Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
28.05.2013
ДУҪЛЫҠ МЕНӘН КѲСЛѲБѲҘ
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

Йүнсел, алдынғы ҡарашлы йәштәр булғанда тормош алға бара, донъя йәмлерәк була. Шундай кешеләрҙең береһе—Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров. Булмышы менән кѳслѳ рухлы, дәртле, маҡсатлы егет БДУ-ның Сибай институтында уҡыған сағында уҡ үҙен лидер, эшмәкәр итеп таныта. Уҡыуын тамамлап, бер аҙ ваҡыт үтеүгә Сибай ҡалаһы етәкселеге уға ҙур ѳмѳттәр бағлап «Мир» кинотеатры директоры вазифаһына тәғәйенләй. Һәм һис тә яңылышмай. Иҙел Әхәт улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һүнеп барған мәҙәниәт усағына йән ѳрѳп ебәрә. Егеттең эшлекле идеяларын күтәреп алыусылар ҙа табыла. Әйтәйек, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Э.Ә.Юнысова Сибай ҡалаһының үҫеше, милләттәштәре ѳсѳн янған йәш етәксегә ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Ныҡышмал аҙымдар ярҙамында кинотеатрҙа капиталь ремонт үткәрелә һәм мәҙәниәт усағы яңы тѳҫ ала.

Эш һѳҙѳмтәһен күрһәткән һандарға иғтибар итһәк, 2011, 2012 йылдарҙа 60 мең кеше фильм ҡараған. Тағы ла 15 мең самаһы тамашасыға бушлай сеанстар ойошторолған. Бындай акциялар йыш уҙғарыла. Әйтәйек, күп балалы йәиһә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары кинотеатрға бушлай индерелә.

Һуңғы йылдарҙа бында дискотекалар үткәреү ҡәтғи тыйылды. Ни ѳсѳн тигәндә, эскелеккә, насар ғәҙәттәргә этәргән кәйеф-сафа ҡороу сараларының кәрәге юҡ, тип иҫәпләй кинотеатр етәкселеге. Уның ҡарауы, халыҡ ѳсѳн файҙалы, йѳкмәткеле саралар, осрашыуҙар ойоштороуҙы хуп күрәләр.

—Мәҫәлән, «Башҡорт киноһы кѳндәре» үткәрҙек. Бик күптәр күңеленә хуш килде ул. Унда «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәренең дә ҡатнашыуы мәртәбә ѳҫтәне. Артабан да бындай фестивалдәр үтеп торасаҡ. Һуңғы арала яҡын-тирәләге ауылдар халҡының, уҡыусыларҙың киноға әүҙем йѳрѳүе ҡыуандыра,—ти Иҙел Әхәт улы.

Бер кимәлдә туҡталып ҡалыуҙы хуп күрмәгән етәксе әле лә күп идеялар менән яна. Уны милләттәштәренең, бигерәк тә ауыл халҡының тормошо борсой. Баймаҡ районының Мерәҫ тигән бик күркәм, тѳҙѳк ауылында тыуып үҫкән. Атай йортона йыш ҡайта, ауылдаштары менән бәйләнеште ѳҙмәй. Әйткәндәй, Иҙел Әхәт улы—«Атайсал» гәзитенең тоғро дуҫтарының береһе. Үткән йыл ул етәкләгән «Мир» кинотеатры коллективы тәүгеләрҙән булып тотош бер йылға гәзитебеҙгә яҙылғайны. Әле йәш, рухлы етәксе биш ауылдашына 2013 йылдың икенсе ярты йыллығына «Атайсал» гәзитен бүләк итте.

—Күптәребеҙ ауыл балалары һәм беҙ ауыл халҡына мѳмкин тиклем яҡын, терәк-таяныс булырға тейешбеҙ. Халыҡ тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәһен. Рухи ҡиммәттәрҙән айырылмаһын. Бының ѳсѳн милли баҫмаларыбыҙҙы алдырырға кәрәк,—ти дуҫыбыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap