Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ҺАУЛЫҠТЫҢ ДАУАҺЫ―УЛ ХЕҘМӘТ
Untitled document

Хәҙерге заманда социаль страховкалау—һәр кешенең социаль яҡлауға хоҡуғын билдәләүсе иң мѳһим сараларҙың береһе. Мотлаҡ медицина страховкалауы—кешегә бушлай медицина дауаланыуы гарантияһы биргән социаль ярҙамдың бер тѳрѳ.

Борон-борондан ауырыуға дусар булған кешегә ярҙам күрһәтелгән. Мәҫәлән, Боронғо Грецияла һәм Рим империяһында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыусыларға, имгәнеп йәки сирләп хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылыусыларға ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар булыуы билдәле. Урта быуаттарҙа ауырыуҙарҙы, ғәриптәрҙе цех йәки һѳнәри гильдиялар (союздар), сиркәү үҙ яҡлауы аҫтына алған. Ауырыған осраҡта медицина страховкалауы формаһындағы социаль ярҙам иһә граждандарға ХIХ быуатта күрһәтелә башлай.

Рәсәйҙә халыҡҡа ауырыған мәлендә ярҙам күрһәтеү системаһы ХIХ быуатта нигеҙ һалынған земская медицинаға бәйле үҫеш ала. 1912 йылда Дәүләт Думаһы эшселәрҙе ауырыған осраҡта мотлаҡ медицина страховкалауын индереү тураһында закон ҡабул итә. Совет заманы осоронда медицина страховкалауы бѳтѳнләй булмай, сѳнки халыҡҡа дѳйѳм медицина хеҙмәтләндереүе бушлай күрһәтелә. Ул ваҡытта һаулыҡ һаҡлау тулыһынса дәүләт бюджетынан финанслана, дәүләт ведомстволары, министрлыҡтар һәм предприятиеларҙың социаль фондтары иҫәбенә эшләй.

1991 йылда илдә барған иҡтисади һәм социаль реформалар осоронда медицина учреждениеларын финанслауға бюджетта аҡса наҡыҫлана. Шул ваҡыттарҙа Рәсәйҙә граждандарҙы медицина страховкалауының ике тѳрѳ: мотлаҡ һәм үҙ иркең менән страховкаланыу формалары барлыҡҡа килә. 1993 йылда илебеҙҙә тәүге дәүләт мотлаҡ медицина страховкалау фондтары үҙ ишектәрен аса.

Мотлаҡ медицина страховкалау федераль фонды—Рәсәй граждандарының медицина хеҙмәтләндереүен финанслаусы дәүләт фондтарының береһе. Был фондтың барлыҡҡа килеүенә быйыл теүәл 20 йыл.

Территориаль мотлаҡ медицина страховкалау фондының Сибай филиалы 1994 йылда барлыҡҡа килә. Уны асыуға, ойоштороуға тәүге директор Ҡ.Д.Бәҙәмшин күп кѳс һала. Унан һуң филиалды тѳрлѳ йылдарҙа З.Х.Фәттәхов, Р.Й.Нагаев, Р.С.Хоҙайғолов, З.Р.Байбуловалар етәкләй. Әлеге кѳндә филиал директоры вазифаһын талантлы ойоштороусы, тәжрибәле табип Әнисә Ильяс ҡыҙы Пономарева (һүрәттә) башҡара. Филиалға Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары ҡарай. Уларҙа мотлаҡ медицина страховкалау системаһына ҡараған 6 дауалау учреждениеһы бар.

Етәксенең тырышлығы менән филиалдың эше кѳйлѳ бара, медицина ойошмалары тотороҡло финанслана. Был үҙ нәүбәтендә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәрә, стационар һәм поликлиникалар медикаменттар менән тулыһынса тәьмин ителә.

Әнисә Ильяс ҡыҙы страховкаланған граждандарҙың мәнфәғәтенән сығып эш итергә күнеккән. 2011 йылда филиал сығымдарына 31398 кеше дауаланһа, 2012 йылда был һан 29205 кешене тәшкил итте. Һуңғы йылдарҙа филиалда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһен модернизациялау программаһы сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарылды. Атап әйткәндә, медицина учреждениеларының матди-техник базалары нығытылды, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы күтәрелде, дарыуҙар менән тәьмин итеү яҡшырҙы.

Ә.И.Пономарева филиалда етәксе генә түгел, яратып һайлаған табип һѳнәренә лә тоғро. Ул ҡаланың үҙәк дауаханаһының функциональ диагностика бүлегендә ультратауыш диагностикаһы уҙғара. Педиатр булараҡ, балалар сәләмәтлеге һағында ла тора.

2013 йыл Әнисә Ильяс ҡыҙы ѳсѳн айырыуса иҫтәлекле. Тынғыһыҙ етәксебеҙ алтын юбилейын билдәләне, филиалда эшләүенә лә быйыл теүәл 10 йыл. Уңыштары ла байтаҡ. Әнисә Ильяс ҡыҙы һаулыҡ һағы ѳлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне ѳсѳн Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкалау федераль фондының, үҙ филиалыбыҙҙың Почет грамоталары менән бүләкләнде. Халыҡ һаулығын һаҡлауға лайыҡлы ѳлѳш индергән етәксебеҙгә сыуаҡ кѳндәр, яҡшы кәйеф, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

Зѳлфирә Рамаҙанова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap