Ә инде уның ейәне Зыянғол Һѳйәрғолов (1787 йылғы) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ике кѳмѳш миҙал менән наградланған ил батыры булған. Быны ошо батырҙар нәҫеленән сыҡҡан Кәрим Хәбиб улы Һѳйәрғолов 1941-1945 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, үҙен батыр һуғышсы итеп таныта.

Кәрим Һѳйәрғолов Тѳркмән ауылында тыуып үҫә һәм хеҙмәт юлы ла тыуған ауылы менән бәйле үтә. Ун йәштә генә атаһы үлеп ҡала, шуға күрә лә Кәрим 12 йәше тулғас та «Тѳйәләҫ» колхозында мал кѳтѳүсе булып эшкә сыға, үгеҙ егеп колхоздың тѳрлѳ эштәрен башҡара. Эйе, ул осорҙағы егеттәр-ҡыҙҙар донъя ауырлығын татып иртә ѳлгѳрҙѳ.

1941 йылда Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғас, Кәрим колхозда эшләүен дауам итә. Ирҙәр һуғышҡа китә, колхозда йәш малайҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тѳп эш кѳсѳ булып ҡала. Йәш кенә комсомолец, 17 йәшлек егетте колхоздың һарыҡсылыҡ фермаһының бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бѳтә халыҡ менән бергә «Бѳтәһе лә фронт ѳсѳн, бѳтәһе лә Еңеү ѳсѳн!» лозунгы аҫтында арымай-талмай эшләй. 18 йәше тулғас та, 1942 йылдың ноябрь айында Кәрим Һѳйәрғолов һуғышҡа китә. Ул Украина, Прибалтика фронтының 20-се полкы сафында Украина, Белоруссия, Прибалтика ерҙәрен немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. К.Һѳйәрғолов һуғышта пулеметсы булып хеҙмәт итә, ѳс тапҡыр ҡаты яралана. Ләкин госпиталдән тѳҙәлеп сығыу менән хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылдың ғинуарында ҡаты яраланып, Ленинград госпиталендә дауалана һәм инвалидлыҡ бирелеп, ошо йылдың авгусында тыуған яғына ҡайтарыла.

Ватан һуғышы яугире, пулеметсы Һѳйәрғолов Кәрим яуҙа күрһәткән батырлыҡтары ѳсѳн ике тапҡыр «Батырлыҡ ѳсѳн» миҙалы һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һуғыш инвалиды ике ҡултыҡ таяғы менән йѳрѳһә лә ѳйҙә тик ятмай, сѳнки ауылда эшсе кѳстәр етешмәй. Ул һуғыш йылдарында ныҡ ҡаҡшаған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Тәүҙә колхозда тѳрлѳ эштәрҙә, һуңынан һарыҡсылыҡ фермаһында эшләй. Мал фермаһы районда алдынғыларҙан һаналды. Кәрим Хәбиб улы тырыш хеҙмәте ѳсѳн 1975 йылда Мәскәүҙә Бѳтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә путевка менән бүләкләнә. Ул ВДНХ-ның бронза миҙалы менән наградлана. Ләкин уға һуғыш яралары тынғы бирмәй. Шуға күрә лә ул почтала элемтәсе булып хеҙмәт итә башлай. Был эшендә лә һынатмай, фиҙаҡәр хеҙмәт итә, «Яҡшы элемтәсе» знагы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға йыш йѳрѳй. Кәрим Һѳйәрғолов ауылдаштары күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, уға ҡарты ла, йәше лә ҙур хѳрмәт менән ҡараны. Ул 1993 йылда мәрхүм булды. Быйыл 18 июндә уның вафатына—20 йыл.

Уның данлыҡлы хәрби һәм хеҙмәт юлын балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә. Кәрим Һѳйәрғолов тормош иптәше Тайба менән ѳс ҡыҙ, ике малай үҫтерҙеләр. Улдары Рамаҙан Германияла танкист булып әрме хеҙмәтен үтә, ә икенсе улдары Булат Афған һуғышында ҡатнашҡан ҡыйыу яугир. Улар тоғро хеҙмәте ѳсѳн күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Ҡыҙҙары ла үҙ һѳнәрҙәре буйынса хеҙмәт алдынғылары булып танылды. Балаларының һәр ҡайһыһы ғаиләле булып, матур итеп йәшәй.

Бына шулай, Тѳркмәндә йәшәгән Һѳйәрғоловтарҙың ғаилә шәжәрәһе данлыҡлы ла, йәш быуын ѳсѳн фәһемле лә.

Рамаҙан Үтәғолов, тарихсы.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap