Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.05.2013
КҮҢЕЛДӘРҘӘ ҺУҒЫШ АУАЗЫ…
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Күпме ҡатындарҙы зар илатҡан, иҫәпһеҙ балаларҙы етем ҡалдырған Бѳйѳк Ватан һуғышы тамамланыуға ете тиҫтә йыл тулып килә. Тән яраһы уңалһа ла, күңел яралары уңалмай тигәндәй, ауырлыҡты үҙ иңендә татығандар һуғыш йылдарын тулҡынланыу менән хәтергә ала. Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы полиция майоры Шәйхислам Шѳғәйеп улы Салихов та йәнен-тәнен аямай, ил тыныслығы ѳсѳн кѳрәшкән замандаштарыбыҙҙың береһе.

—Элегерәк халҡыбыҙ йолалары бар ауыл ҡатнашлығында уҙа торғайны. Ул кѳндѳ «Ҡарға бутҡаһы» байрамына йыйылғайныҡ. Тѳшкә ҡарай ике һыбайлы кеше килеп, бар халыҡты йыйып, Германияның беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш асҡанлығын хәбәр итте,—тип хәтер ебен һүтә әңгәмәсем.—Барыһының да күңеле тѳштѳ. Байрам ҡайғыһы китте. Беҙ егет ҡорона инә башлаған үҫмерҙәр инек. Әрме сафынан ҡайтҡан егеттәрҙең: «Яуға мотлаҡ барабыҙ!»—тигән һүҙҙәре күңелдә сәм уятты.

Ысынлап та, 17 йәшлек егет һуғыш башланғандың тәүге кѳнѳнән үк дошмандарҙы ҡыйратыуға үҙ ѳлѳшѳн индереү хыялы менән яна. Тылда иһә торф сығарыуҙа ярҙамлаша.

1942 йылдың 18 авгусында йәш егетте хәрби комиссариатҡа саҡырталар. Ике сәғәт эсендә юлланыу кәрәклеген әйткәстәр, ауылға ҡайтып тормай, Магнитогорск ҡалаһына юл тота. Башта ул Әлкә станцияһында, артабан Барабинскиҙа хәрби әҙерлек үтә.

Башҡорт егете Салиховҡа ҡан-ҡойош, ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килә. Курск дуғаһында барған ҡаты алыштарҙа ике тапҡыр яралана. Хатта 1944 йылда райондағы хәрби комиссариатҡа «хәбәрһеҙ юғалды» тигән шомло хәбәр ҙә килә.

Еңеү кѳнѳн һуғыш ветераны Гамбург ҡалаһында ҡаршы ала.

—Барыбыҙҙы ла тревога менән йыйҙылар. Командир теҙеп ҡуйып Еңеү хаҡында иғлан итте. Яуҙаштарҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Автоматтарҙан атабыҙ, йѳҙҙәрҙә һағыш ҡатыш шатлыҡ,—тип хәтирәләргә бирелә ветеран.

1947 йылдың мартында ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта яугир. Ѳйҙә иһә уны атаһы һәм әсәһе, туғандары ҡаршы ала. Әйткәндәй, бер туған ағаһы Рәхмәт яу ҡырында башын һала.

Тыныс тормошта ла һынатмай Шәйхислам Салихов. Ҡайтыу менән милицияға эшкә барып, хәүефһеҙлек ѳсѳн тос ѳлѳшѳн индерә. Хәләл ефете Ефар Мѳхәмәтғәли ҡыҙы менән ѳс ул тәрбиәләп үҫтерә. Бѳгѳн иһә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлығын уртаҡлашып, бүлә-бүләсәрҙәрен һѳйѳп үҫтереү бәхетен кисерә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap