Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
14.06.2013
БАЙРАМ ШАТЛЫҠТАРҒА БАЙ БУЛДЫ
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Был кѳндѳ Сибай ҡалаһы гѳрләп торҙо. Үҙәк майҙандан ағылған йыр-моң, күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәләр, ул ғына ла түгел спорт һѳйѳүселәрҙең үҙ-ара кѳс һынашыуы оло йыйынды хәтерләтте. Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү кѳнѳ айҡанлы Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған байрамды шулай юғары кимәлдә билдәләне ҡала халҡы.

Сараның тѳп биҙәге—яңы объекттарҙың асылыуы булғандыр. Ҡала үҙәк дауаханаһының акушер стационарында балалар бағыу бүлегенең сафҡа инеүе тѳбәк халҡына яңы мѳмкинлектәр тыуҙырасаҡ. Тантанала ҡатнашҡан мәртәбәле ҡунаҡтар—Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, Хѳкүмәт Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Э.Ә.Юнысовалар ҙа ошо хаҡта үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

—Һуңғы йылдарҙа Сибайҙа һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһенә етди иғтибар бирелә. Бѳгѳнгѳ бүлектең асылыуы киләсәгебеҙҙе ҡайғыртыу ниәтенән тормошҡа ашырылды. Ошоға тиклем етлекмәй тыуған балаларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, бѳгѳн был мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк, тигән ѳмѳттәбеҙ,—тине Хәлит Хәмзә улы.

Балаларҙы бағыу бүлеге Сибай ҡалаһынан тыш, Йылайыр, Баймаҡ һәм Хәйбулла халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.

Ҡорамалдар һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы буйынса алынған. Дауалау һәм бағыу эштәрен махсус белемле—табип-неонатолог, шәфҡәт туташтары, невролог, окулист, кардиолог һәм массажист башҡарасаҡ.

Артабан ҡунаҡтар Кѳнсығыш биҫтәһендә барлыҡҡа килгән Һаҡлыҡ банкыһы офисын асыуҙа ҡатнашты. 10 мең халыҡты туплаған биҫтәлә бындай мѳмкинлек тыуҙырылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ошоға тиклем урындағы клиенттар ҡала үҙәгенә мѳрәжәғәт итергә мәжбүр булһа, хәҙер иһә улар ѳсѳн кѳн әйләнәһенә эшләгән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү зонаһы, транзакцион һәм Интернет-банкинг зоналары булдырылған. Офистың тағы бер үҙенсәлеген—йәкшәмбе кѳн дә эшләүен билдәләү мѳһим. Илшат Азамат улы Тажетдинов яңы объекттың кәрәклеген һыҙыҡ ѳҫтѳндә алды.

—Урындағы халыҡ ѳсѳн офистың ихтыяжы бик ҙур. Бында кредит һәм кредит карталары хеҙмәттәре күрһәтеү ҙә отошло буласаҡ. Һеҙгә теләк шул—халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итегеҙ,—тине ул.

Ә бына Киров урамындағы «Nelina» туй салонының асылыуы ѳйләнергә теләүсе йәштәр ѳсѳн туй күлдәге һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыу йәһәтенән ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Н.Р.Нуриева етәкләгән шәхси предприятиела 4 яңы эш урыны булдырылған. Салонда әйберҙәр һатылыу менән бер рәттән туй залдарын биҙәү, уларҙы ойоштороу, туй сәйәхәте һәм башҡорт туй йолалары менән таныштырыу хеҙмәттәре эшләйәсәк.

Ҡунаҡтар һәм ҡала етәкселеге Салауат Юлаев скверында ағас ултыртыу акцияһында ла ҡатнашты.

«Street workout—айыҡлыҡты һайлау» фестиваленең һайлап алыу туры бәйгеһе йәш быуынды сәләмәт тормошҡа әйҙәү, тѳбәктә кѳслѳ спортсыларҙы билдәләү маҡсаты менән уҙҙы. Турникта тѳрлѳ хәрәкәттәр эшләүҙе үҙ эсенә алған, йәғни беҙҙең телдә «урам күнекмәһе» атамаһы менән йѳрѳгән спорт тѳрѳ һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр араһында киң танылыу тапты. Уҙған йылда ошо уҡ бәйгелә 15 кеше ҡатнашһа, быйыл был һан 40-ҡа барып еткән.

—Былтыр Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан ғына бәйгеселәр кѳстәрен һынаһа, был юлы улар рәтенә Силәбе ѳлкәһе спортсылары ҡушылды,—ти ярышты ойоштороусы, «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт хәрәкәте ағзаһы Роберт Дәүләтшин.

Таусылар проспектындағы аллея буйлап теҙелгән «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһе һәр кемдең күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған эштәрҙә ҡул эштәре сәнғәте, ағасты һырлап биҙәү, пленэр, арт-дизайн, фотоэштәр урын алғайны. Ҡаланың белем биреү учреждениелары тарафынан әҙерләнгән Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған күргәҙмәлә матурлыҡ донъяһы һүрәтләнеү менән бер рәттән, һаҡсыллыҡты талап иткән күренештәр ҙә сағылдырылды.

Кѳндѳң икенсе яртыһында тамашасыларға «Беҙ дуҫлыҡ менән кѳслѳ» байрам концерты тәҡдим ителде. Мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһап, Рәсәй кѳнѳнѳң мѳһимлеген билдәләп үтте.

—Рәсәй кѳнѳ—ғәҙеллек һәм азатлыҡ байрамы. Күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлеге киләсәктә Рәсәй йәмғиәтенең тотороҡло үҫешен тәьмин итәсәк. Сибайҙар бѳгѳнгѳ байрамды яҡшы кәйеф һәм ҙур пландар менән ҡаршы ала. Дѳйѳм алғанда, ҡалабыҙ халҡы үҙенең яуаплылығы һәм маҡсатҡа ынтылышы менән Ватан үҫешенә тос ѳлѳш индерә,—тине Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов.

Хеҙмәтенә күрә—хѳрмәте тигәндәй, ҡала хакимиәте етәкселеге алдынғыларҙы тәбрикләп уҙҙы.

Ҡаланың «Атайсал-бенд» һәм ретро тѳркѳмдәре, баш ҡаланан килгән «Ҡурайсы» этно-фольклор тѳркѳмѳ һәм виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашевтарҙың сығыштары һәр кемдең күңелендә байрам кәйефе тыуҙырҙы.

Сара байрам фейервергы менән тамамланды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap