Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ХАЛҠЫБЫҘ ЙОЛАҺЫН ОЛОЛАП…
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

БДУ-ның Сибай институты хаҡында йыш ҡына йәш быуында илһѳйәрлек тәрбиәләүсе рухлы үҙәк тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мѳмкин. Хаҡлыҡ бар был һүҙҙәрҙә. Уҡыу йорто алдында урын алған билдәле шәхестәребеҙ һындары, фойеларҙағы эстетик тәрбиә биреүҙе маҡсат иткән барельефтар, даими уҙғарылған ижади осрашыуҙар, юғары кимәлдә үткәрелгән Һабантуй байрамы—ошо фекергә ныҡлы дәлил түгелме? Һабантуй тигәндәй, халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы быйыл уҡыу йортонда 9-сы тапҡыр ойошторолоп, үҙенең әһәмиәтен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Шуны билдәләү мѳһим: институттағы Һабантуй байрамы ниндәйҙер үҙенсәлекле сараға нигеҙләнә. Сираттағыһы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналыуы менән тарихта ҡаласаҡ. Был кѳндѳ Һабантуй байрамы сиктәрендә данлыҡлы дивизияға арналған ижади композиция ла асылды. «Тѳньяҡ амурҙары» хәрби патриотик клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов башҡарған эш ѳс бүлектән тора. Тәүгеһе—дивизияның үткән юлын һүрәтләһә, икенсеһендә легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов урын алған. Һуңғыһында инде дивизияның Советтар Союзы Геройҙары менән танышырға мѳмкин. Һис шикһеҙ, ҙур күләмдәге ижади композиция менән танышҡан йәш кеше күңелендә тыуған ере һәм иле тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныу теләге уянасаҡ. Байрам ҡунаҡтары уҡыу йортоноң музейы менән дә танышты. Бай экс-понаттар туплаған музей ошоға тиклем 2-се корпуста эшләп килгән булһа, хәҙер иһә ул ҡунаҡтарҙы яҡты, иркен бүлмәлә ҡаршы аласаҡ.

Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты, юридик факультет студенты Гүзәл Хасаеваға һәм халыҡ-ара спорт ярыштары чемпионы, технология бүлеге студенты Артем Дьяченкоға бирелде.

БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов үҙ сығышында уңыштар, киләсәккә уй-пландар менән бер рәттән, Һабантуй байрамының әһәмиәтен дә һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды. Уҡыу йортоноң халҡыбыҙ традицияларын дауам итеүе юҡҡа түгел. Ни ѳсѳн тигәндә, БДУСИ студенттарға белем биреп кенә ҡалмай, ә хужалыҡ эштәрен дә йылдам алып бара. Уҡыу йортоноң үҙенең сәсеүлектәре, умарталығы бар, йылҡысылыҡ менән шѳғѳлләнәләр.

Зиннур Ғѳбәйҙулла улы институт үҫешенә үҙ ѳлѳштәрен индергән ҡала хакимиәте, предприятие-ойошма етәкселәрен билдәләп үтте. Уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҙа ситтә ҡалманы, «Иң яҡшы уҡытыусы», «Иң яҡшы һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәре», «Иң яҡшы тѳркѳм кураторы» кеүек номинацияларҙа билдәләнеп бүләктәргә эйә булды. Хеҙмәтте лайыҡлы баһалау үҙ сиратында артабан тағы ла дәртләнеберәк эшләргә әйҙәй.

Майҙан тирәләй теҙелгән тирмәләр байрамдың тѳп биҙәген тәшкил итте. Ә ундағы милли ризыҡтар—бишбармаҡ, буҙа, ҡымыҙ—халҡыбыҙ асылын сағылдырҙы. Һабантуй булғас, уйын-кѳлкѳ, йыр-бейеү ҙә тынманы.

Етеҙҙәр, мәргәндәр, таҫылдар иһә кѳстәрен милли кѳрәш, йүгереү, волейбол, дартц кеүек ярыштарҙа һынаны. Ә тѳп приз—һарыҡтарға кемдәр эйә булды тиһегеҙме? Береһе—милли кѳрәш буйынса абсолют чемпион исемен яулаған «Физкультура һәм спорт» бүлеге студенты Илшат Ғазинға эләкһә, икенсеһен гер күтәреү буйынса ошо уҡ бүлектән Азамат Яхин алды.

Шулай итеп, БДУ-ның Сибай институты халҡыбыҙ йолаһын ололап, күркәм байрамды юғары кимәлдә ойоштора алыуы менән маҡтауға лайыҡ. Тѳбәгебеҙҙә ерен, телен һѳйгән, илһѳйәр йәш быуын үҫә икән, тимәк, бында уҡыу йортоноң ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ.

Һүрәттәрҙә: Башҡорт атлы дивизияһына арналған композиция; һабантуйҙан күренеш

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap