Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.05.2013
«АРАЛАР ТЫНЫС БУЛҺА, ҒАИЛӘ ҠОРОС БУЛА»
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының Граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге 50, 60, 70 йыл бергә ғүмер итеүсе ғаилә парҙарын ҡотлауҙы күптән матур йолаға әүерелдерҙе. Еребеҙгә күкрәп яҙ килгәндә бүлек етәкселеге Әбсәләмовтар, Йомағужиндар, Кабановтар, Пироговтар, Трухановтар ғаиләләрен алтын туйҙары айҡанлы тәбрикләне.

—Ғаилә—йәшәү башланғысы, мѳхәббәт һәм ихтирам, кешелеклелек һәм ярҙамсыллыҡ сығанағы. Ғаилә ныҡлығы ил именлеген тәьмин итә,—тине Сибай ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов 50 йыл бергә йәшәүсе ғаилә парҙарын хакимиәт етәкселеге исеменән ҡотлап.—Бар тәбиғәт йәшәргәндә ҡауышып, һоҡланғыс ғүмер юлы үтеүегеҙ менән һеҙ барыһына ла үрнәк. Киләсәктә лә туй йырҙары тынмаһын, йәштәр ѳйләнешһен.

Донъя йѳгѳн тигеҙ, татыу тартыусы ғаиләләргә Башҡортостан Президентының йәмәғәт ҡабул итеү хеҙмәте етәксеһе К.К.Исҡужин, «Аструм» универсаль комплексының эштәр идарасыһы С.Мулләхмәтова, ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы А.Ә.Бохарбаева ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсиндың, Алһыу Руссованың дәртле йырҙары аҫтында ғаилә парҙары йәш саҡтағылай вальсҡа тѳштѳ.

Зыя Зиннәт улы менән Рәзимә Ғәниәр ҡыҙы Әбсәләмовтар 1963 йылдың июнендә ҡауышҡан. Юғары уҡыу йортон тамамлап, уҡытыусы булып эшләп йѳрѳгән йәш егет ғүмерлек йәрен Магнитогорск-Сибай поезында осрата. Сибәр ҡыҙ уның тыуған ауылында йәшәүсе апаһы янына ҡунаҡҡа китеп барған була. Шулай итеп, Балтас районында тыуып үҫеп, Ҡариҙел балалар йортонда тәрбиәләнгән Рәзимә яҙмыш ҡушыуы буйынса сал далалы Баймаҡ яҡтарына килен булып тѳшә. Ғаиләләренә йәм ѳҫтәп ике балалары тыуа. Улдары Ғайса әлеге кѳндә тѳҙѳлѳш идаралығы директоры булһа, ҡыҙҙары Айгѳл—табип-неонатолог. Икеһе лә Ѳфѳлә йәшәй. Рәзимә Ғәниәр ҡыҙы тормош иптәше—филология фәндәре кандидаты Зыя Зиннәт улынан уңыуын йәшермәй. Ире 51 йыл ғүмерен ғилми эшкә бағышлаһа, Рәзимә ханым 41 йыл мәктәпкәсә йәштәге учреждениела эшләгән.

50 йыл бергә татыу-татлы йәшәүҙәренең серен һорағас, улар икеһе лә:

—Мѳхәббәт ҡуш йѳрәктә ярала ла ике йәнде бер бѳтѳн итә. Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була. Бер-береңде аңлап, ихтирам итеп, балалар ѳсѳн йәшәгәндә генә тормош алға бара,—тип яуапланы.

«Ике яҡшы ѳйләнешһә—уңыш булыр», тигән әйтемде раҫлап йәшәүсе матур ғаилә парын алтын туйҙары менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ. Әбсәләмовтарға алтындан һуң, гәүһәр туйҙарын күрергә насип итһен.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap