Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.05.2013
ОЛО ТАЛАНТЛЫ ЯУГИР
Untitled document

 

Йылайыр районында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Данияр Искәндәр улы Ильясовты беҙҙең тѳбәктә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын.

Ул 1943 йылдың 20 ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Ырымбур ѳлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһына эвакуацияланған 2-се Әстрәхан пехота училищеһына курсант итеп алына. Ләкин уны тамамлауға бик аҙ ваҡыт ҡалғас, фронттағы хәлдәрҙең киҫкенләшеүе һәм кѳс етешмәүе арҡаһында 1943 йылдың июль айында бер батальон курсанттарҙы фронтҡа ебәрергә мәжбүр булалар. Августа дошманды Курск-Орел дуғаһынан ҡыуған осорҙа Воронеж фронтында (һуңыраҡ 1-се Украина фронты) 3-сѳ танк армияһының 69-сы бригадаһы составында яҡташы Туғыҙбаев Ғәббәс менән тәү башлап ут эсенә инә. Украинаның байтаҡ ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашып, 22 сентябрҙә Днепр йылғаһына килеп етәләр. Ошондағы кѳслѳ бәрелештә яугир Данияр Ильясов ҡаты яраланып, Рязань ҡалаһындағы госпиталдә дауалана. 1943 йылдың 10 декабрендә 3-сѳ Беларуссия фронтының 3-сѳ гвардия артиллерия дивизияһының 11-се миномет полкында миномет тоҫҡаусыһы булып, яңынан сафҡа баҫа. Миномет расчеты командиры вазифаһында Еңеү кѳнѳнә тиклем һуғышта ҡатнаша. Уның һуғыш юлдары Белоруссия, Литва, Кѳнсығыш Пруссияны үтеп, Кенигсбергты штурмлау менән тамамлана.

—Һуғыштағы ауыр операцияларҙа ҡатнашыу, әйтәйек, Днепрҙы аша сығыу, «Багратион» операцияһында Витебск, Орша ҡалалары янында дошман оборонаһын емереү, Кенигсбергты штурмлау нисек кенә онотолһон инде,—тип кѳрһѳнѳп ҡуя ҡарт яугир.—Дошман бик хәйләкәр ҙә, кѳслѳ лә булды шул, ҡәһәрең. Прилуки ҡалаһын алғас та беҙ уларҙы Днепрға ҡыҫырыҡларға тейеш инек, ә улар үҙҙәре беҙҙе туҡтауһыҙ утҡа тотоп, һѳжүмгә күсте. Взюнищи ауылы эргәһендәге беҙ сығырға тейешле кисеүҙән беҙҙең танкылар сыға алмай, улайтып-былайтып аҙапланған арала, дошман нығынып та ѳлгѳргәйне. Бына ошо Букринский плацдармында тѳп кѳстәр килеп еткәнсе, беҙҙең бер батальон дошмандың ун ике атакаһына ҡаршы торҙо...

Данияр Искәндәр улы япон һуғышында ла үҙе хеҙмәт иткән полк составында ҡатнаша. Тик 1946 йылдың яҙында ғына ҡайтып тѳшә кесе лейтенант Данияр Ильясов тыуған Юлдыбайына. Днепрҙы кисеүҙәге ҡыйыулығы «Батырлыҡ ѳсѳн» миҙалы менән билдәләнә, Беларуссияла «Багратион» операцияһында «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, Кѳнсығыш Пруссияла «Хәрби ҡаҙаныштары ѳсѳн» миҙалы менән наградлана.

Һуғыштан һуң Данияр Искәндәр улы Темәс педагогия училищеһын һәм ситтән тороп Орск педагогия институтын тамамлай. Тѳрлѳ мәктәптәрҙә уҡыта, мәғариф бүлеге инспекторы, Үрге Ғәле мәктәбе директоры, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Дүрт тиҫтә йылдан ашыу педагогик хеҙмәтен юғары баһалап, 1985 йылда яугир-педагог Данияр Искәндәр улы Ильясовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ә инде сәнғәткә килгәндә, скрипкаһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай ветеран. Әле лә ул һабантуйҙарҙа, смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә, байрам һәм концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Уның тағы ла бер һѳнәренә туҡталып китмәү мѳмкин түгел. Ата-олаталары тѳрлѳ биҙәү эштәренә оҫта һѳнәрселәр була. Атанан күргән—уҡ юнған тигәндәй, Данияр ҙа үҙ аллы рәсем тѳшѳрѳргә ѳйрәнеп китә.

Бѳгѳн яугир, һәүәҫкәр рәссам һәм музыкант, педагогик хеҙмәт ветераны Данияр Искәндәр улы Ильясов Бѳйѳк Еңеүҙе ҙур тулҡынланыу менән ҡаршылай.

Фәрит Рәмов.

Юлдыбай ауылы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap