Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.06.2013
ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ АЛЫП ҠАЙТАЙЫҠ
Untitled document

Хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған тыуған тѳйәгем—Баймаҡ районының Фәйзулла ауылына 1816 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1834 йылда) Бәхтигәрәй ауылы кешеләре күсеп килеп нигеҙ һалған. Яңы ауыл 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан хорунжий Фәйзулла Ильясов исеме менән йѳрѳтѳлә башлай. Һуғышта 3-сѳ Башҡорт полкы командирҙарының береһе булған Фәйзулла Аҡтаев та ошонда йәшәгән. Ауыл Шүрәле йылғаһын һыулағанға күрә, халыҡ телендә уны «Шүрәле» тип тә йѳрѳтәләр. Уларҙың тѳп шѳғѳлѳ малсылыҡ булған, шулай уҡ ер ҙә эшкәрткәндәр, Ольховкала Ерекле йылғаһы буйҙарында алтын йыуғандар. Тѳрлѳ йылдарҙа уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыуҙарынан күренеүенсә, Фәйзуллала 1866 йылда—320, 1900 йылда—551, 1939 йылда—204, 1961 йылда—89 кеше йәшәгән. 1931 йылда тѳҙѳлгән «Чапаев» колхозы Ғәле һәм Фәйзулла ауылдарын берләштергән. 1949 йылда был хужалыҡ «Сталин» исемендәге колхозға ҡушыла. Колхоз эреләтелгәс, халыҡ ҙур ергә ынтыла. 1957 йылда фәйзуллалар урта мәктәбе, эш урындары булған ауылдарға күсенә башлай. Тора-бара башланғыс мәктәп тә ябыла. Ауылда тик ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Уларҙың күптәре ғүмерҙәренең аҙағына тиклем тыуған ауылдарын ташлап китмәне.

1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышына Фәйзулланан 38 кеше алына, уларҙың тик 14-енә генә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Һуғыш йылдарында халыҡ колхозда тырышып эшләй. Тѳйәгебеҙҙең иң оло кешеләренең береһе булған атайым Ишмуллин Исҡужанан хәтирәләре менән бүлешеүен үтендем.

—Беҙгә, һуғыш осоро балаларына, ѳйҙә иркәләнеп ята, туйғансы уйнай алманыҡ. Хәлебеҙҙән килгәнсә ололарға ярҙам иттек. Тәгәрмәсле тракторҙарҙа Фәйзулланан Дауытбаева Нәғимә, Ишмуллина Алмабикә, Ғәленән Ҡарасова Мәғрифә апайҙар эшләне. Фәизов Ғәйзулла, Фәизов Фәиз, Биктимеров Мәүлетдин, Дауытбаев Хѳрмәт, Тѳхвәт Батыршиндар менән бергәләшеп иген баҫыуҙарын ат менән тырматтыҡ. Атты арытаһығыҙ тип, һыбай менергә рѳхсәт итмәнеләр, уларҙы ҡыуалап йѳрѳттѳк. Бесән, ураҡ мәлдәрендә лә ололарҙың тәүге ярҙамсылары булдыҡ. Һуғыш осоронда баҫыу һѳргәндә үгеҙ ектеләр. Үгеҙҙәрҙе тѳндә ятҡырмай, ҡыуалып йѳрѳп ашатыу малайҙарҙың бурысы булды. Малдар ҙа бит йән эйәһе, үгеҙ ҙә ашап ала ла ятыу яғын ҡарай, беҙ ҙә уларҙың араларына инеп, арҡаларыбыҙҙы терәп ятып йоҡлай торғайныҡ.

Бер йылы иген уңды. Ураҡ мәлендә лобогрейкала эшләйбеҙ. Флүрә әбей ѳйрә бешерә, уны 6 кешегә бер туҫтаҡҡа һалып бирә. Бер кѳнѳ ѳлкәнерәк малайҙар—Фәиз, Хѳрмәт,Тѳхвәт тѳндә бойҙай урлап, ҡурмас ҡурғандар. Билдәле, уның еҫе әллә ҡайҙарға тарала, ҡырын эштәре шунда уҡ фашланды. Беҙҙе, 6 малайҙы, бер тәүлеккә ѳйрәнән мәхрүм иттеләр. Эш араһында кәҫәләребеҙҙә ятҡан ҡурмасты ашап, кисеүгә барып һыу эсеп йѳрѳнѳк.

Колхоз осоронда сығарылған бер таҡмаҡ хәтерҙә ҡалған:

«Чапаев»тың колхозы

Тимер һандыҡ эшләткән.

Һалырына нимә тапмай,

Счетовод тѳшѳп ятҡан.

Ошо таҡмаҡты сығарған ѳсѳн Сыртланов Әхмәҙулланы (ул Ғәле ауылыныҡы ине) тѳрмәгә яптылар.

Һуғыштан һуң Фәйзулла ауылында йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ, малсылыҡ тармаҡтары үҫеш ала. Йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ менән Фәизов Исҡаҡ етәкселек итә. Дәүләтбай ҡарт менән Ишмуллин Исҡужа йылҡы кѳтә, Ҡәмәриә, Нурия инәйҙәр бейә һауа. Атайым һѳйләүенсә, эш хаҡына аҙна һайын бер мискә ҡымыҙ биргәндәр. Ҡымыҙҙы әсәһе менән Сибайға барып һатып, аҙыҡ-түлек алып ҡайта торған булғандар. Колхоз баҡсаһында кәбеҫтә, ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр үҫтергәндәр. Һарыҡсылыҡта Вәлитова Заһита инәй, уның улы Яхъя тырышып эшләй. Яйлап был тармаҡтар бѳтѳрѳлә. Эш урындары ҡалмағас, халыҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларына, Татлыбай, Йәнйегет һәм башҡа ауылдарға күсенергә мәжбүр була.

2-се класты тамамлауыма мәктәбебеҙ ябылыуын асыҡ хәтерләйем. Тәүге уҡытыусыларым Биҡҡолова Хәҙисә, Фәүзиә апайҙар һаман күҙ алдымда тора. Мәктәп белем усағы ғына түгел, клуб вазифаһын да үтәне, унда тѳрлѳ йыйылыштар, байрам кисәләре ойошторола торғайны. Таибә, Ғәйшә, Маһира, Нурия, Ғәфүрә, Фәхерниса, Латифа, Сәбилә, Сәғитә, Ғәлимә, Ғѳбәйҙә, Мансура инәйҙәр Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе һәм башҡа йола байрамдарын үткәрә ине. Шулай уҡ балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, юрған күбеүгә балаларҙы йәлеп итер булдылар. Үрҙә һанап үткән инәйҙәр Маһира Хәлитова етәкселегендә ауыл ерҙәре сикһеҙ үҙләштерелеүгә ҡаршы булып, райкомға барғандар. Улар: «Нишләп беҙҙең киң ялан-ҡырҙарыбыҙ яттар ҡулына бирелә? Ерҙәребеҙ киләсәк быуынға кәрәк»,—тип даулашҡандар.

Йор һүҙле, үткер, таҡмаҡҡа оҫта Маһира инәйҙең һѳйләгәндәрен тыңлауҙан ҙур кинәнес алып үҫтек. Ҡартәсәйем Нурия беҙҙе эйәртеп, емеш-еләккә алып йѳрѳнѳ. Ял итергә туҡтағанда, ер-һыу атамаларының, ауылыбыҙҙың тарихын һѳйләр ине. Татлыбай ауылына күсеп барғас, ҡартәсәйем яңы урынға оҙаҡ ҡына ерегә алманы. Яҙ етеү менән, малдарҙы ҡыуып, йәйләргә Фәйзуллаға ҡайтыр булды. Уҡыу йылы тамамланыу менән беҙ, балалар, тыуған ауылыбыҙға атлыҡтыҡ. Шулай 4-5 йыл тыуған тѳйәгебеҙҙе ташлай алманыҡ. Аҙаҡ йылына 1-2 тапҡыр булһа ла барып ураныҡ, иҫтәлекле ваҡиғаларҙы ауылыбыҙҙа билдәләнек. Бигерәк тә әсәйемдең ҡайтҡыһы килгәне хәтерҙә. Килен булып тѳшкән ауылы күңеленә ныҡ яҡын булғандыр инде.

Ауылыбыҙҙа 3 ара: Тѳйтәләр—Кѳмѳшҡоловтар, Биктимеровтар, Ишмуллиндар, Ғайсиндар, Ялбағайҙар—Фәизовтар, Дауытбаевтар, Күректәр—Вәлитовтар, Батыршиндар, Хәлитовтар үҙ-ара татыу йәшәне. Һуғым аштарына саҡырышып, бер-береһенә ярҙам итешеп, ғүмер кисерҙе. Ауылдаштарымда илһѳйәрлек тойғоһо кѳслѳ булды. Батыршин Һатыбалды олатай, Зәйнитдин олатай, Фәизова Ҡәләмбикә, Дауытбаева Хѳмәйрә, Хәлитова Маһира инәйҙәр ауылдарын ташлап күсеп китергә теләмәй, олоғайғансы нигеҙҙәренә тоғро ҡалды.

Боронғоларҙың иң яҡшы сифаттары балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә күскәндер.

Шулай булмаһа, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойошторайыҡ, атай-олатайҙарыбыҙ ятҡан зыяратты кәртәләйек, тип янып йѳрѳмәҫтәр ине. 1988 йылда ҡустым Ишмуллин Ринат беренсе тапҡыр Фәйзуллала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойошторҙо. Осрашыуға килгән ауылдаштарымдың ҡыуаныслы йѳҙѳ һаман да күҙ алдымда тора.

Әлеге кѳндә лә ошондай сара уҙғарам тип Татлыбай ауыл Советы хакимиәте башлығы Байбулов Рәүеф Рамаҙан улы янып йѳрѳй. Ул бѳтә башланғысты хуплай, аҡсалата ла ярҙам итеүенә бик рәхмәтлебеҙ.

Хѳрмәтле ауылдаштарымды 22 июнь кѳнѳ Болғайыр, Бәбәләш, Әтәмән тауҙары, Әрпәс туғайы, Сығыш аҡланына саҡырабыҙ! Башҡойо, Хәсән ҡойоһоноң тәмле һыуҙарын эсеп, үҙебеҙгә кѳс-ҡеүәт, йәшәү дәрте алып ҡайтайыҡ. Мәңгелек йорттарында ятҡан әруахтарыбыҙ риза булып, изге фатихаларын биреп ятһын. Тыуған ауылыбыҙ йәшәй, ул ер йѳҙѳнән юҡҡа сыҡмаған.

Әнисә Юлыева-Ишмуллина.

Баймаҡ районы.

Байыш ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap