Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.05.2013
«ДОШМАНДЫ ҠОРОС ТАНКЫЛАРҘА ҠЫЙРАТАСАҠБЫҘ!»―ТИП ЮЛЛАНА ФРОНТҠА ИҪКЕ СИБАЙ ЕГЕТТӘРЕ
Untitled document

Йылдар үтә… Һуғыш ветерандары кәмей… Беҙҙең Иҫке Сибай ауыл Советынан һуғышҡа 288 яугир оҙатылһа, бѳгѳн иҫәндәренән минең ағайым Ишбирҙин Сәғит Ғәтиәт улы ғына ҡалды. Һуңғы бер йыл эсендә генә ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ветерандарын—Социалистик Хеҙмәт Геройы Яҡупов Ғилман Ғирфан улын, оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләгән Күсәбаев Һиҙиәт Садыҡ улын, ауылдашыбыҙ Әхтәмов Нурғәлене һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Һуғыш башланыу менән дошманды еңеүгә атлығып торған йәштәр араһында фронтҡа тиҙерәк эләгеү маҡсатында үҙ йәштәрен арттырып күрһәтеүселәр ҙә булды. Шундай патриоттарҙың бер нисәүһе—Яҡупов Ғилман, Ишбирҙин Сәғит, Ҡотлоғужин Ильяс, Әлибаев Әҙеһәм. Шул патриоттар—Темәс педучилищеһының 1-се курс студенттары һуғыш башланғас та Баймаҡ район хәрби комиссариатына барып: «Беҙҙе танк полкына ебәрегеҙ, беҙ немец фашистарын ҡорос танкыларҙа ҡыйратасаҡбыҙ!»—тип ғариза яҙа.

Комиссариатта уларҙы: «Балалар, һеҙгә фронтҡа китергә иртәрәк, әлегә уҡырға кәрәк»,—тип кире боралар. Был хәл 1942 йылдың декабрендә була, ә ағайым Ишбирҙин Сәғит Ғәтиәт улы 1926 йылғы. Тимәк, уларға был ваҡытта 16 ғына йәш булған.

Шулай улар уҡыуҙарын дауам итә. Әммә училищеның 2-се курсының яртыһын да бѳтѳрѳп ѳлгѳрмәй 1943 йылдың ғинуарында ағайымды фронтҡа саҡыралар. Атайым Ишбирҙин Ғәтиәт Зариф улы 1942 йылдың 12 июнендә фронҡа алына, ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан тәжрибәле яугир ине, әммә уға оҙаҡ һуғышырға яҙмай, Калинин фронтында 1942 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала. Ул орудие расчеты командиры була.

Ғаиләбеҙҙә Сәғит ағайыбыҙ апайымдан һуңғы икенсе бала. Хәҙер әсәйем ҡарамағында 5 бала ҡалды. Әсәйемә уларҙы үлемдән ҡурсалап алып ҡалыуы бик ауыр була, сѳнки һәр ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ…

Ағайым Ырымбур ѳлкәһенең Тоцк артиллерия полкында радист һѳнәрен үҙләштерә һәм бѳтә һуғыш юлын ошо һѳнәре менән үтә.

Ағайымдың хәтирәләренән

«…Фронтҡа 1944 йылдың июлендә индем. Бобруйск районында бик ҡаты һуғыш бара ине. Хатта бер пушка кѳбәгенә 220 снаряд бирҙеләр. Канонада тауышынан ер һелкенеп торҙо, бер-беребеҙҙе ҡул һуҙымында ла ишетә алманыҡ. Ошо һѳжүмдә немецтарҙы Варшаваға ҡәҙәр ҡыуҙыҡ. Ҙур юғалтыуҙар менән булһа ла Белоруссияны ла азат иттек. 60 йыл үткәс Белоруссия президенты А.Лукашенко азат итеүҙә ҡатнашыусыларҙы саҡырып, фронт үткән ерҙәргә экскурсия ойоштороп, үҙенең Указы менән «Белоруссия Республикаһын немец фашистарынан ҡотҡарыуға 60 йыл» тигән юбилей миҙалы менән бүләкләне. Шулар араһында мин дә булдым. Березина йылғаһы районында күҙемә ауыр яра алып, күҙһеҙ ҡала яҙҙым. Бәхеткә күрә, барыһы ла уңышлы үтте, хәҙер зарланмайым.

…Һуғыш тынған арала радиостанция эшләмәй. Радистарҙы окопта ҡалдырып, телефонист итеп ҡуялар, беҙ һәр ваҡыт һуғыштың алғы һыҙығында булдыҡ. Артиллерия—һуғыш аллаһы, радист-элемтәселәр—уның нервыһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Радистар һуғышта ысын нервы ролен үтәне лә инде. Улар дошмандың ут нѳктәләре тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәһә, артиллеристар бер нимә лә эшләй алмаҫ ине. Артиллерия пехотаға үҙенең уты менән юл аса.

…Белоруссияны азат итеп, 1945 йылдың ғинуарында Варшаваны алдыҡ һәм Германия сигенә яҡынланыҡ. Немецтар Кенигсберг районында беҙҙең оборонаны ѳҙѳргә маташып ҡараны, әммә беҙ күп юғалтыуҙар кисерһәк тә, уларҙың һѳжүмен кире ҡаҡтыҡ. Еңеү маршы менән Балтик диңгеҙе ярына ынтылдыҡ. Ошо кѳндәрҙә тик комсомолецтарҙан торған штурм тѳркѳмѳ тѳҙѳлѳп, тиҙ арала ярға сығыу маҡсаты ҡуйылғайны. Дуҫым Василий Грачев менән ошо тѳркѳм составында һѳжүмдә ҡатнаштыҡ. Немецтар беҙҙе кѳслѳ ут менән ҡаршы алды. Был алышта командирыбыҙ һәләк булды, дуҫым Василий ҙа башына ярсыҡ тейеп йән бирҙе. 1945 йылдың апрелендә беҙҙең ғәскәр Берлинға һѳжүм башланы. Артабан Еңеү!

…Миңә һуғыш барышында артыҡ батырлыҡ күрһәтергә тура килмәне, әммә Тыуған илем, республикам, туғандарым алдында үҙемдең хәрби бурысымды намыҫ менән үтәнем. Быны минең III дәрәжә Дан орденым, «Батырлыҡ ѳсѳн», «Варшаваны алған ѳсѳн», «Берлинды алған ѳсѳн» һәм башҡа бик күп хәрби миҙалдарым раҫлай.

…1946 йылдың июнь айында тыуған тѳйәгемә ҡайтырға насип булды. Ауыл тулыһынса емерек хәлдә, аслыҡ, яланғаслыҡ. Фронттан ҡайтҡан яугирҙәр иртәгәһенә үк тигәндәй һуғыш яраларын—емерек ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотондо. Был бик еңелдән булманы».

Ағайым ҡайтыу менән мәктәптә балалар уҡыта башланы. Артабан белемен камиллаштырыу ѳсѳн Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инде. Әммә уҡытыусы булып оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Тырыш, талапсан, үҙ эшенә яуаплы ҡараусы йәш кешене район етәкселеге тиҙ күрҙе һәм Баймаҡ район комитетының комсомол етәксеһе итеп һайлап ҡуйҙылар.

Бер аҙҙан Сәғит Ғәтиәт улын партия эшенә күсерҙеләр, унан район комитеты сәркәтибе, Бѳрйән, Белорет райондарында район Советы рәйесе булып эшләгәндән һуң 18 йыл буйы, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы, Әбйәлил район Советы рәйесе вазифаһын үтәне. Хеҙмәт ҡаҙаныштары ике мәртәбә «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ», ике тапҡыр «Почет билдәһе» ордендары, күп тапҡырҙар БАССР Юғары Советы Президиумы Почет грамоталары, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» миҙалдары менән бүләкләнде. Ул Әбйәлил районының Почетлы гражданы. Ағайыбыҙ әлеге кѳндә Ѳфѳ ҡалаһында йәшәй.

Сәғәҙәт Ишбирҙин,

РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны.

Баймаҡ районы,

Иҫке Сибай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap