Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ҠУЛДАРЫНДА―ТЫЛСЫМ КѲСѲ
Untitled document

Элек-электән тѳрлѳ саралар ҡулланып йәки им-том менән дауалаған халыҡ табиптары булған. Улар быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, һѳлѳк һалған, ҡан алған. Шулай уҡ халыҡҡа кендек инәләре, бабаға ултыртыусылар (сѳннәтселәр) һәм һылаусылар ҙа үҙенсә ярҙам иткән. Быуын ултыртыусылар сыҡҡан йәки тайпылған быуынды урынына ултыртҡан, хатта һынған һѳйәкте шына һалып, бәйләп тѳҙәткән. Сѳннәтселәр ауылдар буйлап йѳрѳп, малайҙарҙы «бабаға ултыртҡан». Улар үҙ эштәрен мѳмкин тиклем гигиена һәм санитария талаптарына ярашлы атҡарырға тырышҡан. Халыҡ медицинаһы меңәр йылдар дауамында үҫешкән. Тәүҙә дин әһелдәре генә ошондай ысулдар ҡулланған. Улар быуындан-быуынға күсә-күсә беҙҙең кѳндәргә килеп еткән.

Совет власы осоронда халыҡ табиптарының эшмәкәрлеге рәсми тыйылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ уларға мѳрәжәғәт итеүҙән туҡтаманы. Мәҫәлән, ауылдашым Ғәббәс Заһретдин улы Ғәлин тирә-йүнгә йѳрѳп, малайҙарҙы сѳннәтләй, быуын ултырта, һѳлѳк һала, ҡан ала торғайны.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ медицинаһына, халыҡ табиптарына ҡараш икенсерәк тѳҫ алды, уларҙың эшмәкәрлеге лә әүҙемләште. Әммә үҙен халыҡ табибымын тип иғлан итеп, аҡса эшләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйып йѳрѳүсе алдаҡсылар менән ысын-ысындан үҙенең им-томо, үҙенсәлекле һәләте менән кешеләргә ярҙам итеүселәрҙе бер рәткә ҡуйырға ярамай. Хәйер, һуңғылары үҙҙәрен рекламалап та бармай, халыҡ уларҙы үҙе эҙләп таба.

Бѳгѳнгѳ һүҙем шундай заттарҙың береһе, боронғо алым менән дауалаусы, Байым ауылында йәшәүсе етенсе тиҫтәне ҡыуған быуын ултыртыусы Садиҡ Әбәйҙулла улы Байтүрин тураһында.

Ул тѳрлѳ сәбәптәр арҡаһында сыҡҡан быуынды (ҡуҙғалған йәки тайпылған) урынына ултырта алыуы менән тирә-яҡ ауылдарға ғына түгел, сит ѳлкәләрҙә лә танылған. Уның тылсымлы, шифалы ҡулдары килешеренә ышаналар. Ә Садиҡ Байтүрин һәр ауырыуҙың аһ-зарын аңлап, ауыр хәлен, һыҙланыуын еңеләйтергә тырыша. Һѳҙѳмтәлә һауығып, рәхмәт әйтеп ҡайтып китәләр. Уға кѳн һайын тиерлек тѳрлѳ яҡтан быуындары зәғифләнгән кешеләр килә. Ул һәр береһенә аныҡ диагноз ҡуйырға тырыша.

—Белеүебеҙсә, нәҫел-нәсәбегеҙҙә һеҙҙәгеләй ғәҙәттән тыш һәләтлеләр күҙәтелмәгән. Кешеләрҙең әрнеү-һыҙланыуҙарын күреп, һауыҡтырыу әмәлен табырға нимә сәбәпсе булды?—тип уның нисек быуын ултыртыусы булып китеүе менән ҡыҙыҡһындым.

—Быға армияла ѳйрәндем. Бергә хеҙмәт иткән иптәшем хәрби күнекмә ваҡытында аяҡ быуынын сығарып, оҙаҡ ҡына госпиталдә ятты. Әммә мандый алманы. Бәхеткә күрә, быуын ултырта белгән үзбәк егете бар ине. Ул иптәшебеҙҙең сыҡҡан быуындарын «һә» тигәнсе тиерлек урынына ултыртты. Шунан һуң хеҙмәттәшебеҙ атлап китте. Үзбәк егетенән ошо һѳнәргә ѳйрәтеүен үтендем. Ул инәлтеп торманы, кѳн дә буш ваҡытта дауалау серҙәрен асты. «Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына тѳшмәһә» тигәндәй, ѳйрәнергә теләүемдең сәбәбе бар ине. Варис исемле ағайым бәләкәй сағында аяҡ быуындарын сығарған булған. Ваҡытында ярҙам булмау сәбәпле, ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалды. Башҡалар ҙа уның кеүек хәлдә ҡалмаһын тип, армиянан ҡайтҡас та анатомияны һәм быуындар бәйләнешен ѳр-яңынан ѳйрәнеп, ошо шѳғѳл менән мауыға башланым. Тәүҙә бәлә-ҡазаға тарыған туғандарыма, артабан ауылдаштарыма, тора-бара башҡаларға ярҙам итергә тырыштым.

—Аяҡ-ҡул быуындарының сыҡҡанмы әллә һынғанмы икәнен нисек белеп була һуң?

—Быуын ултыртыу—ауыр ғына эш. Уның тайыуын аяҡ һәм ҡул бармаҡтары аша белеп була. Иң элек ҡулдарҙы майлап, зарарланған ағзаға йомшаҡ хәрәкәттәр менән йылы массаж яһайым. Һѳҙѳмтәлә мускулдарҙың ҡыҫҡарыуы-тартышыуы кәмей, имгәнгән кеше лә тыныслана. Ошондай әҙерлектән һуң, быуынды ҡапыл тартып, урынына ултыртам. Кеше оҙаҡ яфаланһа, зарарланған ағза ныҡ шешенгән була. Бындай осраҡта биоэнергия ярҙамға килә. Энергия устан, дѳрѳҫѳрәге, бармаҡ остарынан сыға. Биоэнергия ир-аттың уң ҡулында, ҡатын-ҡыҙҙың һул ҡулында була. Ҡул менән ауыртҡан ерҙе һыйпағанда, кешенең ҡан ағышы һәм баҫымы ғәҙәти хәленә ҡайта. Ауырыу үҙен тыныс тота башлай, ауыртыуы баҫыла тѳшә. Халыҡ юҡҡа ғына «ҡул менән һыпырып ташлағандай» тимәгәндер. Бындай тылсым (биоэнергия) һәр кемдә лә бар, уны белеп файҙаланырға кәрәк.

—Һеҙҙе йылы һүҙе менән дә дауалай, тиҙәр…

—Медицинаға нигеҙ һалыусы бѳйѳк Кѳнсығыш табибы Әбүғалисина: «Табиптар-ҙың тѳп ѳс ысулы бар: һүҙ, үлән (дарыу) һәм бысаҡ»,—тигән. Боронғо ғалим-табип юҡҡа ғына беренсе урынға һүҙҙе ҡуймағандыр. Мин дә һауығыуға ѳмѳтләнеп, күҙ тѳбәп килеүселәргә йылы һәм ихлас һүҙҙәремде йәлләмәйем. Яҡшы һүҙ сәләмәтләнеүгә булышлыҡ итә. Халыҡ мәҡәлдәренә генә күҙ һалайыҡ. Иҫ китмәле аҡыл һандығы бит улар. «Яҡшы һүҙ—йән аҙығы, насар һүҙ—баш ҡаҙығы», «Яҡшы һүҙ йәнгә рәхәт, яман һүҙ тәнгә йәрәхәт», «Кѳйҙѳргән дә тел, һѳйҙѳргән дә тел», «Тән яраһы уңалыр, тел яраһы уңалмаҫ», «Ҡолаҡтан ингән һалҡын һүҙ йѳрәккә боҙ булыр» һәм башҡалар.

Ошоноң ише халыҡ аҡылына таянып, ярҙамға мохтаж кеше менән уртаҡ тел табырға тырышам. Әйткәндәй, боронғо ғалимдар ҙа һаулыҡтың тѳп дошманы—тел, тип һанаған. Тупаҫ һүҙ, теге йәки был кеше тураһында туҙға яҙмаған ғәйбәт тә кеше һаулығын ҡаҡшата. Яман һүҙ ишеткән кешенең ҡулына эш бармауы, йѳрәге сәнсеүе, уны ауыр уйҙарға һалыуы, хатта яҡты донъя менән хушлашыуы ла ихтимал,—тип тамамланы һүҙен Садиҡ Байтүрин.

Садиҡ Әбәйҙулла улына кешеләргә ҡылған изгелеге ѳсѳн рәхмәт әйтеп, үҙенә лә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Һәр саҡ шифалы һәм тылсымлы ҡулдарынан һѳйѳнѳп йәшәһен.

Азамат Тажетдинов.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap