Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
25.06.2013
САЯ ҠЫҘ
Untitled document

Халҡыбыҙ ижадында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының нескәлеген, һомғоллоғон, серлелеген һүрәтләп кенә ҡалмайҙар, уның саялығы тураһында ла иҫкә алып китәләр. Яу килгәндә илен һаҡлап дошманға ҡаршы уҡ менән ҡоралланып та сыҡҡан сая ҡыҙҙар.

Ҡатын-ҡыҙҙың уҡ-һаҙаҡ менән эш итә белеүе халыҡ ижадында ғына һаҡланып ҡалмаған, беҙҙең кѳндәрҙә лә уның менән оҫта ҡулланыусы ҡыҙҙарыбыҙ бар. Шундайҙарҙың береһе—Гүзәл Ғәзизова.

Гүзәл сығышы менән Баймаҡ районының Ѳмѳтбай ауылынан. Ғаиләлә баш бала булараҡ сая, сос, шаян булып, шул уҡ ваҡытта ҡустыһы менән һеңлеһенә ѳлгѳ булып үҫә ул. Мәктәпте тамамлағас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа, фәнни эштәрҙә ҡатнашыусы булараҡ, туп-тура Сибай институтының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға килә.

Уҡыуҙар башланғас буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тырышҡан ҡыҙ уҡтан атыу секцияһы хаҡында иғлан күреп ҡала. Бәләкәй саҡта уҡ атаһы менән һунарға йѳрѳргә яратҡан Гүзәлдә уҡтан атырға ѳйрәнеү теләге тыуа.

—Тәүҙә ҡарарға ғына барҙым. Оҡшаны. Яйлап күнекмәләргә йѳрѳй башланым. Әлбиттә, башта ауыр булды, хатта илар сиккә етә торғайным. Ләкин тырышлыҡ һәм сабырлыҡ еңде. Хәҙер шул саҡтар иҫемә тѳшһә, ҡыҙыҡ булып китә, минең бит башта йәйәне тартырға ла кѳсѳм етмәй торғайны.

—Уҡтан атыу нимәһе менән үҙенә йәлеп итте?

—Миңә бында барыһы ла оҡшай. Йәйәне тартаһың, тѳҙләйһең һәм атаһың. Ул сәпкә тейһә, күңелдә әйтеп бѳтѳрә алмаҫ хистәр ҡайнай башлай. Шулай итеп, бер-бер артлы уҡтарҙы ата тораһың. Шуның ѳсѳн дә аҙнаһына 5 тапҡыр күнекмәләргә йѳрѳйѳм.

—Был спорт тѳрѳ менән шѳғѳлләнеү һиңә нимә бирә?

—Беренсенән, һин үҙеңдең белемеңде камиллаштыраһың, икенсенән, был спорт тѳрѳн һайлаған кеше арҡаһын тура һәм дѳрѳҫ тота белергә тейеш. Бының ѳсѳн беҙ тѳрлѳ күнекмәләр эшләйбеҙ. Арҡаны тура тотоу һомғоллоҡтоң тәүге билдәһе. Бѳтә физик күнекмәләр ҙә һаулыҡ ѳсѳн файҙалы.

—Хәтереңә уйылып ҡалған ярыш хаҡында һѳйләп үт әле...

—Һәр ярыш үҙенсәлекле үтә. Шулай ҙа иҫтә мәңгегә уйылылып ҡалғандарының береһе былтыр Мәләүез ҡалаһында булды. Был минең ѳсѳн тәүге кѳсѳргәнешле һынау ине. Уны уңышлы үтәнем: уҡтан атыу буйынса республика чемпионы исеменә лайыҡ булдым. Үҙемдең бындай һѳҙѳмтәләргә ирешеүемдә уҡытыусым Евгений Владимирович Антиповтың роле ҙур, уға мин бик рәхмәтлемен.

—Ата-әсәйең, дуҫтарың һинең мауығыуыңа нисек ҡарай?

—Атайым һәм әсәйем минең терәк-таяныстарым. Ниндәй генә эшкә тотонһам да уларҙың кәңәшен, ярҙамын тоям. Дуҫтарға килгәндә улар һәр саҡ минең уңыштарыма ихлас ҡыуана, шѳғѳлѳмдѳ хуплай.

—Күнекмәләр һинең бѳтә буш ваҡытыңды аламы?

—Юҡ, уҡтан атыуҙан тыш, мин бәйләргә, йырларға, бейергә яратам. Шулай уҡ яҡындарымды тѳрлѳ тәмлекәстәр бешереп ҡыуандырам. Уҡтан атыуға булған һәләтем атайҙан күскән булһа, аш-һыуға, ҡул эштәренә, сәнғәткә булған һѳйѳү әсәйемдән килә.

—Ә уҡыуың нисек?

—Яҡшы ғына. Башҡа студенттар кеүек мин дә әлеге кѳндә сессияға әҙерләнәм. Күнекмәләргә йѳрѳргә лә ваҡыт табам. Шулай итеп уҡыуҙы ла, яратҡан шѳғѳлѳмдѳ лә бергә алып барам.

—Уңыштар һиңә, мәргән Гүзәл!

Сания Сәғәҙәтова әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap