Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
«ҺАУЛЫҒЫБЫҘ ҮҘ ҠУЛЫБЫҘҘА…»
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа сирлеләр һанының арта барыуы күҙәтелә. Уға тирә-яҡ мѳхиттең бысраныуы, дѳрѳҫ туҡланмау кеүек етешһеҙлектәр сәбәпсе булып тора. Был тәңгәлдә Йылайыр районында ниндәй эштәр башҡарыла? Дауалау һәм иҫкәртеү эштәре нисек ҡуйылған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында район үҙәк дауаханаһының нарколог-психиатры, баш табип урынбаҫары Рәсүл Мѳхәммәт улы Ѳмѳтбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Рәсүл Мѳхәмәт улы, экологик торошо яҡшы тип иҫәпләнгән Йылайыр районында ла сирлеләр һаны арта бара. Был күренеште нисек аңлатырға мѳмкин?

—Ысынлап та, беҙҙең халыҡ саф һауаһы, таҙа һыуы менән ғорурланырға хаҡлы. Урал аръяғының ҡайһы бер тѳбәктәре менән сағыштырғанда, районда эсәр һыуҙың да сифаты яҡшы. Ә ауырыуҙар һанын иһә венерик һәм социаль сирҙәр тәшкил итә. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар, осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Сирҙе ваҡытында дауалау маҡсатында ауырыуҙарҙы асыҡлап, флюорография үткәреү һәм анализдарҙы тикшереп тороу ыңғай һѳҙѳмтә бирә. Шуны әйтеү мѳһим: ошо кѳндәрҙә район үҙәк дауаханаһында онкология сирен асыҡлау темаһына арналған район-ара кәңәшмә үтте. Ҡыҙыу фекер алышыуҙа Баймаҡ, Сибай, Күмертау ҡалалары, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Бѳрйән райондары табиптары ҡатнашты.

—Тѳп бәләләрҙең береһе—эскелек. Был проблеманы хәл итеүҙә ниндәй саралар күрелә?

—Һуңғы тиҫтә йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә ауыл ерендә эскелек кѳсәйә. Әлеге кѳндә Йылайыр районында алкоголизм менән яфаланған 300 кеше иҫәптә тора. Теркәлмәгәндәрен һанағанда эскелек һаҙлығына батыусылар һаны әллә нисә тапҡырға артып китә. Күптәренең дауаханаға килергә теләге юҡ, уларҙы үҙебеҙгә табып, алып килеп дауаларға тура килә.

Бер нисә йыл эсендә күрше илдәрҙән һатып алынған сифатһыҙ араҡы эсеп ағыуланыусылар ҙа бар. Яңыраҡ осһоҙ хаҡҡа һатылған Ҡаҙағстан араҡыһын эскән бер яҡташыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалдыҡ. Мәктәп уҡыусыларының һыра, спиртлы коктейлдәр менән мауығыуы хафаға һала. Беренсенән, был эсемлектәр араҡыға ҡарағанда ла бәйлелекте арттыра, икенсенән улар бауырға ғына түгел, ә бѳтә организмға насар тәьҫир итә. Ѳҫтәүенә, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу үҫмерҙәрҙең психикаһына ла кире йоғонто яһай.

Алкоголизм сиренән арынып, айыҡ тормош башлаусылар ҙа юҡ түгел. Уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, башҡаларға ѳлгѳ итеп ҡуябыҙ.

—Магазин кәштәләренә күҙ һалһаҡ, ниндәй генә консервантлы аҙыҡ-түлек һәм эсемлек юҡ... Был хаҡта уйлана башларға ваҡыттыр...

—Дѳрѳҫ, бѳгѳн йәшәйешебеҙҙе зарарлы аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр баҫып алған. Ошоға бәйле ашҡаҙан сирҙәре лә арта. Күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ һауыттарға ҡойолған һәм тѳрѳлгән кока-кола, пепси, чипсы, кириешкиларҙы һатып алып ашайбыҙ һәм һѳҙѳмтәлә үҙ-үҙебеҙгә сирҙәр тыуҙырабыҙ. Газлы һуттарҙы, шулай уҡ минераль газлы һыуҙарҙы йыш эсеү ҙә организмға зыян килтерә. Тәүгеһен бѳтѳнләй ҡулланырға ярамай, икенсеһен табип күрһәтмәһе буйынса ғына ашҡаҙан сирлеләргә эсеү зарур.

—Наркомания, токсикомания буйынса ниндәй миҫалдар килтерергә мѳмкин?

—Шѳкѳр, Йылайыр районында иҫәптә тороусы наркомандар юҡ. Уларҙы йәй кѳнѳ күрше ѳлкә-ҡалаларҙан эшкә килеүсе мигранттар араһында осратырға мѳмкин. Шуға күрә, был йәһәттән тынысланырға ярамай. Токсикоманияға килгәндә, районда бер нисә кеше иҫәпләнә. Уларҙың барыһын да 12-15 йәш арауығындағы үҫмерҙәр тәшкил итә. Профилактика эштәре алып барабыҙ, мәктәптәр ҙә был мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алған.

—Әңгәмә аҙағында тағы ниҙәр әйтер инегеҙ?

—Кеше һаулығының 18 проценты ғына организмдан, ә ҡалғаны үҙенән тора. Шуға күрә, сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлау—тѳп бурысыбыҙ. Дѳрѳҫ туҡланырға тырышығыҙ, саф һауала күберәк йѳрѳгѳҙ, спорт менән шѳғѳлләнегеҙ. Шул саҡта ғына сирҙәр һеҙҙе урап үтер.

—Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт, Рәсүл Мѳхәмәт улы. Киләсәктә тѳбәк халҡы һаулығы һағында уңышлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap