Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
14.06.2013
БАЙМАҠ ЕРЕ ШАТЛЫҠҠА ТУЛДЫ
Untitled document

 

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң халҡыбыҙҙың быуаттар тѳпкѳлѳнән килгән йолаһына тоғро ҡалып, Баймаҡ районында Һабантуй гѳрләп үтте. Байрамдарҙы үҙенә хас миллилек менән үткәрергә күнеккән баймаҡтар һабан байрамын да матур тамашаға әүерелдерҙе. Хозур Ирәндек тауы итәгендә, Граф күле буйындағы быйылғы һабантуйҙы тѳбәк эшсәндәре яңы хеҙмәт уңыштары, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды.

Оло бурыс—сәсеү эштәрен атҡарып сыҡҡан район хужалыҡтары эшсәндәрен тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе В.А.Балабанов, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б.Фәтҡуллин, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов, БДУ-ның Сибай институты директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов, тѳрлѳ тѳбәктәрҙән эшҡыуар-инвесторҙар, Илеш районы вәкилдәре килде.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы район Халыҡ ижады үҙәгенең «Ҡомартҡы» һәм «Ирәндек таңдары» ансамблдәре моңло йырҙары, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Сараның рәсми ѳлѳшѳ үткән ҙур сәхнәгә еткәнсе барыһы ла балалар һабантуйын ҡарап ҡыуанды. Быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк Баймаҡ ҡойоу-механика заводы, «Баймаҡ» ПМК-һы, «Толпар», «Баймаҡ икмәк заводы» йәмғиәттәре, «Башҡорт деликатестары» ит комбинаты, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Иң шәп бүләкНаил Солтановта!

—Баймаҡ районы бай тарихы, тәбиғәт ресурстары, үҙенсәлекле традициялары, атаҡлы шәхестәре, хеҙмәт һѳйѳүсән халҡы менән дан тота,—тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов, һабан байрамын асып.—Беҙҙә игенселек, малсылыҡ, баҫыусылыҡ тармаҡтары ныҡлы үҫешкән. Районыбыҙ республикала сифатлы иген үҫтереүсе, иң күп мал аҫраусы булараҡ билдәле. Халыҡ хужалығының башҡа ѳлкәләрендә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла, яҡташтарыбыҙҙың йәшәү кимәле яҡшыра.

Сығышы һуңында башлыҡ мал ҡышлатыу һәм яҙғы баҫыу эштәре кампанияларына йомғаҡ яһап, уларҙы ойошҡанлы тормошҡа ашырған хужалыҡ етәкселәренә бүләктәр тапшырҙы. Сәсеү һѳҙѳмтәләре буйынса хужалыҡтар араһында беренсе урынға Ленин исемендәге АХК лайыҡ булды. Хужалыҡҡа I дәрәжәле диплом һәм 30 мең һум аҡсалата премия тапшырылды. Икенсе урынды «Урал аръяғы-Агро» йәмғиәте яулаһа, ѳсѳнсѳлә «Мерәҫ» хужалығы тәбрикләнде.

Байрамдың иң шәп бүләге—мини-трактор Ленин исемендәге АХК-һының алдынғы механизаторы Наил Солтанов ѳлѳшѳнә тѳштѳ. Тырыш Наилдән саҡ ҡына ҡалышҡан «Рассвет» хужалығы эшсеһе Александр Борисов телевизорлы, «Урал аръяғы» МТС-ының Баймаҡ филиалынан Фәнис Байғотлин ноутбуклы булды.

«Хеҙмәт батыры» таҫмаһы таҡҡан Наил Солтанов техникаһын шунда уҡ ҡабыҙып, майҙан буйлап ураны.

—Таулыҡай ауылында тыуып үҫтем. Туған хужалығымда 21 йыл механизатор булып эшләйем. Хужалыҡ алдынғылыҡҡа ынтылғанда, беҙгә һүлпәнлек күрһәтергә ярамай. Бүләк ѳсѳн хеҙмәт итмәнем, бындай елле трактор миңә эләгер тип уйлап та ҡараманым. Эшемде ҙурлаған етәкселәргә рәхмәт,—ти тракторсы, тулҡынланып.

Аҡ тирмәләр—байрам биҙәге

Башҡорт байрамдарын тирмәһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һабантуйҙағы тирмәләр борон йәйләүгә сыҡҡан башҡорттарҙың кѳнкүрешен сағылдырҙы. Улар эстәлекле ҡоролған,ѳҫтәлдәр милли ризыҡтан һығыла, биләмәләрендә боҫорап аш бешә, эргәләрендә генә кѳтѳү-кѳтѳү мал йѳрѳй...

Тирмә ҡороуға һәр ауыл биләмәһе ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Байрамдағы күренеш күҙҙәрҙе ҡамаштырғанда, тирмәләрҙе ҡурсаҡ дәрәжәһенә еткереүгә күп кѳс һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ир-егеттәрҙең түҙемлелегенә хайран ҡалдыҡ. «Күлтабан», Ленин исемендәге, Салауат исемендәге, «Йылайыр», «Рассвет» «Баймаҡ» тәжрибә хужалыҡтары, «Байҡара» агрофирмаһы, Аҡморон, Темәс, Ҡолсора, Моҡас, Беренсе Этҡол ауыл биләмәләре, Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе тирмәләренең һәр ҡайһыһы сараға үҙенсәлекле биҙәк ѳҫтәне.

«Иң яҡшы тирмә» конкурсында Гран-при «Йылайыр йәйләүе»нә бирелде. 1-се урында—Аҡморон, 2-се урында—Моҡас һәм Баймаҡ ҡалаһы биләмәләре, 3-сѳ урында Ниғәмәт, «Рассвет», «Күлтабан» тирмәләре билдәләнде.

Елдәй елеп аттарҙа

Бер кемгә лә сер түгел, күптәр һабантуйға ат сабышын ҡарар ѳсѳн генә бара. Быйылғы сабыш 5 заезда ойошторолдо. Башта менге һәм ҡатнаш тоҡомло 16 арғымаҡ 2600 метр арауыҡҡа бәйгегә сыҡты. Ярышта «Баймаҡ» ғилми-производство берекмәһенең Хорватка ҡушаматлы аты, фермер Ф.Ғ.Үҙәнбаевтың Капаһы, Сибай ҡалаһының «Строймеханизация» йәмғиәте ҡарамағындағы «Сиҙәм» агрофирмаһының Ренуар Ремиксы алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне.

Ѳлкән йәштәге башҡорт тоҡомло аттар 4400 метрға сапты. Был заезда Ленин исемендәге хужалыҡтың «Күбәләк» ҡушаматлы юртағы (һыбайлы Азамат Заманов) беренсе килде. Икенсе һәм ѳсѳнсѳ урындарҙы аҡморондар яуланы.

3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло арғымаҡтар ярышы ла мауыҡтырғыс тамаша булды. Бәйгеселәр ҙур бүләк һәм аҡсалата премиялар менән наградланды.

Ярһыу бәйгенән һуң Силәбе ѳлкәһенән килгән һыбайлыларҙың күрһәтмә сығыштары халыҡҡа сабыш кѳсѳргәнешен бер аҙ һүрелтергә ярҙам итте.

Кѳрәшселәр майҙан тотто

Милли кѳрәш ат сабышы кеүек үк иғтибарҙы йәлеп итерҙәй спорт тѳрѳ. Айырыуса баһадир кәүҙәле кѳрәшселәр бил ныҡлығын һынарға сыҡһа, халыҡ аяғүрә баҫыусан. Баймаҡта милли кѳрәш ныҡлы үҫеш алған спорт тѳрѳ булыуын әйтһәк, кѳрәшселәр бәйгеһен күҙ алдына баҫтырыу ҡыйын булмаҫ.

Һабантуйҙа 40-ҡа яҡын кѳрәшсе 4 ауырлыҡ категорияһына бүленеп кѳс һынашты. Уҡыусылар араһында Таулыҡайҙан Дим Ҡоланбаев, Татлыбайҙан Надир Исмәғилев, Йомаштан Ғәҙел Ғәлин иң кѳслѳ кѳрәшселәр тип табылды. Татлыбайҙан Венер Нәбиев, Икенсе Этҡолдан Даян Ғүмәров, Азамат Ҡорбанғолов 65 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр булды. Ауырлыҡтары 75 килограмм булғандар араһында яҡташтарыбыҙ Сибай ҡалаһы егеттәре Илһам Әбделғужин, Зиннур Басыров, Билалдан Иҙел Әбйәлиловтар берәүгә лә ал бирмәне. 75 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Татлыбайҙан Айгиз Зәйнетдинов, Ҡолсоранан Артур Ғафаров, Билалдан Азамат Әхмәтов чемпион исемдәрен яуланы.

Сибай ҡала хакимиәте башлығының махсус призы—шыйыҡ кристаллы телевизорға Айгиз Зәйнетдинов лайыҡ булды.

Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт

Балалар һабантуйы айырым уҙғарылыуы балалар, ата-әсәләр ѳсѳн дә отошло: һәр кем үҙенсә күңел аса, ярыша, ял итә. Уҡыусылар тоҡ һуғышы, кѳйәнтә менән ярышыу, бура һуғыу кеүек уйындарҙа бик теләп ҡатнашты. «Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!» конкурсында йыр-моңға һәләтле балалар оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ѳлкәндәр ѳсѳн әҙерләнгән концерт программаһы ла бай эстәлекле булды. «Орфей», «Ирәндек», «Осҡон» вокал, бейеү ансамблдәренең сығыштары алҡыштарға күмелде. Республика күләмендә танылыу яулаған Хәбир Раев, Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Рауил Харрасовтарҙың моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә ятты. Ҡурай, баян, гармун моңдары тынманы.

...Һабантуй яланы гѳрләне, йырланы, бейене. Милли аш-һыу, йыр-бейеү, ярыш тѳрҙәре—халыҡ йолалары, мәҙәниәте, ғѳрѳф-ғәҙәттәре ҡушылмаһы тантанаһында баймаҡтар тағы ла бер тапҡыр эшләй

Спорт ярыштары сәм уятты

Һабантуйҙың иң йәнле урыны спорт майҙансығы булды. Һырғауылға менергә күптәр теләк белдерһә лә, бик аҙҙарҙың ғына кѳсѳ, таҫылы етте. Әбделкәрим ауылы егете Рәмзил Әбдрәхимов бағанаға еңел менеүе менән һоҡландырҙы. Билалдан Алмас Ишмѳхәмәтов та һырғауылға оҫта үрмәләне.

Осона һарыҡ бәйләнгән ауыш бағана ла күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Шулай ҙа бәхет Ниғәмәт ауылынан Илнур Яҡуповҡа йылмайҙы. 17 генә йәшлек егет һарыҡ алыуына ифрат ҡыуанды.

Волейбол, футбол майҙансыҡтарында ла ярыштар дәррәү барҙы. Шашка-шахмат уйыны ѳҫтәлдәре буш булманы.

Халыҡ уйындары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тоҡ менән һуғышыуҙа йәштәр генә түгел, ололар ҙа теләп ҡатнашты. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерергә теләүселәр уйын тамамланғас та таралышырға теләмәне. Кѳршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу, пневматик винтовканан атыу кеүек сараларҙа ла халыҡ әүҙемлек күрһәтте. Тик торорға яратмағандар Баймаҡ урман хужалығы ойошторған ағас бысыуҙа ярышһа, бәғзеләр арҡан тартты.

Һабантуй ҡунағы—пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, стронгмен буйынса донъя вице-чемпионы, 4 тапҡыр «Рәсәйҙең иң кѳслѳ кешеһе» титулына лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллиндың «Эльбрус-тим» командаһы сығыштарын һәр кем түҙемһеҙлек менән кѳттѳ. Спортсылар кѳс күнекмәләрен атҡарғанда халыҡ аяғүрә баҫып алҡышланы. Команда етәксеһе үҙҙәрен матур сараға саҡырған «Башҡорт деликатестары» ит комбинаты етәкселегенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

Гѳлдәр Ҡадаева.

Сибай—Баймаҡ—Сибай.

Һүрәттәрҙә: баймаҡтар рәсми делегацияны ҡаршылай; ат сабышы—байрам күрке; «Хеҙмәт батыры» Наил Солтанов«тимер ат»лы булды.

 




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap