Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.05.2013
ДӘҺШӘТЛЕ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ
Untitled document

Халҡыбыҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 68-се яҙын ҡаршылай. Яу юлын үткән ветерандар сафы үтә лә һирәгәйҙе, иҫән булғандары ла ныҡ олоғайҙы, ул ғәрәсәтле йылдарҙы насар хәтерләй.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡартатайыбыҙ Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Атанбаев Бүләк Мәғзүм улы ла 88 йәштә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш касафаттарын онотмаған, дошман менән булған ҡаты бәрелештәрҙе, үҙәккә үткес һуғыш михнәттәрен тарих итеп һѳйләй ул.

Ҡартатайыбыҙ 1925 йылда Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылында тыуған. Бала сағы ла бәхетле булмай уның. Уҡырға теләге ҙур булһа ла ауыл мәктәбендә 5-се класҡа тиклем генә уҡыу форсаты тейә. 8-се класты ул аҙаҡ киске мәктәпкә йѳрѳп кенә тамамлап ҡуя. Хеҙмәт юлын 10 йәштә Үрге Ғәле, Түбәнге Ғәле һәм Аралбай ауылдарын берләштергән «Яңы Һаҡмар» колхозында һабан һѳрѳүселәргә ат ҡыуыусы булып башлай. Балиғ булыуына Бѳйѳк Ватан һуғышы башланып китә. 1943 йылда тыуған илен һаҡларға уға ла сират килеп етә. Ул кѳндѳ райондан 22 ир-егетте аттарға ултыртып Һары станцияһына алып китәләр. Башта улар Ульянов-скиҙағы автоучилищела һѳнәр үҙләштерә. Унан һуң, 1943 йылдың сентябрендә, Ржев ҡалаһына ебәрәләр. Емерек ҡала ситендә землянкалар ҡаҙып, «покупателдәр» кѳтѳп яталар. Ноябрҙә генә ҡартатайымдар 2-се Белоруссия фронты составындағы 133-сѳ артиллерия полкына эләгә. Тыуған ил ѳсѳн барған һуғыштың ҡатылығын тәүге тапҡыр үҙ иңендә тойған мәлдәрен яҡшы хәтерләй ҡәҙерле кешебеҙ. Тәүге сирҡаныс алған ваҡытта уларҙың полкы ҡамауға эләгә. 4 машинаға йәш кенә һалдаттарҙы тейәп, ҡалған снарядтарҙы, орудиеларҙы тағып, дошман биләмәләренән сығырға маташалар. Ләкин яугирҙәр тәғәйенләнгән ергә барып етә алмай, бомба яуына эләгә.

—3 техникабыҙға снаряд эләгеп шартланы, миңә яралы һалдаттарҙы тейәп ҡамауҙан сығырға тура килде,—ти ҡартатайым, шул ҡот осҡос мәлдәрҙе иҫләп.—Ундағы ығы-зығы, ҡойолған ҡан, мәйеттәр, емерек һуғыш ҡорамалдары һаман күҙ алдында. Шул бәрелештә мин дә ҡаты яраланып, контузия алдым.

Бүләк Атанбаев артабанғы хәрби юлын 1-се Белоруссия фронты составында дауам итә. Яугир Белоруссияны, Литваны, Пруссияны, Польшаны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ Кинегсберг, Варшава ҡалаларын дошмандан таҙарта, Берлин ѳсѳн барған яуҙарҙың уртаһында була. Артиллерия составында уға Немон, Брона, Висла йылғаларын форсировать итергә тура килә.

— Висла йылғаһын кисеп сыҡҡанда һыу ҡып-ҡыҙыл ҡан, йылға эсе тулы мәйет ине,—тип иҫләй ҡарт һалдат.

Бѳйѳк Еңеүҙе ҡартатайым Эльба йылғаһы буйында американдар менән осрашҡанда ҡаршылай. Еңеү яулаған һалдат шунда уҡ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Ул йылдан ашыу Тюренгияла: Нойштад-Орла, Гера, Веймар ҡалаларында хеҙмәт итә һәм 1946 йылдың 4 декабрендә генә тыуған ауылы Үрге Ғәлегә имен-һау ҡайтып етә.

Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары ѳсѳн ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби батырлыҡ ѳсѳн», «Варшаваны азат иткәне ѳсѳн», «Берлинды алған ѳсѳн» һәм Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң ҡартатайым емерелгән ауыл хужалығын тергеҙеүгә ҙур ѳлѳш индерә. Оҙаҡ йылдар «Яңы Һаҡмар» колхозын етәкләй, башҡа вазифалар биләй.

1955 йылда иген культураларынан юғары уңыш алған ѳсѳн Мәскәүҙә ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашып, бронза миҙалға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда ул намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Бүләк Мәғзүм улы ѳләсәйебеҙ Рауза Атанбаева менән бәхетле тормош кисерҙе. Хеҙмәтте һѳйгән татыу ғаиләлә 4 ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ѳләсәйебеҙ бѳгѳнгѳ кѳндә беҙҙең янда юҡ. Атанбаевтар тоҡомон 9 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре дауам итә. Ҡартатайыбыҙ тыныс тормошҡа ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хѳрмәтенә тѳрѳнѳп, Сибай ҡалаһында йәшәй. Ауыл еренә береккән кеше иртә яҙ етеү менән тыуған яҡтары Үрге Ғәлелә йәшәгән ҡыҙҙары янына ҡайта, ғәзиз еренең саф һауаһын һулай, Һаҡмар ярҙарын буйлай.

Һуғыштың тере шаһиты булған ҡартатайым яуҙағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе тәфсирләп һѳйләй. Уның хәтирәләрен видеотаҫмаға яҙҙырттыҡ, ҡулдан да теркәп барырға тырышабыҙ. Шулай бер хәтирәһе уйланырға урын бирҙе. Ул хәл былайыраҡ була: «1944 йылдың март айында разведчиктар беҙ торған урындан 10-15 саҡрым ерҙә, дошман тылында, немецтарҙың орудиелары ҡалыуын белгертте. Иптәш егет менән миңә шул ҡоралды алып сығырға ҡуштылар. Таңға ҡарай беҙ дошман орудиеһын бѳтә снарядтары менән үҙебеҙҙең яҡҡа алып сыҡтыҡ. Күрһәткән ҡыйыулыҡ ѳсѳн беҙҙе «Дан» орденына тәҡдим иттеләр. Икенсе урынға күсеү сәбәпле, орден эйәләрен тапмай ҡалды».

Был хәл буйынса архивҡа мѳрәжәғәт иттек. Бәлки, был Еңеү байрамына булмаһа ла, сираттағыһына ҡыйыу ҡартатайымдың түшенә лайыҡлы ордены ҡаҙалыр. Улай тиһәң, ата-бабаларыбыҙ дан ѳсѳн түгел, тыуған ил азатлығы ѳсѳн кѳрәшкән. Ошо хаҡиҡәт мѳһимерәк.

Гѳлнара Харисова.

Сибай ҡалаһы.

Һүрәттә: бүләсәре Камила менән Үрге Ғәле ауылында.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap