Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
04.06.2013
БѲТӘ ЯҠШЫ НӘМӘ БАЛАЛАРҒА
Untitled document

Йыл да бар ерҙә 1 июнь—Балаларҙы яҡлау кѳнѳ, матур байрамдарҙың береһе булараҡ, кескәйҙәрҙең иҫендә ҡалырлыҡ итеп уҙғарыла. Сибай ҡалаһында ла был кѳн йѳкмәткеле сараларға бай булды.

31 май кѳнѳ М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимәте, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре ҡаланың коррекцион мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм инвалид балалар ѳсѳн ойошторолған Һабантуй байрамында ҡатнашты. Һаулыҡтары буйынса мѳмкинселектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар был кѳндѳ үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, рәхәтләнеп тѳрлѳ уйындарҙа ҡатнашты. Балалар ижады үҙәгенең фойеһында коррекцион мәктәптә, дистанцион уҡыу һәм реабилитация үҙәктәрендә белем алған балаларҙың ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә ойошторолған ине. Бер бала ла байрамдан бүләкһеҙ ҡайтманы.

Ә инде 1 июнь кѳнѳ Балалар ижады үҙәге алдында «Бала саҡ иле» исемле сағыу байрам ойошторолдо. «Кѳнбағыш», «Афарин» вокал, «Гѳлдәр» ѳлгѳлѳ бейеү ансамблдәренең сығыштары, тѳрлѳ ҡыҙыҡлы конкурстар, спорт ярыштары байрамды сағыуландырҙы. Мәҫәлән, һүрәт тѳшѳрѳү конкурсында матур рәсемдәр тѳшѳргән балаларға ҡаланың уңған эшҡыуарҙары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә инде тѳрлѳ әкиәт персонаждары костюмында килгән ҡыҙҙар-малайҙар «Авангард» медиа-тѳркѳмѳнѳң ҡиммәтле бүләктәрен алып ҡыуанды. Был кѳндѳ мәҙәниәт һәм ял паркындағы аттракциондар ташлама менән эшләне.

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры коллективы кескәй тамашасыларҙы бушлай «Бала саҡ» спектакле менән һѳйѳндѳрҙѳ. Тамаша залы бәләкәстәр менән тулы булды.

Быйыл Балаларҙы яҡлау кѳнѳнѳң айырыуса матур ойошторолоуын билдәләп үтергә кәрәк. Ҡаланың барлыҡ үҫмерҙәр-йәштәр клубтарында спорт ярыштары уҙҙы, теләгәндәр «Труд» стадионында картингта йѳрѳнѳ.

Балалар—тормош биҙәге, ә уларҙың тормошон биҙәү, мәғәнәле итеү беҙҙән, ѳлкәндәрҙән, тора. Шуға күрә киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек бер кѳн менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа тейештер.

Земфира Ишбаева.

Һүрәттә: БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова балалар менән ихлас итеп «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйнаны.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap