Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ТѲБӘК ХАЛҠЫНА ЯҢЫ МѲМКИНЛЕК
Untitled document

Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы ғәйәт ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Заман талаптарына яуап биргән уңайлы корпустар сафҡа инеү менән бер рәттән, яңы техника, ҡорамалдар, шул иҫәптән «Тиҙ ярҙам» машиналары алынды. Ә ошо кѳндәрҙә дауахана мобиль поликлиникаға эйә булды.

Мәғлүм булыуынса, 2011-2012 йылдарҙа уҙған Бѳтә Рәсәй һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһында Башҡортостан Республикаһы әүҙемлек күрһәтте. Уның буйынса тѳбәккә күсмә медицина модулдәрен һатып алыуға байтаҡ финанс ярҙам күрһәтелде. Ошо кѳндәрҙә иһә республика Премьер-ми-нистры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡала һәм район дауаханаларына 12 яңы автомобиль асҡыстары тапшырҙы.

Ҡеүәтле «КамАЗ» автомашинаһында урынлаштырылған «Һаулыҡ үҙәге» күсмә медицина модуле ҡорамалдары менән бергә 16 миллион һум тора. Ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы О.М.Хәкимйәнов әйтеүенсә, модуль ҡала ҡасабалары һәм тәғәйенләнгән райондар халҡын диспансеризациялау һәм амбулатор тикшереү уҙғарыу ѳсѳн тәғәйенләнгән. Тәгәрмәсле поликлиника ѳс бүлекте—терапевт, отоларинголог һәм лабораторияны үҙ эсенә ала. Ә комплектҡа электрокардиограф, УЗИ аппараты, маммограф, биохимик ҡан анализаторы, буй һәм ауырлыҡты үлсәү ҡорамалдары инә. Һәр бүлмә кондиционер, йылытыу системаһы һәм һыу менән тәьмин ителгән. Автомобилдең стационар селтәр һәм автомобиль двигателенән тыш, комплектҡа ингән күсмә мобиль электростанция ярҙамында эшләүе лә күп уңайлыҡтар тыуҙыра.

Ошо кѳндәрҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов мобиль поликлиника менән танышып үҙ фекерен белдерҙе.

—Беҙҙең тѳбәк ѳсѳн бик кәрәкле техника. Был халыҡҡа уңайлылыҡ булдырыу менән бер рәттән, дауаланыу сифатына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ,—тине Хәлит Хәмзә улы.

Ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы О.М.Хәкимйәнов әйтеүенсә, медицина персоналы менән ҡыйынлыҡ тыумаясаҡ. Яҡын арала Мәскәүҙән белгестәр килеп ҡорамалдарҙы эшкә ебәреү менән, мобиль поликлиника халыҡты хеҙмәтләндерә башлаясаҡ.

Д.Рәшитов.

Һүрәттә: ҡасабалар һәм тѳбәгебеҙ халҡын хеҙмәтләндерәсәк мобиль поликлиника.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap